+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
11 Ноябрь 2019, 16:50

Эй, ғүмерҙең алтын миҙгелдәре

Сентябрь йылтырашҡан ысыҡ тамсылары һибеп баҫыу-ҡырҙарҙы наҙлай, һуңлаған сәскәләр һәм шиңеп барған үлән еҫтәре менән баштарҙы әйләндерә, балҡып торған цикорий йондоҙсоҡтарын яндырып күҙҙәрҙе иркәләй, әсе әрем һеркәләрен елгә һибеп, ирендәрҙе өтөп ала. Йорт алдындағы баҡсаларҙа миләштәрҙең ялҡындары дөрләй. Улар уттай гөлтләп янһа ла, йылытмай.

Сентябрь йылтырашҡан ысыҡ тамсылары һибеп баҫыу-ҡырҙарҙы наҙлай, һуңлаған сәскәләр һәм шиңеп барған үлән еҫтәре менән баштарҙы әйләндерә, балҡып торған цикорий йондоҙсоҡтарын яндырып күҙҙәрҙе иркәләй, әсе әрем һеркәләрен елгә һибеп, ирендәрҙе өтөп ала. Йорт алдындағы баҡсаларҙа миләштәрҙең ялҡындары дөрләй. Улар уттай гөлтләп янһа ла, йылытмай.
Уҡыу йылының тәүге айы ҡайын япраҡтары менән бергә бик тиҙ осоп үтте. Анастасия Сергеевна уҡытҡан балаларҙың өйҙәрендә компьютерҙары юҡ, мәктәптә балалар һаны ла аҙайғандан-аҙая. Йәш уҡытыусының йөрәге мәктәпте бөтөнләй ябып ҡуймаһалар ярар ине тип әсенә…Тәбиғәт уны йыуатырға һәм кешеләрҙе шатландырырға теләгәндәй, төрлө төҫтәр менән балҡый. Әбейҙәр сыуағы бөтә ҡатындарға ла наҙлы йылмайып, миләш мәрйендәре бүләк итә, тырыздарҙы бәшмәк, балан, ҡыҙыл көртмәле менән тултыра. Һәр йәкшәмбе Настя урманға килеп, бөтмәҫ асыштар һәм осрашыуҙар батшалығына сума.
Бына терпе, энәләренә әсе ҡырағай алма эләктереп алған да, күҙгә саҡ-саҡ күренеп торған һуҡмаҡ буйлап ҡайҙалыр ашыға. Ә быныһы – ҡара бөрлөгән, аяҡтарға уралып, әсе-татлы еләктәрен тәмләп ҡарарға саҡыра. Бына, шыршы аҫтына боҫоп, ҡайын бәшмәктәре эре генә ултыра. Һауа көҙгө еләк һәм үлән еҫтәре менән тулған. Күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ еңеллек. Шундай еңеллек, хатта бөтә ҡайғы-хәсрәттәрең, борсолоу-мәшәҡәттәрең онотола. «Балаларҙы ошо сихри донъяға алып килергә кәрәк: әйҙә, тәбиғәтте «сихри» күҙҙәр менән күрергә өйрәнһендәр. Бында мин уларға Василий Белов, Федор Абрамов, Виктор Астафьев тураһында һөйләрмен...шиғырҙар уҡырбыҙ, хыялдарға бирелербеҙ»,- тип уйланы уҡытыусы.
Урмандан Настя кискә ҡарай ғына сыҡты. Ҡояш айырыуса моңһоу нурҙарын нисектер йәшерен генә һибә ине. Яҡындағы баҡсаларҙа картуф һәм артыҡ өлгөргән әнис һабаҡтары яндырылған төтөн еҫе танауға бәрелә. Настя тупһа янына үтте, ҡойманан ике биҙрә алып, ҡойоға һыуға юлланды. Бәшмәктәрҙе бөртөкләп таҙартҡансы төнгөлөккә ныҡлап ебетергә, һуңынан инде һыуҙы тағы ла бер нисә тапҡыр алыштырырға кәрәк. Ҡойо янында алты йәштәр самһындағы кескәй ҡыҙ бәләкәй биҙрәһе менән һыу алырға тырыша. Ул Настяға таныш түгел ине. Һыу ҡыҙҙың иҫкереп бөткән сандалийҙарына түгелде. Ҡыҙсыҡ кәйефе ҡырылып, йөҙөн йыйырып ҡуйҙы ла, ғәфү үтенгәндәй, Настяға ҡарап йылмайҙы.
- Һаумы, бәләкәс. Мин һине элек күргәнем юҡ ине. Һине әсәйең һыу алырға ебәрҙеме?
- Юҡ. Атайым эштән һуң ҡайта. Мин уға картуф бешерергә уйлағайным. Ул эшкә киткәнсе һыу ташып өлгөрмәне. Миңә ҡойо янына яҡын барырға рөхсәт итмәй, әммә мин биҙрәмде бәйләп ҡуйҙым. Атайым картуфты помидор һәм бәшмәк менән ашарға ярата. Тик уның бәшмәккә йөрөргә ваҡыты юҡ. Ул көндәр буйына комплекста. Ҡай ваҡыт уны шылтыратып төндәрен дә эшкә саҡырталар, ә мин бер үҙем ҡалырға ҡурҡам – телевизор ҡабыҙам.
- Һеҙ Клава әбейҙең өйөндә йәшәйһегеҙме? Атайың зоотехникмы?
- Эйе…, ә әсәйем күптән юҡ инде. Ул оҙаҡ ауырыны...Анюта өләсәйем беҙгә ярҙам итеү өсөн күсенеп килергә тейеш...
Настя ҡыҙҙың бәләкәй биҙрәһен йорттарына тиклем алып барҙы һәм оло биҙрәләр һорап алып, күп итеп һыу ташыны. Картуф йыуып, газ плитәһенә бешерергә ҡуйҙы. Һыуытҡыстан һөт, май алды, буфеттан манный ярмаһы һалынған тоҡсай тапты. Үҙе яратҡан бутҡаны бешерҙе.
Ҡыҙсыҡ һөйләшеүгә алданып, таныш булмаған апайға рәхмәт менән ҡарай-ҡарай, бер тәрилкә бутҡа ашап бөттө.
- Мин һеҙгә бәшмәк килтерермен,- тине Настя. – Бына тоҙлап ҡуям да, әҙер булғас, күпме кәрәк, шунса килтерермен. Һинең исемең кем һуң?
- Тая... Әсәйем Таечка ти ине, атайым Таюшка, ә уны асыулындырған саҡтарҙа Таисья Михайловна ти.
- Тимәк, атайыңдың исеме Миша?
- Ул - Михаил Ильич... Әсәйемдең исеме Наташа, ә атайым наҙлап ҡына Таля тип өндәшә ине...
Настя оҙаҡ йоҡлай алмай ятты: кескәй ҡыҙҙың һәм уның иртә тол ҡалған атаһының яҙмышын уйлау йөрәген өтөп-өтөп алды. Етемлек... ул ауыр сирҙән дә ҡурҡынысыраҡ, ә кескәй саҡтан юғалтыу кисереүҙән дә яманыраҡ бер нимә лә юҡ. Иртән иртүк, әле яҡтырып та бөтмәҫтән, Настя борщ бешерҙе, банка менән ҡаймаҡ алды һәм яңы күршеләренә Таяны ашатырға йүнәлде. Ишек асҡанда яңылыш Михаил менән осрашты. Әйтәләр бит, тәү ҡараштан... яндырҙы...йөрәккә үтеп инде. Ул йөрәге дарҫлап тибә башлауҙан хатта ҡулындағы төйөнсөгөн төшөрөп ебәрә яҙҙы. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, ниндәй һорауҙар ишетте, ни тип яуап бирҙе – бер нәмә лә иҫләмәй. Бите уттай янды, мәктәптә ун йыл буйы телдәр буйынса уҡытыусы булып эшләгән кеше һөйләшеүҙе дауам итер өсөн һүҙҙәр эҙләне. Шулай килеп сыҡты инде бына...
Был осрашыу булған көндән һуң Анастасия, бәхет томанына уралып, үҙенең йорто һәм күңеленә яҡынайған күрше йорт араһында осоп ҡына йөрөнө... Район үҙәгенең хужалыҡ тауарҙары магазинында өсәүләп обойҙар һайланылар: һирәк кенә һүрәт төшөрөлгән аҡһыл төҫтәгеһен – залға, алһыуҙарын – балалар бүлмәһенә, шаҡмаҡҡа зәйтүн ботаҡтары төшөрөлгәндәрен – аш бүлмәһенә. Таяға күлдәк һәм сарафандар тегеү өсөн материал һайлап алдылар, кистәрен һуңға тиклем уларҙы тектеләр. Йылы кофталар, колготкиҙар, туфлиҙар – бөтәһенә лә Таюшканың шкафында урын табылды. Балалар баҡсаһына уны Настя етәкләп кенә йөрөттө. Бер кемдә лә был күренеш һорауҙар тыуҙырманы: ауылда был бәләнең – етемлектең хаҡын яҡшы беләләр.
Миша йәшәреп киткәндәй булды, уны, йомоҡ, йылмая ла белмәгән кешене алыштырып ҡуйҙылармы ни. Йәкшәмбе көндәрендә бергәләп урманға йөрөнөләр, гөрләшеп, япраҡтар ҡыштырҙатып йүгерештеләр, япраҡтарҙан таждар үрҙеләр. Ҡайтауаз уларҙы ҡеүәтләп, шыршы һәм саған ағастарының баштарынан шатлыҡ тауышы булып әйләнеп ҡайтты. Урмандағы зәңгәр күлдең көҙгөһөнә оҙаҡ итеп ҡарап, киләсәккә хыялдарын әйттеләр. Ул, моғайын, уртаҡ булғандыр: Петровтарҙың ишеген бәхет килеп шаҡыны. Бер йыл үткәс кескәй Таля-Наташеньканы алып ҡалаға, Михаилдың ҡатынының ҡәберен йыйыштырып, бәләкәсте күрһәтеп, уның ризалығын алып ҡайтырға тип киттеләр.
- Һин, Наташа, Таечкаға әсәй булғаным өсөн мине ғәфү ит. Таля, нисек уйлайһың? Мин дөрөҫ эшләнемме?
- Әсәкәйем, беҙҙең ғаиләлә бәпес тыуҙы, беҙ уға һинең исемеңде бирҙек. Настя әсәйем беҙҙең бөтәбеҙҙе лә ярата.
Уларға кинәт тәбиғәт нисектер яҡтырып, ҡарт ҡайындар еңел һулап ҡуйғандай тойолдо. Зыярат янындағы ҡайынлыҡта ҡоштар көҙ көнөнә хас булмаған йыр һуҙҙы. Электричкала гөрләшеп ҡайттылар, бөтәһе лә ҙур кинәнес менән туңдырма ашаны, Талечкаға һөт эсерҙе, туҡталыштарҙың береһендә вагонға ингән ҡыҙҙарҙың йырын тыңланы:
«...Яңғыҙлыҡта ҡалдырмаһын Хоҙай,
Ярҙам итһен яңғыҙ йәрҙәргә.
Ике йөрәк бергә булһа ғына,
Тылсымдары үтә йәндәргә...».
В. Есакова, Ивановка ауылы.
Читайте нас: