Тыуған көн – ул моңһоу байрам,
Кисә генә ун һигеҙҙә инек,
Хәҙер сәсте ҡырау ағарта.
Артта ҡалған инде ғәмһеҙ көндәр,
Тиле йәшлек, аулаҡ кистәре,
Әрнеүле лә, берсә ғазаплы ла
Тәүге һөйөүемдең хистәре...
Яҙҙар инде күптән үтеп киткән,
Күңелдәрҙә – көҙҙәр һағышы.
Алып киткән ҡайғы-шатлыҡтарҙы
Тик, ҡырауҙар сәсте ағартһа ла,
Ун һигеҙҙә йөрәк һаман да.
Яҡты өмөт менән ҡаршылайым
Яҙмыш бүләк иткән таңдарҙы!