-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
10 Сентябрь 2019, 11:39

Асылыкүл

Асылыкүл - беҙҙең йөҙөк ҡашы,Асылыкүл - беҙҙең хазина.

Асылыкүл - беҙҙең йөҙөк ҡашы,
Асылыкүл - беҙҙең хазина.
Эй, дуҫтарым, ҡәҙерен беләйексе,
Үтенәмен күлем хаҡына.
Гүзәллеккә сумған күл буйында
Сүп-сарыңды йыйып йөрөсө.
Асылы беҙҙең эсәр һыуҡайыбыҙ,
Ҡаныбыҙҙа - тыуған яҡ көсө.
Пар аҡҡоштар төйәге бит күлем,
Матурлығы тыуған еремдең.
Йыр-моңдарҙа күпме данландың һин,
Һүнмәҫ хистәр булып түгелдең.
Наилә Фазуллина.
Фото:Альберт Усманов
Читайте нас: