-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
19 Март 2020, 15:00

Һыңар ҡанат

Бер миҙгелдә яҡты ҡояш һүнде,Күк көмбәҙе төштө ем(е)релеп.Беҙҙең мөхәббәтте бәйләп тотҡанМиллион ҡылдар китте өҙөлөп.

Ожмах түре булған ғаиләмдә
Йәшәй инем, белмәй бер ҡайғы.
Һинең хыянаттан ҡаршы алды
Йәһәннәмдең утлы тамуғы.
Остом утҡа, һүндерерлек түгел,
Тәнде-йәнде тик бер уй өтә.
Бер ни аңламайым, шаңҡып ҡалдым,
Киләсәктә беҙҙе ни көтә?
Терәлгәндәр ине беҙҙең иңдәр,
Парлы ине иңдә ҡанаттар.
Һындырмайса ғына ҡайырҙың да,
Яраланың һыңар ҡанатты.
Хәҙер инде бейектәргә осмаҫ –
Парһыҙ ҡанат бик тиҙ арый ул.
Мең-мең һорау телә йөрәгемде:
Йылынырмы ҡабат аралар?
Бәйләй алырһыңмы ҡанатымды?
Төҙәлерме ҡабат яралар?
Тағы әллә күпме шундай һорау
Сикәләргә салдар яғалар.
Әлегә мин яуап таб(а) алмайым,
Килә (а)лмайым һаман һушыма.
Ер ярылһа, төшөп китер инем,
Күңелемдә – төпһөҙ бушлыҡ та.
Мең-мең һорау, икһеҙ-сикһеҙ уйҙар...
Был һынауҙы нисек уҙайым?
Минең хәлгә ҡалған һәр бәндәңә
Түҙемлектәр бирсе, Хоҙайым?!
Читайте нас: