+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
18 Февраль 2020, 18:00

Балаҡайым — бауыр итем…

“Балаларыңды ал да әсәйеңә кит!”

Өсөнсө балаһын көтә ине Сәлимә. Оло улына – ни бары дүрт, ә кесеһенә ике генә йәш. Ҡайны менән ҡәйнә лә ризаһыҙлыҡ белдермәне. Хәйер, йыл ғына айырма менән бер-бер артлы бала тапҡанға аптыраусы, ғәжәпләнеүсе булманы. Һәр сабыйҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алып, йәш әсәгә күрше-күлән, туған-тыумаса бәпес сәйен ойоштора килде.
Иренең һуңғы айҙарҙа үҙенә ҡарата һыуыныуын, битарафлығын Сәлимә ауырлы булыуы менән аңлатты. Ә бына уның бөгөнгө әр һүҙҙәре, саманан сығып китеп ҡыуыуы бөтөнләй аптырашҡа һалды. “Балаларыңды ал да әсәйеңә кит!” Ошо ҡот осҡос һүҙҙәрҙе эсенән ҡабатлай-ҡабатлай, оло ҡорһағын усына алып оҙаҡ ултырҙы уйланып Сәлимә. “Йә, нимә эшләргә инде хәҙер?! Ысынлап ҡыуа бит, икенсе ҡатын алып киләм, ти. Йә, Хоҙайым, ниндәй көнгә төшөрәһең мине?! Балаларым хаҡына миһырбанлыҡ һал күңеленә иремдең”.
Ҡулына эш барманы Сәлимәнең. Ҡәйнәһе лә өйҙә юҡ, исмаһам. Ҡайныһының эштән ҡайтыуын көттө ул өмөтләнеп. Иң ғәҙел һүҙҙе ул әйтер, улын урынына ултыртыр әле, тигән өмөт сатҡыһы бер янды, бер һүнде. Төшкө ашҡа ҡайтҡан ҡайныһының ҡаршыһына сыҡҡан Сәлимә илай-илай уға хәлде аңлатып бирҙе. Ир кеше оҙаҡ уйланып торманы, бары тик: “Улым нимә әйткән, шул булыр”, — тип өйгә инеп китте.
Сәлимә, ҡорһағын ҡосаҡлап, һығылып төштө. Тамағына тығылған төйөр, йырылып китеп, күҙ йәше булып аҡты. Ҡорһаҡтағы бала, әсәнең хәлен аңлағандай, тулап-тулап алды ла тынып ҡалды. Ҡайныһы фурман егеп, Сәлимәнең ваҡ-төйәк әйберҙәрен һалып, ике улын ултыртып, уны әсәләренә илтеп ташланы.
Ҡапыл ғына килеп тыуған хәлдән шаңҡып ҡалған Сәлимәнең күңеле ҡатып, донъя йәмен юғалтты. Ярай әле әсәһе бар йыуатырға. Малайҙарҙың өҫ-башын ҡарап, тамағын туйҙырып, мәшәҡәттәрҙе ҡыҙының иңенә һалмаҫҡа тырышты, ҡулынан килгәнсә хәленә керә белде.
Ауыл ере бит, бөтә хәбәр – ил өҫтөндә. Иренең бер яңғыҙ ҡатынды алып килеп никах уҡытыуын, бергә йәшәй башлауҙарын хәбәр иттеләр. Күрше-күлән кереп, балаларҙы атаһына илтеп бир, тип ҡотортто. Күп уйҙан, илауҙан башы әйләнгән Сәлимә ике ут араһында янды. Йүгереп, тәтелдәп йөрөгән улдарына ҡарай ҙа сит-ят ҡатын янына илтәһе килмәй ҙә ҡуя сабыйҙарын. Кеше балаһы кемгә кәрәк инде, ҡыйырһытырҙар, тип йәлләне. Тик үҙенең хәле лә шәптән түгел шул, бөгөн-иртәгә тыуырға торған сабыйы тураһында ла уйларға кәрәк.
Әсәһе менән оҙаҡ кәңәшләшеп, шулай ҙа кесе улын илтеп бирергә булды Сәлимә. Оло улы менән Даянын, кескенәһен, ике яҡлап етәкләп, ҡайныларына йүнәлде. Бер нәмә аңламаған сабый юл буйына тәтелдәп, һөйләнеп барҙы. Ни йөрәгем етеп ҡалдырырмын инде сабыйымды, тип юл буйына өҙгөләнде ҡатын. Кеше-фәлән күҙенә салынырға оялып, йылға буйлап китте улар. Бараһы ер апаруҡ ҡына. Бына өйө лә күренде иренең. Ихатала бер кем юҡ. Сәлимә оло улын йылға буйында ҡалдырып, бәрәңге баҡсаһы аша ашығып ихатаға уҙҙы ла, Даянын тупһаға ултыртып, кирегә йүнәлде. Ҡапҡаны ябып, артына әйләнеп ҡарарға ла ҡурҡып, йылға буйына төштө. Бер ни аңламаған Даян, таныш йортто күреп, һөйөнөп китте. Үрмәкләп, бейек тупһанан өйгә ыңғайланы…
Раянын етәкләп ҡайтып кергән Сәлимәне әсәһе һүҙһеҙ генә ҡаршыланы. Сәйгә саҡырҙы. Аштарының тәмен, йәшәүенең йәмен юғалтҡан ҡыҙы өнһөҙ генә бер сынаяҡ эсемлекте һемерҙе лә һикегә барып ауҙы. Шулай күпме ятҡандыр Сәлимә йоҡоло-уяулы килеш, ҡапыл күршеһе Мөслимәнең тауышына һиҫкәнеп китте.
— Бик шәп эшләгән малайын илтеп ташлап, шул кәрәк ул бәғерһеҙгә. Йә, өс балалы ҡатынын йәлләмәй ҡыуһын әле, аҙғын йән, — тип һөйләнә-һөйләнә Мөслимә әсәһенең ҡаршыһында ултыра ине.
Ә ул һуң, Сәлимә, бәғерлеме? Үҙ балаһын, бауыр итен, сит-ят ҡатын янына ҡалдырҙы. Ул тағы эстән үҙен язалай, һүгә башланы. Йә, артыҡ йәнме ни ул, кеше һүҙенә ҡарап, бесәй балаһын ташлап киткән кеүек ҡалдыр инде. Юҡ, түҙә алмам, ахыры, был хәлгә тип, Сәлимә тороп ултырҙы. Тик биленең кинәт һыҙып ауыртып ебәреүе уны яңынан һикегә ауҙарҙы. Ҡаты ыңғырашып, Сәлимә күҙҙәрен йомдо.
— Йә, Хоҙайым. Ваҡыты етте шикелле сабыйҙың тыуырға, — тип әсәһе йүгереп йөрөп йылы һыу әҙерләне. Күршеһен кендек әбейе артынан ебәрҙе. Тиҙ килеп етте Сәбилә ҡарсыҡ. Ентекләп ҡарап, ваҡытлыса ғына ҡайғырыуҙан сирләүен әйтеп, сабый әле генә тыумаясағын билдәләп, Сәлимәне тынысландырып ҡайтып китте. Тамағына – аш, ҡулына — эш, күҙҙәренә йоҡо бармаған Сәлимәнең көнө менән төнө алмашынып, һәр сәғәте тотош бер ғазапҡа әйләнеп, әрнеүле мәле һуҙылды ла һуҙылды.
Ҡыҙының өҙгөләнеүен күреп торған Ғәлимә әбей, ярҙам итә, хәлен еңеләйтә алмауына ҡайғырып, нимә эшләргә лә белмәй, өнһөҙ шәүлә булып Сәлимәһе янында ултырҙы. Бер ни аңламаған Раян ғына, урам малайҙары менән йүгереп уйнап, асығып ҡайтыр ҙа, тамаҡ ялғап, кире йүгереп сығып китер булды. Тик бына кисен йоҡларға ятыр алдынан ҡустыһын таптырып, мыжып алыр ине.
Сабыйы тыуғансы түҙергә булды Сәлимә. Үҙ атаһы бит, ситкә типмәҫ, йәберләтмәҫ әле. Олатай менән өләсәй ҙә үҙенеке, ят кешеләр түгел, яратмай ҡайҙа барһындар, тип йыуата килде үҙен.
Ваҡыты еткәс, яҡты донъяға ҡыҙы ауаз һалды. Шундай ҡыуанып ҡаршы алды ҡыҙын Сәлимә. Бына ире лә, ҡыҙ тыуғанын ишеткәс, килеп етер кеүек тойолдо. Тик Мәхмүттән хәбәр-фәлән булманы. Әйтерһең, уның тормошонда ҡатыны ла, ике улы ла булмаған. Иренең бәғерһеҙлегенә хайран ҡалып, шулай ҙа өмөт сатҡыһын ҡабыҙып көттө Сәлимә. Бер көндө түҙмәне, ҡайны йорто алдына барып, урамда уйнап йөрөгән Даянын етәкләп алып ҡайтып китте. Әсәһен күреү менән шатлығынан күҙҙәренә йәш эркелгән сабый, һөйөнә-һөйөнә уның итәгенә йәбешеп, йүгерә-атлай барҙы. Үҙе туҡтауһыҙ тәтелдәне.
Сабый бөтә кисерештәрен бер юлы әйтеп бөтөрөргә теләгәндәй, һөйләне лә һөйләне. Даянын күреүенә, ниһайәт, уны барып алырға көс табыуына һөйөнгән Сәлимәнең шатлығының сиге булманы. Йә, кеше һүҙенә ҡарап бала күңелен китә яҙған бит!
Ә инде ике малайҙың бер-береһен күреү шатлығы өйҙө йәмләндереп, нурландырып ебәрҙе. Улар, ағалы-ҡустылы, кескәй һеңлекәштәре Хәмиҙәне оҙаҡ күҙәтеп торҙо, унан кескәй генә ҡулдарына, аяҡтарына аптырап, үҙҙәрен инде үтә ҙурға һанап, уҙыша-уҙыша урамға уйнарға ашыҡтылар.
Эй, бала саҡтың керһеҙлеге, бер ҡатлылығы, ябайлығы! Тамағың туҡ, өҫтөңдә кейем булһа, донъя матур. Улдарына һоҡланып ҡарап ҡалды Сәлимә. Донъяһы түңәрәкләнеп ҡалғандай булды ҡатындың. Ҡыҙы тыуғас, күңеле лә бер аҙ тынысланды.
Күршеһе кереп, әленән-әле хәбәрҙәр еткереп торҙо. Имеш, ҡәйнә менән ҡайны бер ҙә ҡабул итмәй икән Мәхмүттең йәш кәләшен. Сәлимә килен бигерәк матур, эшсән ине, тиҙәр. Балаларҙы ла һағыналар, ти. Әллә әйткәндәр, әллә әйтмәгәндәр, тик шулай ҙа үҙе тураһында маҡтау һүҙҙәре ишетеү рәхәт ине Сәлимәгә. Кире ҡайтыу өмөтө балалары хаҡына тағы ла нығыраҡ дөрләне. Ир бирмәк — йән бирмәк. Килһен генә, һис шикһеҙ, ҡайтып китәсәк. Өс баланы атайһыҙ үҫтереп буламы ни?
Тик беренсе аҙымды яһамаҫҡа булды. Түҙем, сабыр булырға, өмөтөн һүндермәй йәшәргә хәл итте. Әсәһе лә хупланы уны: “Түҙ, балам, түҙгән — түш йыйған, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, аҡылына килер әле кейәү, бынау сабыйҙарҙан бөтөнләй баш тарта алмаҫ. Ауылдаштар ҙа хупламай уны. Йәш ҡатынының күҙен дә астырмайҙар, ти эштә. Өс баланы атайһыҙ итеп, яңғыҙ ирҙәр бөткәнме ни һиңә, аҙғын йән, тип һүгәләр, имеш”.
Әсәһе ауыл хәбәрен йыйып ҡайта ла ҡыҙының күңелен йыуата шулай. Көтөр кешең булһа, көндәр ҙә тиҙ үтә икән. Йәш сабый, көндәлек мәшәҡәттәр менән ваҡыт уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Өйҙәре тыҡрыҡҡа яҡын урынлашҡанғамы икән, унда ир-ат күренһә, Сәлимә күҙен юлдан алмай. Бәлки, уның Мәхмүте киләлер тип тәҙрәгә ҡаплана. Эй, эскерһеҙ күңел, иренең бөтә хыянаттарын да кисергән, түҙеүҙәрем балаларым хаҡына, тип йәшәүҙән йәм табып килде бит әлегәсә. Артабан да түҙермен, тип үҙ-үҙен йыуатты. Ирен аҡлап-яҡлап, бөтә күңеле менән Мәхмүтенә тартылды ул. Эй, Аллам, миһырбанлыҡ бир күңеленә, тип теләй-теләй балаларын йоҡларға һалыр булды. Иртән ошо уҡ теләктәр менән сабыйҙарын уята килде. Инде Хәмиҙәһе ултыра ла башланы. Тик көткән кешеһе күренмәне…
Ул көндө Сәлимә түбән осҡа яҡын ғына туғандарына әсәһе әйткән йомош менән сыҡты. Баланан һуң матурланып киткән Сәлимәгә күп маҡтау һүҙҙәре ишетергә тура килде. Белә ҡатын – туғандары уның күңелен күтәрер, төшөнкөлөккә бирелмәһен өсөн шулай һайрай. Ә шулай ҙа үҙең тураһында йылы һүҙ ишетеү ҡайһылай рәхәт. Күңеле күтәрелеп китте уның. Сәй табынын йыйыштырғанда еңгә тейешле кеше һүҙ ыңғайы ғына Мәхмүттең йәш кәләшен ҡыуып ҡайтарыуы тураһында әйтеп ысҡындырҙы. Имеш, ҡәйнә менән ҡайны уны бөтөнләй ҡабул итә алмаған, гелән Сәлимә килендәре менән сағыштырып, тауыш сығарған, тиҙәр…
Был хәбәрҙән аптырап ҡалған Сәлимә башта тороп йүгерер хәлгә етте. Бәлки, Мәхмүте уның артынан килгәндер? Тик эске бер аң, тауыш сабыр итергә, ашыҡмаҫҡа өндәне. Ул үҙен ҡулға алып, һүҙҙе икенсегә борҙо, еңгәһенең хәлен һорашты, ҡайтырға ашыҡманы. Тағы ҡасан сыға әле ауылға, өйҙәге эштән арынып булмай.
Төштән һуң яйлап ҡына ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды ул. Тыҡрыҡҡа етеүенә ҡапҡа төбөндә егелгән фурман тороуын, уның тирәләй тәмәкеһен көйрәтә-көйрәтә Мәхмүте йөрөүен күрҙе. Ҡатындың күңелен шундай ҙур шатлыҡ солғап алды. Мәхмүтенә булған бөтә үпкәләре, әрнеүҙәре иреп юҡҡа сыҡты. Күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре эркелде…
Гөлшат Саматова.
Читайте нас: