+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
16 Сентябрь 2019, 17:21

Ҡоръятмаҫым

Ҡоръятмаҫым – наҙлы бишегем һин,Тауҙар ҡосағына һыйыныпУлтыраһың, инде нисәнсе ҡатЯҙҙар килеүенә һөйөнөп.

Ҡоръятмаҫым – наҙлы бишегем һин,
Тауҙар ҡосағына һыйынып
Ултыраһың, инде нисәнсе ҡат
Яҙҙар килеүенә һөйөнөп.
Иңдәреңдән һинең наҙлап ҡына
Ҡосаҡлаған ғорур тауҙарың.
Ҡараш етмәҫ офоҡтарға илтә
Хәтфә болондарың-ҡырҙарың.
Өйҙөрәгем һинән юлын башлай,
Йәмдәр өҫтәй Аҫыл күлең дә.
Сит тарафтар менән сағыштырһаң,
Зәңгәрерәк хатта күгең дә.
Һандуғастар эс серҙәрен һөйләй
Таштауҙағы яңғыҙ ҡайынға.
Тыуған яҡта бөтә нимә яҡын,
Шуға уны өҙ(ө)лөп һағынам.
Йыраҡтарға мине яҙмыш еле
Осорһа ла әгәр ҡайһы саҡ,
Ҡоръятмаҫым тормош юлдарымда
Яҡты маяҡ булып янасаҡ!
Фото: Винарида Хабибуллина.
Читайте нас: