Йөрәгемә әллә нимә булды:
Берсә ҡала кеүек туҡталып.
Бер ҡараһаң, сәсәй-сәсәй сапҡан,
Күңелем дә никтер йәмдәр тапмай,
Күҙҙәрем дә моңһоу һағыштан.
Шатлыҡ сәскән ҡояшымды ҡаплап,
Ҡайғыларым күккә олғашҡан.
Ғүмер усағымдың инде бына
Һүнеп барған кеүек ҡуҙҙары.
Сыҙамлыҡтар бирсе, ебәрергә,
Шул көндәрҙе, Хоҙай, уҙғарып.
Бир, Хоҙайым, миңә кескәй осҡон,
Шул сағында ҡайғыларым түгел,
Тик шатлыҡтар йәйер ҡосағын.