+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
11 Ноябрь 2019, 16:30

Серле төн

Серле төндөң гүзәллектәренәХайран ҡалып киләм урамдан.

Серле төндөң гүзәллектәренә
Хайран ҡалып киләм урамдан.
Бер миҙгелдә һалған иңдәренә
Аҡ шәлдәрен зифа ҡайындар.
Бары миҙгел еткән үҙгәрергә-
Сихри йыһан нурға ҡойона.
Әйтерһең дә инде зәңгәр күктән
Гәлсәр бөртөктәре ҡойола.
Илаһи моң биләй ерҙең өҫтөн
Әйлән-бәйлән уйнай бөртөктәр.
Ҡуна улар наҙлап ҡына минең
Иңдәремә, һәр-бер керпеккә.
Бар донъяны паклыҡ солғап алған-
Тыуған яҡтың бөтмәҫ йәмдәре!
Бер миҙгелдә зифа ҡайындар ҙа
Иңдәренә һалған шәлдәрен.
Читайте нас: