+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
20 Февраль 2020, 18:00

Томанлы яҙмыш

Иртә лә генә томан,Кис тә томан –Был томанҡайҙарғаНи булған…(Халыҡ йырынан).

Ошо моңһоу, һағышлы йырҙы ишеткән һайын күҙ алдыма беҙҙән бер өй аша ғына торған күршебеҙ Минафа әбей килеп баҫа. Йылмайғанда ла күҙҙәре шундай моңһоу булып ҡала ине уның. Бына әле лә ҡап уртаға ярып, ике толомдан үрелгән сәсендәге көмөш тәңкәләрҙе сылтыратып, ашығып уҙып барышлай башын миңә табан бороп, йылмайып үтеп киткән кеүек. Күҙҙәренән моң-һағыш таралып, тирә-яҡҡа һибелеп ҡалғандай булды. Уйҙарым үткәндәргә тәгәрәне…
Йәш кенә килеш яусылатып килгән Сабир бабайға биреп ебәрә уны атаһы. Йәрәшеп, вәғәҙәләшеп йөрөгән егете лә була. Ялынып та, ялбарып та ҡарай ул атаһына: бер ай ғына көтөп торайыҡ, күнегәйем кейәүгә сығыу тигән һүҙгә, дуҫ ҡыҙҙарымды ла күреп ҡалайым, тип. Юҡ, атай кеше уны ишетергә лә теләмәй. Һин — сауҙагәр, мин — һатыусы, тауар – минән, мәһәре — һинән, тип кейәү булаһы кешене һыйлап, илата-илата ултыртып ебәрә ул ҡыҙын. “Артыҡ бала ла түгел инем, мохтажлыҡ күрмәй үҫтем. Ҡәҙерле инем бит һуң, ни өсөн ризалыҡһыҙ, мал оҙатҡан кеүек, ат арбаһына һалып ебәрҙе һуң атайым?” — тип ғүмере буйы ғазаплана Минафа. Өфөлә уҡып йөрөгән егетен һағынып, уға табынып ғүмере үткәнен дә һиҙмәй. Насар йәшәмәй ул Сабир менән. Бик ҡоро холоҡло, аҙ һүҙле булһа ла, йәберләп-кәмһетеп бармай ул Минафаны. Өс ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.
Тик балаларының яҙмышы бик аяныслы, үкенесле шул. Оло ҡыҙҙары Зәйтүнәгә ун алты йәш тулғанда, күршелә йәшәгән Шәмсиә әбейҙең өлкән ҡыҙы Гөлсирә Үзбәкстандан ҡайтып төшә. Зәйтүнәне үҙ яғына ауҙарып, бай кейәү табып бирәм, тип алдаштырып, үҙе менән алып китә. Ул заманда шул төбәктә йәшәгәндәр беҙҙең ауылдан да байтаҡ ҡына була. Ҡыҙынан хат-хәбәр килмәгәс, Минафа әбей балаһының хәлен белешергә йылы яҡтан ҡайтҡандарҙың береһенә бара ла һөйләгән хәбәрҙәренән сиргә һабыша. Гөлсирәнең Зәйтүнәне Үзбәкстанға алып барғас та бер үзбәккә ҡоллоҡҡа һатыуы, тегенеһе уны көн дә тиерлек туҡмауы, шул үзбәктән бер-бер артлы алты бала табыуы, башҡа балаңды күрә алмаҫһың, ахыры, тип әйтеүҙәре аяҡтан йыға әсәне.
Бер барырға ла йыйына улар. Тик теүәл адресын белмәгәс, Гөлсирәнең ҡайтҡанын көтәләр. Ялына, ялбара әсә Гөлсирәгә, алып ҡайт баламды, ҡунаҡҡа булһа ла, тип. Бер нисә йыл үткәс, ҡайтып төшә ҡыҙы ире, өс балаһы менән. Әсәһенән дә ҡартыраҡ күренгән Зәйтүнәгә бөтә ауыл халҡы аптырай. Үҙ телен дә онотҡан өҫтәүенә. Ир тигән кешеһе лә бер кем менән дә яңғыҙын ҡалдырмай ҡатынын. Иң мөһиме — иҫән бит, тип ҡыуана әсә кеше. Ҡулынан килгәнсә ҡунаҡ итергә, күңелен күрергә тырыша ҡыҙының, бүләктәр бирә. Тик бер тапҡыр ҙа асылып китеп һөйләшә алмай әсәһе менән Зәйтүнә. Ҡарашын йәшерә, йәш тулы күҙҙәрен ситкә бороп, тораташ кеүек ҡатып, шым ғына ултыра.
“Һуңынан ҡайтып алырһың, ҡалдырып тор Зәйтүнәмде”, – тип ялынған әсәгә ир кеше ҡаты ғына “юҡ” тип яуаплай.
Бер аҙна үткәс, улар юлға сыға. Һуңғы күрешеүе була әсәнең ҡыҙы менән. Күп тә үтмәй, йылы яҡтан ҡайтҡан берәү, әсәгә килеп: “Зәйтүнәңде ире аҫып үлтергән, оло ҡыҙы менән икәүләп сәтләүек ағасына аҫҡандар”, — тип хәбәр һала. Йәлләү ҙә, аяу ҙа юҡ әсә йөрәген.
Ошо хәлдән һуң Минафа инәй үҙ эсенә йомолдо. Былай ҙа һағышлы күҙҙәре тағы ла һағышлана төштө. Урамдан үтеп киткәндә, һыуға барамы ул, көтөү ҡаршылаймы, ҡаҙҙарын һыуға, йылға буйына ҡыуамы, сәстәренә ҡушып үрелгән тәңкәләре, йөрәк әрнеткес итеп сыңлап, бәүелеп, оҙата бара кеүек ине.
Бала ҡайғыһын күтәрә алманы буғай, һыҙып-һыҙып ҡына Сабир бабай мәңгелеккә китеп барҙы. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, улы өйләнеп, ҡайҙалыр ситтә, бик йыраҡта тора икән, тигән хәбәр йөрөнө ауыл өҫтөндә. Минафа әбей яңғыҙы тороп ҡалды.
Кистәрен ауыл ҡатындары йыйылышып ойоҡ-бейәләй бәйләгәндә, ул да килә торғайны. Ҡулынан бәйләмен төшөрмәне. Ауылда данлыҡлы балаҫ оҫтаһы ине ул. Уның өйөнә керһәң, бөтә ерҙә — һуғылған түшәк. Түрҙәге кәштәлә бер нисәһе эленеп торор ине. Һике өҫтөндә — күҙҙең яуын алып торорҙай шау сәскәле аҫалы балаҫ. Иҙәнендә — буйлыһы. Эш өҫтөндә ултырғаны ла күренмәне үҙенең. Шулай ҙа бер көн һораным үҙенән:
— Ҡасан һуғаһың ул балаҫтарҙы? — тип. Һағыш тулы күҙҙәрен миңә төбәп, Минафа әбей ауыр һулап ҡуйҙы ла:
— Ә төндәр нимә өсөн? — тип яуапланы. Һуңынан, әйтеп ҡалырға тырышҡандай:
— Балаларымдың яҙмыштарын барлай-барлай таң атҡанын да һиҙмәйем, матур теләктәр теләп, сағыу итеп һуғырға тырышам балаҫтарҙы. Тик балаҡайҙарымдың яҙмышы бигерәк төҫһөҙ булды шул, — тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
Кис ултырған саҡтарҙа бер ваҡытта ла кешегә ҡушылып һүҙ һөйләмәҫ, әҙәм тикшермәҫ, тыныс ҡына тыңлар ҙа: “Не знайка инде был донъяны”, — тип ҡуйыр ине. Уны үҙе юҡта “Незнайка” тип тә йөрөтәләр, яратып ҡына, ихтирам йөҙөнән.
Бер көн ул беҙгә әсәйем янына хәл белергә инде лә, оҙаҡ ҡына сәйләп, һөйләшеп ултырҙы. Күрше булып йәшәп, ғүмер буйы матур ғына бер-береһенә йөрөштө улар әсәй менән. “Ауыр саҡтарымда терәк ул миңә Минафа апай, — ти торғайны әсәйем. — Һүҙ йөрөтмәй, матур кәңәштәр бирә, түҙемлек өлгөһө”. Бер сер ҡапсығы кеүек күрә инем мин бала саҡта Минафа әбейҙе.
Әллә аҙ һүҙлелеге, мәғәнәле кәңәштәре менән арбаны ул мине. Уның янында шундай тыныс, рәхәт була торғайны. Сәй табынын йыйыштырып, иркенләп карауатҡа менеп ултырғас, әсәйем Минафа әбей менән бәйләмгә керешеп китте. Ошонан уңайлы мәл булмаҫ тип, мин Минафа әбейгә: “Ә һин Сабир бабайҙы яратып йәшәнеңме?” — тип ысҡындырҙым. Бәйләмен тубығына һалып, ул тәҙрәгә текәлде. Әйтерһең дә, тегендә, тышта уны үткән ғүмере көтөп тора. Оҙаҡ күҙәтте ул урамды. Әсәйемдең шелтәле ҡарашын тойоп, мин дә тынып ҡалдым. Оҙаҡ ултырҙыҡ, һәр беребеҙ үҙ уйҙарына бирелеп. Биргән һорауымды ла онотоп, мин йәшлек йылдарым буйлап йүгерә инем инде. Бына тымыҡ ҡына Өсән йылғаһы, һыуға эйелгән өйәңкеләр… Ҡулдарыма туфлиҙарымды тотоп, йомшаҡ хәтфә үләндән ашығам. Яр буйына әкрен генә гармун моңо тарала…
Минафа әбейҙең әрнеү ҡатыш һағышлы тауышы мине кинәт бөгөнгөгә ҡайтара:
– Эйе, яратып йәшәнем, балам. Тик уны түгел…
Һораулы ҡарашымды уға төбәйем.
— Эйе, эйе! Уны түгел. Йәшлегемдә ҡалған берәүҙе. Гелән уны күҙ алдына килтереп, һағынғанда йырлай ҙа илай инем…
Иртәлә генә томан,
Кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тау башына менеп,
Ташҡа баҫып һин ҡарарһың,
бәғрем,
Мин булмам.
Минафа әбейҙең моңло тауышы өй эсенә һыймай, бар донъяға таралған һымаҡ. Күҙ йәштәре бәйләменә тамып, уның эсенә кереп юғала. Шул ваҡыт күҙ алдыма тау башында баҫып торған Минафа әбей килә. Шундай матур ике толом елдә елберләй, имеш… Ә инде тәңкәләре тау еленән зыңлап тирә-яҡҡа һибелгәндәй.
Кинәт тау өҫтөн томан ҡаплай. Ап-аҡ. Яңы һауған һөттәй аҡ томан. Тау шуның эсендә ҡала. Мин шым ғына илап ултырғанымды иҫләп алам.
– Ниңә илайһың, балам? — Минафа әбейҙең йомшаҡ тауышынан мин ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтам.
– Ә мин һинең яҙмышты уйлап ултырам, онотолоп киткәнмен, әбей. Ә кем һуң ул һинең мөхәббәтең? Ҡабат бер ҙә осрашманығыҙмы ни? — тип төпсөнәм.
– Осраттым шул. Осраттым да яраларымды яңырттым. — Уң ҡулы менән карауатҡа йәйелгән балаҫтың биҙәктәрен һыйпай-һыйпай Минафа әбей хәтер йомғағын тағатты. — Сабир бабайың иҫән ине әле ул саҡта. Балалар инде үҫеп етеп, таралышып бөткән. Эҫе йәй көндәре тора ине. Бесән әҙерләп бөттөк. Иртән һыйыр һауып, көтөүҙе ҡыуырға күршеләрем бар бабайға ярҙамға. Барып ҡайтырға булдым Ҡаңны-Төркәйгә. Ара алыҫ ҡына булһа ла, йәйәүләргә хәл иттем. Былай тураға барһаң, Ҡоръятмаҫ аша әллә ни алыҫ та түгел. Бер аҙ бешеренеп, күстәнәстәр алып, юлға сыҡтым. Ҡартҡа ылау бар, тип алданым. Бик төпсөнөп тә торманы үҙе. Имен-аман йөрөп ҡайт, тип оҙатып ҡалды.
Нимәлер мине ашҡындырып, ашыҡтырып өйөмдән алып сығып китте. Тиҙ үттем Ҡоръятмаҫты. Бүздәк юлына сыҡҡанда төш тә етмәгәйне әле. Оло юл буйлап йөгөмдө арҡаға биштәрләп китеп барғанда, бер еңел машина елдереп үтеп китте. Ҡул күтәрмәнем. Тыуған яҡтар шундай һағындырған, тирә-яҡты күҙәтеп, донъяның хозурлығына һоҡланып атланым да атланым… Мине уҙып киткән машина, кинәт артҡа биреп, яныма килеп туҡтаны. Минең йәштәр самаһындағы сал сәсле ир, машинанан сығып, ҡаршыма атланы…
– Минафа, һин түгелме был? — Төштәремә инеп йонсотҡан, шундай таныш, шундай ҡәҙерле тауышты ишетеп, өнһөҙ ҡалдым. Ҡолағымда шул саҡ, көт мине, Минафа, уҡып бөткәс тә ҡайтып алырмын, тигән һүҙҙәре яңғырап китте.
– Ибраһим! — үҙ-үҙемде белештермәй уға табан йүгерҙем.
Бер-беребеҙҙең ҡосағында күпме торғанбыҙҙыр, иҫләмәйем. Ул мине бер аҙ этеберәк ебәреп, ҡулдарымдан тотто ла күҙҙәремә төбәлде. Шундай таныш, яҡын, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр… Әйтерһең дә, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Беҙ икәү баҫыу ҡапҡаһында торған һымаҡ. Ә арала 40 йылға яҡын ғүмер…
Г. Саматова
(Аҙағы бар)
Читайте нас: