+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
6 Март 2020, 18:00

«Районка»ма

2020 йылдың 8 мартында «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзитебеҙҙең тәүге һаны донъя күреүгә 90 йыл тула. Юбилейы уңайынан уға киләсәктә лә уңыштар теләйем. Гәзиткә арналған ҡотлау һүҙҙәремде һеҙҙең иғтибарға еткерәм.

«Районка»ма
Инде бер быуатҡа яҡын
Һине нәшер итәләр.
Килеүеңде бик һағынып
Һәр-бер йортта көтәләр.
Һәр кемдең дә – үҙ яҙмышы,
Үҙ тарихы – һәр кемдең.
Һин иғтибарға лайыҡһың,
Район гәзитем минең!
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе
Сығаһың һин күтәреп.
Донъялағы төрлө хәлде
Ебәрмәйһең үткәреп.
Яҡташтарҙың күңеленә
Өҫтәп тораһың ялҡын.
Һиндә һәр-бер һорауына
Яуабын таба халҡым.
Бик күп йылдар дауамында
Үҙ бурысың үтәйһең.
Беләһең, тырышлыҡтарың
Уңыштарға илтәһен.
Тик, тауҙарға менер өсөн,
Кәрәк күп көс түгергә.
Бирешмәҫһең, мин ышанам,
Үрмәләрһең тик үргә!
Бик күп йылдар үтһәләр ҙә,
Беҙ ҡалырбыҙ йәнәшә.
Ҡыуандырып кешеләрҙе,
«Районка»м оҙаҡ йәшә!
Читайте нас: