-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
4 Апрель 2020, 17:00

Хыянат

Әлфинур иренән гел һөйөү көтөп йәшәне.

Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны. Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты.
Ошоғаса һайланып йөрөгән ҡыҙ, Саматты күргәс саҡ иҫе китеп йығылманы. Баш-көллө ғашиҡ итте егет ҡыҙҙы.
Самат та ҡыҙҙы оҡшатты, һушын юғалтып йығылырлыҡ булмаһа ла , унан башҡаны йөрәге ҡабул итмәйәсәген аңлағайны инде.
Йәштәр өйләнешеп һәүетемсә генә донья көтөп алып киттеләр. Ир эшләне, ҡатыны өйҙә балаларын тәрбиәләп ултырҙы.
Әлфинур харап шәп ҡатын булып сыҡты. Самат бер ҙә үкенмәне уға өйләнгәненә, ә Әлфинур хисле йөрәк, күбеһенсә хистәр тулҡынында йөҙгән ҡатынының күңеле бигерәк йомшаҡ ине шул.
Үҙе ирен яратып, уны "өф" итеп тороусы Әлфинур, иренән дә гел һөйөү көтөп йәшәне.
Тормоштары ҡәҙимгесә барҙы, инде балалар ҙа ҙурайып килә. Тормош мәңге шулай дауам итер һымаҡ ине Әлфинурға. Әммә ул яңылышты, тормош гел генә бер көйгә бармай икән ул .
Самат һуңғы арала бик йыш эсеп ҡайтҡылай башланы. Элек тә эскеләне ул, тик иҫерек булһа ла, ишекте шар асып ҡайтып инә лә:
- Мөмкинме, индерәһеңме? - тип бер ҡатлы йылмайып торған иргә асыуланып та булмай ине.
Ә хәҙер нимәлер үҙгәргән. Тик нимә? Әлфинур аңлай ҙа белә лә алманы.
Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йышайҙы, хатта өсәр көнләп юғалып торған ире, ҡатыны һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы.
Төн уртаһында, иҫереп ҡайтып инеп, йоҡлап ятҡан Әлфинурҙы һөйрәп алып типкеләгән саҡтары йышайҙы. Ҡатын ишекте бикләмәй ине, тиҙ арала асып өлгөрмәһәң ишекте емереп инергә лә күп һорамаҫ.
Бына бөгөн дә күҙенә йоҡо эленеп ҡалған, иренең ҡайтып инеүен дә абайламаған. Күҙенә аҡ ҡара күренмәгән Самат ҡатынды сәсенән һөйрәп торғоҙҙо ла осора һуҡты. Әсәләренең сар итеп ҡалыуына, йоҡлап ятҡан балалары ҡурҡышып, ырғып торҙолар.
- Ҡайҙа йөрөп, уйнаш итеп ҡайтып йоҡлап ятаһың?!
Һуңғы ваҡытта иренең үҙе ҡайҙалыр юғалып йөрөп ҡайтып, өйҙән сыҡмаған ҡатынын әллә кемдәргә ҡушып боларыуы үҙәгенә үткәйне инде. Сабырлығы юйылған ҡатын, балаларын алып әсәһенә ҡайтып китте.
Әсәһе лә уға баллы тормош әҙерләп ҡуймағайны. Үҙ балаһы булһа ла, Әлфинур хәҙер теленгән икмәк шул. Бер теленгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек, ҡатын бында ла һыйманы.
Ни күрһәм дә үҙ йортомда күрәйем тип, эт ояһына әйләнгән өйөнә кире ҡайтты ул.
Ире тәүбәгә килеп, Себер тарафтарына эшкә сығып китте. Йәнәһе, ҡутара аҡса эшләп, ғаиләһен ҡарай инде.
Себерҙә күпме йөрөһә лә, аҡса ебәрмәне Самат. Аҡсаһыҙлыҡтан осто осҡа саҡ ялғаған ҡатын, үҙ юнен үҙе күрҙе. Телефондан шылтыратҡан ҡатынына һәр саҡ асыуланған ирен аңлай алманы ул. Көндөҙ итһә лә, төндәме ул мин эштә булды яуап. Аптыраған Әлфинур :
- Бер туҡтамай эшләп тик йөрөмәйһеңдер бит, төшкө аш йәки кис эштән буш ваҡытта һөйләшә алмайһыңдыр шул, тип асыуланып та ҡараны. Самат трубканы ташланы йә һүндерә йә алмай йә бөтөнләй связгә сыҡмай ине.
Яңы йыл яҡынлашты. Иренән бер тауыш та булмағас, балалары менән генә ҡаршыланы байрамды.
Күпмелер ваҡыт үткәс ире ҡайтып төштө, әйтмәй генә. Ирен һағынып, зарығып көтһә лә һүҙҙәр берекмәне.
Ашағанда ла Әлфинур һүҙ башлап ҡараһа ла, ире тырт мырт теләр теләмәҫ яуаплағас, ҡабат һүҙ ялғанманы.
Йонсоған, үлмәле булып ябыҡҡан ирен, арығандыр, ярар ял итһен тип күңеленән аҡларға тырышты.
Асҡаҡланып ҡайтҡан ир, әҙер тамаҡты бүреләй йыпыра ла бот күтәреп тик ята ине. Ҡатынының
- Утын бөтөп бара - тиеүен дә яуапһыҙ ҡалдырҙы - аҡса алып ҡайтманыңмы ней - тиеүенә лә ажғырып ҡына ҡуйҙы. Ахырҙа, Әлфинур ҙа шымды.
Әҙерәк ял итеп алған ире бер көн бөтөнләй сығып китеп юҡ булды. Ҡатын уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәне, шылтыратһа бөтөнләй телефоны һүнгән булып сыҡты. Эй, ҡайтыр әле тип ҡул һелтәне аҙаҡ.
Ҡайтты ире, ҡайтмай ҡайҙа барһын. Асығып, араҡы еҫе борлап ҡайтҡан иренең алдына өндәшмәй генә, аш һалып ултыртты, тәрилкәләге итте алдына этте. Бер буй ҡаҙыны бер үҙе тығынып бөткән иренә, йөрәге әсенеп ҡарап ултырҙы. Ашамай йөрөп, ҡапыл тығынған ире төнө буйы ауырыны, ашҡаҙанынан сыҙамай уфылдап таң аттырҙы.
Иртәнсәк торғас :
- Мин ҡабат Себер сығам - тип ҡапыл ғына йыйынды ла сығып та китте. Аптырап ҡалған Әлфинурға :
- Шылтыратып ҡаңғыртма, үҙем шылтыратырмын, ун көндән аҡса һалырмын - тигән иренә ауыҙ асып ышанып тороп ҡалды бер ҡатлы Әлфинур.
Миңзифа Ҡашҡарова.
(Дауамы бар)
Читайте нас: