+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
11 Декабрь 2019, 18:40

Минең быуын, ҡайҙа һеҙ?

Хөрмәтле төркөмдәштәр!Һеҙҙең иғтибарығыҙға 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Наил Ғәйзулла улы Хәмитов ижад иткән шиғыр юлдарын тәҡдим итәбеҙ.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Наил Ғәйзулла улы Хәмитов ижад иткән шиғыр юлдарын тәҡдим итәбеҙ.
Минең быуын, ҡайҙа һеҙ?
Малай сағым осороноң
Барлайым үткән юлын.
Ауыр заманала үҫте,
Ныҡ булды мине быуын.
Мәктәптән ҡайтҡас, кистәрен
Күрше малайҙар керә.
Әлбиттә, яңылыҡ түгел,
Ҡайғы бит берләштерә.
Утын бөтһә, өйҙә һыуыҡ,
Тик өшөмәй йөрәктәр.
Туҡай шиғырын ятлайбыҙ,
Уҡыу булды теләктәр.
Кистәрен беҙгә яҡтылыҡ
Бирҙе лампа ҡыуыҡлы.
Кемуҙарҙан ятлағанға,
Һиҙмәй инек һыуыҡты.
Һалҡындан өшөмәнек беҙ,
Өшөттө һуғыш һүҙе,
Яңғыҙ ҡалған әсәйҙәрҙең
Йәштәре тамған күҙе.
Утын киҫтек, баҡса сәстек,
Гел бергәләп эшләнек.
Әсәйҙәргә ярҙам иттек,
Арыу-талыу белмәнек.
Һағындыра, алыҫтарҙа
Юғалған малай сағым.
Һуғышһыҙ, әсе күҙ йәшһеҙ
Эй, ҡабатланһа тағы.
Замана ауыр булһа ла,
Күңелдәр ине керһеҙ.
Эх, осрашып һөйләшергә,
Минең быуын, ҡайҙа һеҙ?
Читайте нас: