Һоҡланып мин сихри гүзәлеккә,
Бөгөн тағы бына ил гиҙәм.
Юл буйына оҙатып бара мине
Нәҙек билле зифа ҡайындар.
Улар иркә йәш кәләштәр кеүек,
Ынйы бөртөгөләй йым-йым итә,
Ҡайындарҙың алҡа-суҡтары.
Ә шыршылар, аҡ күлдәген кейеп,
Зәңгәр күккә атҡан уҡтарын.
Аҡ ҡайындар, әйтерһең дә инде,
Туй күлдәге кейгән кәләштәр.
Кейәү егеттәре – шыршылар ҙа
Ергә бирнә һибә көмөштән.
Сихри донъя –серле әкиәт иле,
Һоҡланып та туймаҫ мөғжизә.
Килер быуындарға гүзәллегең
Һаҡлай алһаҡ ине, тәбиғәт!