-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
5 Ноябрь 2019, 17:26
Шаян таҡмаҡтар
Район гәзите «Асылыкүл» - «Балҡантау»ға арналған таҡмаҡтарҙың бер шәлкемен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Эшһеҙлектән минең ирем
Интернетта ултыра.
Гәзиттә иғлан күргән дә,
Хәҙер эшкә һыптыра.
Йәрем менән йәнәшәләп
Ултырам сәйҙәр эсеп.
Байрамға ни бешерергә
Өйрәткән беҙҙе гәзит.
«Районка»быҙ яҡын дуҫтай
Керһен дә һәр-бер өйгә,
Яңылыҡ һөйләп, үткәнде
Төшөрһөн иҫегеҙгә.
Ауыр тормош мәшәҡәте
Тынғы бирмәй күптәргә.
«Балҡантау» асып уҡыһам,
Күңелдәрҙе күтәрә.
Йәйен-ҡышын «районка»быҙ
Шатландыра һәр кемде.
Башынан аҙағынаса
Уҡыйбыҙ уны көн дә.
Ауыр саҡта ярҙам итә
Яратҡан гәзитебеҙ.
Кешеләрҙе шатландырып
Оҙон ғүмер итербеҙ.
Икмәк ашау ғына етте,
Кәтлит ашағым килә.
Һәм тағы ла «Балҡантау»ҙы
Һәр саҡ уҡығым килә.
«Балҡантау»ҙа гел яҙыла
Башлыҡтың уй-пландары.
Оҡшамаһа, әрләп тора,
Йүнһеҙ начальниктарҙы.
Уйна, әйҙә, һин гармуным
Мин таҡмаҡтар йырлайым.
Яратҡан гәзитебеҙҙе
Һис арымай маҡтайым.
«Асылыкүл» гәзитен мин
Яратам кескәй саҡтан.
Бар һорауҙарға яуаптар
Унда урынын тапҡан.
Гәзит биргән кәңәштәрҙе
Хәҙер мин дә ҡулланам.
Ни сәсеп, ни ултыртырға
Унан яуаптар алам.
Билемә мин таяндым да
Танау күтәреп баҫтым.
Гәзиттең яңы номерын
Ҙур өмөт менән астым.
Кисә гәзиткә яҙылдым,
Күршемде лә яҙҙырттым.
Һөйләшмәйсә йөрөй инек,
Хәҙер уртаҡ тел таптым.
Гәзитһеҙ һис йәшәп булмай
Ул беҙгә көн дә кәрәк.
Халыҡ исеме бирергә
Журналистарға кәрәк.
Гәзитте ҡулға алдыҡ та,
Күрҙек таныш йөҙҙәрҙе.
Башлыҡ әңгәмәһен уҡып,
Күтәрҙек күңелдәрҙе!
Был ауыр тормошта еңел
Йәшәһен тип кешеләр.
Ул һәр ваҡытта тырыша
Эшләргә изге эштәр.
Бер нәмәгә алыштырмам,
Гәзитемде яратам.
Уҡып сыҡҡас, тынысланып
Кисен йоҡларға ятам.
Әйтәләр, «Асылыкүл»дә
Юҡ уҡырға бер ҡыҙыҡ.
Ышанмағыҙ, тырышабыҙ,
Яҙырға күп яңылыҡ.
Кешеләрҙең мәшәҡәтен,
Яңылыҡтар тағы ла.
Өҫтәренә таш яуһа ла,
Журналистар гел юлда.
Беҙҙең район гәзитебеҙ
Яңылыҡ табып тора.
Кем тыуған, нәмә эшләгән
Бөтәһен яҙып тора.
Депутаттарҙы онотмай,
Хеҙмәт батырҙарын да.
Нисә комбайнсы эшләй
Район баҫыуҙарында.
Яңыраҡ яҙып үттеләр
Кем йондоҙға юл һуҙған.
Күпме тана быҙаулаған,
Күпме ҡыҙ буйға уҙған.
Иғландар табып торабыҙ
Кемдер нәмәлер һата.
Уҡыйбыҙ районда нисек
Кешеләр йәшәп ята.
Шуға күрә «Балҡантау»ҙы
Бар күңелдән яратам.
Йыл буйы бергә булырбыҙ –
Бөгөн яҙылып ҡайтам!
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?