0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
29 Февраль 2020, 14:00

Беҙ күмәк инек

Көрмәнкәй Дәүләкәнгә терәлеп торһа ла, ауылыбыҙҙа руссаны белгән кеше юҡ ине

(Аҙағы)
Беҙ күмәк инек. Һуғыш башланғанда йәш инек. Илебеҙ ҙә йәш ине. Аҡтарҙы, интервенттарҙы һепереп түккәнгә ни бары 20-21 йыл үткәйне. Шулай ҙа көс-ҡеүәт ултыртырға өлгөргәнбеҙ икән. Илебеҙгә дошман ябырылғас, һырлығышып һуғышҡа киттек. Бары дүртебеҙ әйләнеп ҡайтты. Ихтимал, тағы бер нисәбеҙ иҫәндер. Бүтән ауыл-ҡалаларҙа төпләнеп оя ҡорғандарҙыр. Теге ғәйрәтләнеп шар һуғыусы Хәжғәли ағай фашистың шар башына ла арыу тондорғандыр. Һуғыштан түшенә Ҡыҙыл Йондоҙ тағып ҡайтҡан Зәки ағай ҙа ҡыҙыу урында булғандыр, яралары күп ине. Яу ҡырында ятып ҡалған тиҫтерҙәрҙе берәмләп исемләмәйем. Шулай яҡшыраҡ булыр. Яҡындарының йөрәк яраһын ҡуҙғатмайым, тим. Тәүге мөхәббәт бөрөләнгән йәшлектә вәғәҙәләр ҙә бирелгәндер. Унһыҙ булмағандыр. Һуғыш ашҡыныулы теләктәрҙе, сабыр өмөттәрҙе селпәрәмә ҡыйратты.
Уҙған йылдың йәйендә Белоруссияла оло байрам булды. Республиканы азат итеүҙең 40 йыллығына бағышланды ул. Яугирҙәр, партизандар, подпольщиктар саҡырылғайны. Мине лә саҡырҙылар. Йәмәғәтем менән икәүләп барҙыҡ. Лепель ҡалаһына 28 июндә килеп төштөк. Был ҡаланы икенсе мәртәбә күреүем. Тәү тапҡыр унда 40 йыл элек нәҡ ошо көндө аяҡ баҫҡайным.
Хәтәр йылдарҙың утлы юлдары. Баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыу һуғыштары барған саҡ ине. Дошманды ҡыҫырыҡлап сығарғанда мин ауыр яраланып йығылдым.
Хәҙер ҡала үҫкән, матурланған. Урам тулы йәштәр – бындағы алыштарҙы өлкәндәр һөйләүе буйынса ғына белгән, һуғыштан һуңғы быуын. Һуғыш бик алама нәмә. Ләкин уны оноторға ярамай. Бында һуғыштың киҫәтеүсе иҫтәлектәре күп. Тимер юлы вокзалы алдында туғандар ҡәберлеге. Ҡаланы азат иткәндә һәләк булған 376 яугир ерләнгән. Баҡсаларҙа – айырым ҡәберҙәр. Мәрмәр таштарға исемдәре уйылып яҙылған.
Һуғыш ваҡытында райондың бөтә сәнәғәт предприятиелары емерелгән, 39 ауыл яндырылған, 8 мең кеше һәләк булған, Германияға оҙатылған. Беҙҙе ҡунаҡ иткән хужалар бер көндө ҡаланан алыҫ түгел урман аҡланына алып барҙылар. Фашистар машиналарға тейәп алып килеп, 2 мең кешене атҡандар. Артабан асфальт юл мөһабәт мемориалға алып килде. Бик ҙур ике бетон плитанан ҡыйыҡ яһалған. Бында элек Виненки ауылы булғанын хәтерләтә ул. Ергә лыпын һалынған ҡалын плиталарҙа 114 кешенең исем фамилиялары яҙылған. Өйҙәренә бикләп тереләй яндырылған ошо ауыл халҡының исемлеге был. Арттағы ҡалҡыулыҡҡа ғазапланған-яфаланған, ләкин бирешмәгән ир менән ҡатын һыны ҡуйылған.
«Кешеләр! Йөрәгегеҙ типкән саҡта хәтерләгеҙ! Ниндәй баһа менән еңеп алған бәхет, зинһар хәтерләгеҙ!» тип саҡыра мемориал.
Йоторға ажғырып килгән фашистар дөмөктө. Тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ, гүзәллек, бәхет нурҙары менән балҡыған Бөйөк Еңеү килде! Алдағы көндәр имен булһын.
Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Хәмит Атанғоловтың иҫтәлектәренән.
Читайте нас: