+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
15 Ноябрь 2019, 17:30

Бала саҡты һағыныу

Көндәр үткән һайын иҫкә төшәБер ҡайғыһыҙ бала саҡтарым.

Көндәр үткән һайын иҫкә төшә
Бер ҡайғыһыҙ бала саҡтарым.
Тик бала саҡ бик тиҙ елеп үтте,
Ҡыңғыраулы ярһыу аттарҙа.
Артта ҡалды дуҫтар менән бергә
Туғайҙарҙа бәпкә көтөүҙәр,
Ялан тәпәй килеш Өйҙөрәктә
Һыу сәсрәтеп, йүгереп үтеүҙәр,
Бер ҡайғыһыҙ шау-гөр килеп уйнау,
Кескәй ҡурсаҡтарҙы ҡосаҡлап,
Һәм кистәрен көлгә күмеп кенә
Картуф бешереүҙәр усаҡта -
Бөтәһе лә ҡалды. Бала саҡты
Ҡабат алып ҡайтмаҫ Арғымаҡ.
Ә мин, йүләр, йылдар үткән һайын
Бала саҡты һағынам нығыраҡ.
Читайте нас: