+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
26 Февраль 2020, 17:00

Германия ҡәберлегенән бер ус тупраҡ

Әхмәт олатай 1944 йылдың мартында үлеп ҡала

Германияла Нәсур Юрушбаев исемле татар кешеһе йәшәй, режиссер булып эшләй. Ул Германияның Берген-Бельзен концлагерында тотҡонлоҡта ғазапланып үлгән совет һалдаттары ерләнгән ҡәберлеккә бара.
Был әсирҙәр араһында 1906 йылда Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған Әхмәт Нагаевтың да исеме бар. Ул 1942 йылдың йәйендә Иҫке Оскоп ҡалаһы эргәһендә әсирлеккә төшә. Концлагерҙа совет һалдаттарын нисек язалауҙарын һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. Әхмәт олатай 1944 йылдың мартында шунда үлеп ҡала. Уға ни бары 38 йәш була.
Нәсур Юлдашбаев бер мең әсир ерләнгән ҡәберлеккә барып, бер ус тупраҡ һәм сәскәләр ала. Германия еренән килгән тупраҡ менән сәскәләр Әхмәт Нагаевтың Баҡса ауылында йәшәүсе улына тапшырыла. Улар әсәләренең ҡәбере өҫтөнә һалына. Нәсур ағай үҙе иһә был ҡәберлеккә Ҡол-Шәриф мәсетенең һүрәтен һәм ҡыҙыл емешле сәскә бәйләмен һала, әруахтар рухына доға ҡыла...
Гөлназ Бәҙретдин.
Читайте нас: