+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
23 Декабрь 2019, 15:10

Төштәр менән йәшәйем

Хөрмәтле төркөмдәштәр!Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе шағирә Фәрбиҙә Муллабаева ижад иткән шиғырҙарынан бер шәлкемен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп уҡығыҙ!

***
Төштәр менән йәшәйем
Әсәй, бөгөн һине төштә күрҙем,
Оҙон толом сәстәреңдән үрҙем.
Бала саҡтағылай алдарыңа
Башым һалдым йомшаҡ ҡулдарыңа.
Шундай рәхәт, бына бәхет ҡайҙа,
Әйтерһең дә, мин осамын Айға!
Фәрештәләр ҡанат ҡуйҙымы ни,
Һағынғанды улар белдеме ни?
Сәстәремдән һыйпап, наҙлап һөйҙөң,
Күҙҙәремә ҡарап, моңһоу көлдөң.
Ҡалҡынырға итәм, көсөм етмәй,
Ҡулдарыңды үбәм, йәнем түҙмәй.
Башҡайымды һыйпап, өндәшәһең:
«Балам, сәстәреңә салдар ҡунған,
Күҙҙәреңә ниңә йәштәр тулған,
Һары көҙҙә һиңә нимә булған?»
Минең өсөн һаман борсолаһың,
Бала саҡтар артта ҡалһалар ҙа.
Йыуатаһың, наҙлап йылмаяһың
Төштәремә кергән саҡтарҙа ла.
Һағынам шул, әсәй, эй, һағынам,
Һирәк керәһең бит төштәргә лә.
Йәнең күптән инде күктәрҙә,
Йырың ҡалды һинең күптәргә.
Үткәндәргә ҡайтам төндәрҙә,
Йышыраҡ кер, зинһар, төштәргә.
Һағындыра шул бик әсәйем,
Төштәр менән генә йәшәйем...
***
Бирешмәйек
Яңғыҙмын, тип бирешмәсе, дуҫҡай,
Яңғыҙ ҡалған бер һин түгелһең.
Яңғыҙ ҙа бит йәшәп була әле,
Яҙмыш шулай булғас, түҙерһең.
Яҙмышыңа һис бер асыу тотма,
Үткәндәрең булды бик матур.
Арып-талып донъя йөгөн тарттың,
Һанап китһәң, кеше шаҡ ҡатыр.
Тормош ауыр, мәшәҡәтле була,
Был донъя бит шулай ҡоролған.
Бирешмәйек, ерҙә йәшәү ҡыҙыҡ,
Ғүмер юлы беҙгә боролған.
Эй, бараһы ине ошо юлдан
Етәкләшеп бергә, парлашып.
Парлы итеп яратҡан бит Хоҙай,
Йәшәйһеләр ине аңлашып.
Ҡайғырма һин, дуҫым, яңғыҙмын тип,
Беҙ генәме әллә яңғыҙҙар.
Һулып барған күңел гөлдәренә
Йәшнәп яуһын йылы ямғырҙар.
***
Һөйөү – дауа
Һинең һөйөү – миңә һауа,
Йөрәгемә өмөт, дауа.
Тәҙ(е)рәмә килеп ҡаға,
Минең күҙҙәр тышҡа баға.
Ә тышта һуң, тышта нимә –
Ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа.
Ап-аҡ ҡарҙың һәр бөртөгө
Минең өсөн шифа, дауа.
Шатлығымдан наҙҙарымды,
Һөйөүемде ҡабатлайым.
Әй, мөхәббәт, ап-аҡ ҡарҙа
Һиңә ҡаршы мин атлайым!
***
Яҙҙы көтәм
Аҡ бурандар, ап-аҡ ҡарҙар
Үтеп тә киткән икән.
Шаулап-гөрләп ҡар һыуҙары
Инде ҡайҙарға еткән?
Ә шулай ҙа яҙғы ҡояш
Гел генә көлөп тормай,
Аҡман-тоҡман бурандары
Яңынан эсте тырнай.
Аңламайһың әллә, ҡышым,
Һалҡындарҙа туңғанымды,
Оҙон ҡараңғы төндәрем
Яңғыҙлыҡта уҙғанды.
Күңелкәйем йылы көтә,
Тиҙерәк бул, яҙҡайым.
Туңған йөрәкте эретеп,
Алып килсе наҙҡайың!
Читайте нас: