Урман. Йылдың һәр миҙгелендә ул үҙенсә матур. Лапылыҡҡа әйләнмәгән, ҡаралған, тәрбиәләнгән урман айырыуса күркәм. Ҡайҙа үҫһә лә, имән – имән, ҡайын – ҡайын булып ҡала. Әммә иркенлектә үҫкәндәре төҙ, ел-дауылдарға бирешмәҫлек ныҡ, ботаҡтары ҡуйы. Мин, ғүмеремдең иң шатлыҡлы көндәре балалар араһында үткән уҡытыусы, имән-ҡайындарҙың иркенлектә үҫеүе менән баланың һәр йәһәттән тәрбиә алыуында оҡшашлыҡ күрәм. Һау-сәләмәт кеше шат күңелле, эшкә батыр, ҙур ауырлыҡтарҙы ла еңел үткәрә. Тимәк, көс, таҫыллыҡ, сәләмәтлек бирә торған физик тәрбиәнән, хеҙмәт тәрбиәһенән айырым алынған ғилем тулы бәхет түгел.
Тимерлек. Йәйен-ҡышын тимер сыңлауы өҙөлмәгән тимерлек. Тимерсе, баҙлап ятҡан утта йомшарған тимерҙе һандалға һалып, йәһәт-йәһәт сүкергә тотона, һыуынғансы ипкә килтерергә ашыға. «Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ»,- тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ә утта йомшарған тимерҙе генә сүкергә ашығырғамы һуң?! Тормошобоҙҙағы бөтә маҡсаттар ҙа үҙ ваҡытында «сүкелергә» тейеш түгелме? Шул йәһәттән бала тәрбиәләү ҙә. Тир ҙә, ялҡын да, ашығыу ҙа нәҡ тимерҙәгесә булырға тейеш тип күңелемә һалып ҡуям.
Умарталыҡ. Ә умарталыҡ нескәлектәре - әйтерһең дә, махсус һабаҡ. Тик аҙ ғына кинәйәле. Сәскә балы файҙалы. Төрлө-төрлө болон сәскәләренән йыйылғаны. Бигерәк тә тәү алынған бал сихәтле. Бында ла әлеге һүҙ: һуңламаҫҡа! Унан ары төрлө болон сәскәләренән кешенең матур сифаттарына күренмәҫ ебәк ептәр һуҙып ҡарау һис кенә лә урынһыҙ булмаҫ. Әйтәйек, өҙә баҫып бейей белмәһәң дә, күңел асҡан урындарҙа килешле генә бер өйөрөлөп алыу күңелдәрҙе күтәрә. Йырлау – тәбиғәттән килгән һәләт, айырым шәхестәргә генә бирелгән бүләк. Ә бына йырҙы һәр кем аңлай ала. Рухи хазина булған йырҙарыбыҙ күп, әленән-әле бик матурҙары өҫтәлеп тора. Йырҙың көйө күңелгә ятышлы, һүҙҙәренең тәрән мәғәнәле булыуы шатландыра, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙар ҡуҙғата. Сәнғәттең ҡиммәте лә нәҡ шундалыр. Ләкин тегенән йолҡоп, бынан өҙөп әүәләгәндәре лә бар бит. Ҡолаҡ ярырҙай тауыш, дөбөрҙәүҙе музыка тип яңылышыусы йәштәр ҙә аҙ түгел.
Һеҙҙең йәй көнө таң атҡанын күҙәткәнегеҙ бармы? Беҙҙә, Көрмәнкәйҙә, ул Ҡоймаҡлы түбә һыртынан башлана. Тәүҙә офоҡ алһыулана, унан яйлап йәйелә барып, күк йөҙөн алтын ялмай. Ауыл әле уянмаған. Ағастар ҙа йоҡлай, хатта япраҡтары ла һелкенмәй. Юлдарҙа хәрәкәт булмағанлыҡтан, туҙан да күтәрелмәй. Мейес мөрйәләренән төтөн үрләмәй. Тын алыуҙары шул тиклем еңел!
Хәлдән тайҙырыусы селлә томраһында һыуһап килеп, селтерәп аҡҡан шишмәләрҙән услап һыу эскәнегеҙ бармы? Тештәрҙе ҡамаштырып һыуһын ҡандырыуы ҡалай рәхәт! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим шиғырҙарында ана шундай йәйге таңдарҙың күркәмлеге, селтерәп аҡҡан шишмәләр сафлығы бар.
Абайлауығыҙса, яйын килтереп, физик культура, хеҙмәт тәрбиәһен, сәнғәт һәм әҙәбиәтте иҫкә алдыҡ. Фекерҙе йәнә бал кәрәҙе менән сағыштырып: «Бына шулар инде ул төрлө сәскәләрҙән йыйырлыҡ шифалар»,- тип йомғаҡлағым килә.
Мәктәптәрҙә баланы төрлө яҡлап тәрбиәләү өсөн мөмкинлектәр күп. Һәр фән буйынса тулы әҙерлекле кешеләр уҡыта.
Әлбиттә, урман, тимерлек, умарталыҡ – сағыштырыу ғына. Төп өлгө – кеше үҙе. Һәйбәт кеше. Инде ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙып китһә лә, күңелем түрендә бер матур өлгө һаҡлана. Ауылыбыҙға яңы уҡытыусы килде. Ул – ҡаҡса кәүҙәле, мөләйем ағай ине. Башындағы ҡара бәрхәт түбәтәйе лә, битендәге ваҡ ҡына шаҙраһы ла, кешеләр менән йылмая биреп һөйләшеүе лә бик килешле. Көрмәнкәйҙәге башланғыс мәктәпте тамамлап, беҙ Дәүләкәнгә йөрөп уҡый башлағайныҡ. Үҙебеҙҙең мәктәпте бик һағынабыҙ, яйы сыҡҡан һайын уның эргәһенән үтергә тырышабыҙ. Ә бер көндө хатта дәрескә инеп ултырҙыҡ. Уҡытыусы тәбиғәт дәресендә тюлень тураһында һөйләй. Тюлендең тәңкәһе ниндәй ҙурлыҡта булырға тейешлеге хаҡында бәхәс ҡупты. Шул ваҡыт уҡытыусы: «Бәлки, был бәхәсте сисергә беҙгә ҡала егеттәре ярҙамлашыр?»- тип беҙгә ҡарап йылмайҙы. Көтмәгәндә ярҙамсыға әйләнеп китеүебеҙгә башта аптырап ҡалдыҡ. Шул уҡ ваҡытта «ҡала егеттәре» тип ололауҙан батырланып киттек, арабыҙҙан берәү: «Тюлендең тәңкәһе баҡыр биш тинлектән ваҡ булмай»,- тип әйтеп һалды (йәнәһе, һыуҙа йәшәһен дә, имеш, тәңкәһе лә булмаһын). Уҡытыусының ирен остары бик мәҙәк тартылып ҡуйҙы: «Алай… Эйе, тәңкәһе лә булырға ихтимал». Бер аҙ тынып торғас ул: «Мәҫәлән, әкиәттәрҙә»,- тип өҫтәп ҡуйҙы. - Ләкин беҙ әле ысын тюлендәр менән танышабыҙ, теләһә ниндәй һалҡындарға ла бирешмәҫлек тунлылары менән».
Уҡытыусының ғәжәп күп белеүенә хайран ҡалған уҡыусыларҙың күҙҙәре түңәрәкләнеп, ауыҙҙары асыҡ килеш ҡалды. Беҙгә лә бик рәхәт булып китте. Хәтер ҡалдырмай ғына төҙәтә белеү – ниндәй оҫталыҡ!
Белем биреү менән бер рәттән уҡытыусы сәләмәтлек һағында ла тороусы. Күңел сафлығы һағында.
Бына ҡаршыма бер егет килеп туҡтай.
- Әллә танымайһығыҙмы? Мин теге тәртипһеҙ малай бит.
Минең күңелем шатлыҡ менән тула, элекке шуҡ уҡыусыбыҙ хәҙер төҙөүсе булып киткән.
Хәрби кейемдәге һомғол егетте осратыу тағы ҡыуаныс өҫтәй. Ярай әле, теге ваҡытта тырыштырғанбыҙ, юғиһә уның уҡыу һәләтенә шикләнеп тә ҡуя торғайныҡ, ә ул ана ҡалай булып киткән.
Уҡытыусы баланы тырыш һәм сабыр булырға өйрәтә. Ләкин йәнгә тыныслыҡ эҙләп, ил-көн яҙмышынан айырылып йәшәргә ярамай. Бурһыҡ тормошонан йөрәкте май бөрә, ә майҙан ҡыҫылған йөрәк иркенләп тибә алмай, арый.
Ташып торған көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер ҡусты енәйәткә тарыны. Тотҡонлоҡтан бик бөтөрөнөп ҡайтты. «Ваҡытында өгөт-нәсихәт биреүсе булманы. Күҙ-ҡолаҡ булмағас, балаларым да, ҡуҙағы шартлап ярылған борсаҡтай, төрлө яҡҡа һибелде»,- тип һуңлаған аһ-зарын һөйләп торҙо. Уның ғүмере үкенесле тамамланды, йәшәүҙән биҙҙе. Уға туранан-тура ҡатнашлығым булмаһа ла, уҡытыусы булараҡ, ул миңә үпкәләп киткән төҫлө ауыр тәьҫир ҡалдырҙы.
Йөҙҙәрҙән хәсрәт һөрөмө түгел, шатлыҡ нурҙары ғына һирпелһә, ниндәй яҡшы булыр ине!
Хәмит Атанғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы.