Улым китте хеҙмәт итергә.
Йыл йомғағын яйлап һүтергә,
Тыуған илде ғорур һаҡлаһын!
Һалдат юлы булһын уңышлы,
Килтермәһен йөҙгә ҡыҙыллыҡ,
Тоғро дуҫтар булһын янында,
Беләгендә ташһын дәрт-дарман.
Беҙ һағынып һине көтөрбөҙ,
Бер генә йыл елеп үтер ул.
Йөрәктәргә шатлыҡ өрөрһөң,
Нурҙар сәсеп ҡайтып керерһең!