-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
3 Сентябрь 2019, 17:27

Сайтта кишер күргәс... (шаярыу ҡатыш)

Сайтта кишерҙәр күргәс,Мин дә ҡыҙығып киттем.Эштән ҡайтҡас, һә тигәнсеТүтәлде ҡаҙып бөттөм.

Сайтта кишерҙәр күргәс,
Мин дә ҡыҙығып киттем.
Эштән ҡайтҡас, һә тигәнсе
Түтәлде ҡаҙып бөттөм.
Быйыл уңыш бик мул булған,
Бар кишерҙең төрлөһө:
Нәҙек-йыуан, ҡыҫҡа-оҙон,
Бар хатта мөгөҙлөһө.
Хайуандар хужаға оҡшай
Тип әйтәләр бик дөрөҫ.
Ҡарап торһаң, йәшелсә лә
Бик оҡшап тора, имеш.
Бына, оҙоно – иптәшем,
Ҡыҫҡа, йыуаны – үҙем...
Ниндәй булһа ла ҡыуанам,
Уңышы бик мул көҙҙөң!
Читайте нас: