+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
18 Март 2020, 18:40

Хыялдар

Ҡайтығыҙсы, хыялдар!

Хыялдарҙа киң йыһанды
Икәүләп гиҙә инек.
Емелдәшкән йондоҙҙарҙы
Берәмләп өҙә инек.
Хыялдарҙа алтындарҙан
Һарайҙар һала инек.
Бирешмәйсә дауылдарға,
Беҙ алға бара инек.
Хыялдарҙа бар юлдарҙы
Бергәләп уҙа инек.
Тик мөхәббәт моңдарынан
Шат йырҙар һуҙа инек.
Хыялдарҙа ауырлыҡтар
Ең(ә) алмаҫ кеүек ине.
Алда көткән яҙмышыбыҙ
Яҡты көн кеүек ине...
Тик хыялдар юҡҡа сыҡты,
Йән әрнетте хыянат,
Хылдағы бәхет һүнде,
Һынды иңдәге ҡанат...
Йөҙҙәремә биҙәк өҫтәп,
Елеп уҙалар йылдар...
Йөрәгемә ҡуҙҙар өрөп,
Ҡайтығыҙсы, хыялдар!
Читайте нас: