+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
7 Октябрь 2019, 17:53

Ҡайындарым

Нимәгәлер үпкәләгән кеүекМоңһоу бөгөн ҡайындарым.

Нимәгәлер үпкәләгән кеүек
Моңһоу бөгөн ҡайындарым.
Бөҙрәләрен һыйпап һәр-берһенең
Үтәмен һөйләп зарҙарым.
Наҙлап ҡына ҡосоп бөтәһен дә
Үтәм әле тағы урманды.
Борсолмағыҙ, зинһар, бөтәгеҙҙе
Өҙөлөп тә үтә һағындым.
Һеҙ ҙә шулай һағ(ы)наһығыҙмы икән
Бергә үткән ғәмһеҙ көндәрҙе.
Нисә йылдар һаҡлайһығыҙ инде
Һеҙгә генә асҡан серҙәрҙе.
Яҡын дуҫтар – серҙәштәрем минең
Шыбырҙашып, башын ҡағалар.
Аңлашабыҙ аҡ ҡайындар менән,
Яҡынайып китә аралар.
Һағ(ы)ныу хисен, йөрәк серен түгәм,
Ҡосоп-ҡосоп һәр-бер ҡайынды.
Һағынамын, оноторлоҡмо ни
Йәнгә яҡын тыуған яғымды.
Һиҙеп торам, һағынғандар икән
Серҙәштәрем – зифа ҡайындар.
Бөҙрәләрен һыйпап барыһының
Үтәм әле тағы урмандан...
Читайте нас: