Беҙ күмәк инек. Урам тулы бала-саға. Бер төркөм сәпәмә туп уйнай. Хәҙергә әле ауылда резина туптар юҡ. Булһа шул бер-икелер. «Ҡымыҙник балалары» бүләк итеп ҡалдырып киткәндәре. Юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде. Үҙебеҙ яһайбыҙ. Яҙ көнө һыйыр ябағаһы һыҙырылып ҡубып тора. Ана шул йөндән әүәләп яһаған туптар һәр өйҙә тиерлек бар.
Икенсе төркөм ашыҡ һуға. Ашыҡ етерлек. Етерлек булһа ла бер кемдең дә оттораһы килмәй, ғәрләндерә. Хәрәмләшеүҙәр һиҙелһә, тауыш сығып китә.
Иртә яҙҙан ырҙын артында уйҙым-уйҙым сиҙәм асыла. Шунда йыйылышып сығабыҙ ҙа, аяҡ кейемдәрен һалып ҡуйып, йәһәт-йәһәт кенә йүгерешеп алабыҙ. Йәһәтләмәһәң, аяҡ өшөй. Һиҙеп ҡалһалар, әсәйҙәр ҙә ҡурҡыта. Бына аяғың себешләһә, йәй буйына йөрөй алмай ятырһың әле, тиҙәр.
Үрге ос Зәки ағай бәләкәй генә молотилка яһаған. Әрем йыйып алып барып һуҡтырып ҡарайбыҙ. Шөйлә орлоғон, һаламын айырып төшөрә. Көҙөн, ағас япраҡтары ҡойолғас, урамдың буйынан-буйына шар һуғалар. Быныһына беҙ ҡатнашмайбыҙ, ситтән генә ҡарап торабыҙ. Ап-арыу быуын нығытҡан ағайҙар уйнай. Һәр ҡайһыһының ҡулында суҡмар. Шар имән тамырынан үртәп яһалған. Ниндәй ҡеүәт менән тотонһалар ҙа ярылмай. Хәжғәли ағай бигерәк ғәйрәтләнеп һелтәнә. Мин уның эргәһенә барырға ҡурҡам. Приюттан ҡайтҡан тип һөйләйҙәр. Башында ялбыр йөнлө дүлмән бүрек. Үҙебеҙсә бер ауыҙ һүҙ белмәй, онотоп бөтөргән. Русса ғына һөйләшә. Беҙҙең Көрмәнкәй Дәүләкәнгә терәлеп торһа ла, бығаса ауылыбыҙҙа уның ише руссаны һыу урынына эскән кеше юҡ ине әле.
Бала саҡ, терегөмөш шикелле, бик хәрәкәтсән бит. Һайт тигәнгә, тайт тип, осорға ғына тора. Энергияны баҫырға әмәл етерлек. Маҡтаулы һөнәр булмаһа ла, манма тиргә батып ауылдың бер осонан икенсе осона ат ҡараҡлы уйнап сабышабыҙ. Айырыуса шау-шыулыһы, хәлде алғаны – аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы. Әүәл, ғәҙеллек өсөн, уҙаҡлашабыҙ. Юғиһә, аҡтар булырға бер кемдең ризалығы юҡ. Вәхит ағайымдың армиянан кейеп ҡайтҡан шлемы бар. Уны ҡыҙылдарҙың командирына кейҙерәбеҙ. Ахыр сиктә барыбер ҡыҙылдар еңә.
Рәхәт, мәшәҡәтһеҙ бала саҡтың дәүере ҡыҫҡа. Күҙ асып-йомғансы ул ғүмер тарихына күсеп китә. Алмашҡа үҫмер саҡ, йәшлек килә. Былары ла бик мауыҡтырғыс икән. Хеҙмәт бурыстарың да һәлмәкләнә төшә. Яурынға тир бәреп сығармаған эш һанға һуғылмай. Өҫтә кейем-һалым да үҙгәрә. Башлап Аҫылбай бабай ике улына пальто алып бирҙе. Сиратлашып кейеп ҡарайбыҙ, һәммәбеҙгә килешә. Ап-арыу ҡалыная төшкән тауыш менән киске уйындарҙа йырға ҡушылаһың. Ғәзиз бабай тирәктәре эргәһенән күтәрелеп, Ыласын күле буйҙарына яңғырап торған йырҙарыбыҙҙа дошманға нәфрәт, Ватанды һөйөү хистәре үрелә. Иҫәпһеҙ күп йондоҙҙар менән нағышланған күк көмбәҙе аҫтында тәүге мөхәббәт ярала. Дөрөҫ, әле был тормош юлдашын табыу уҡ түгелдер. Шулай ҙа берәү бүтәндәрҙән яҡыныраҡ кеүек тойола башлаған мәл.