Күпме генә тилмереп көтмәһен, Саматы шылтыратманы ла аҡса ла ебәрмәне. Инде утыны ла ике өс көн яғырлыҡ ҡына ҡалып бара. Сыҙамлығы юйылған ҡатын иренә шылтыратырға булды.
- Сәләм. Хәлдәрең нисек? - тип һүҙ башлаған Әлфинурҙы,
- Нимә кәрәк һиңә минән?! -тип иренең ҡысҡырыуы һиҫкәндерҙе.
- Аҡса ебәрәм тигәйнең дә, утын бөттө, тип илаулаған ҡатындың, иренең яуабын ишеткәс өнө тығылды.
- Ҡаҡшатма мине! Үҙеңдең проблемаңды үҙең решать ит, мин һине знать не знаю.
Әлфинур телефонды һүндерҙе лә, бергилке һеңгәҙәп ултырҙы. Саматын ен алыштырғанмы әллә?
Ҡатын төн йоҡоһон йоҡламаны, уйланып, әйләнеп тулғанып сыҡты ла, таң атыу менән, әхирәте Сәлимәгә китте. Әхирәте, ирен ерләгәндән һуң һуҡмалаштырырға ярата былай, шулай булһа ла ауыр саҡтарында Әлфинурҙы ташламай торған. Ике әхирәт тиҙ арала йыйынып, Әлфинурҙың балаларын әсәһенә алып барып ҡалдырҙылар ҙа, такси саҡыртып Өфөгә эш эҙләп сығып та киттеләр.
Өфөлә икеһенең дә туғандары юҡ ине. Әлфинурҙың әсәһе яғынан булған сыбыҡ осо ҡустыһынан башҡа. Ҡустыһы ихлас ҡына саҡырһа ла, килендең күҙ ҡарашынан уҡ белеп була ине, был икәүҙең баҫып килеп инеүен өнәмәгәне.
Ауыл күстәнәстәрен тапшырғас ҡына , йөҙө әҙерәк, болот араһынан ҡапыл килеп сыҡҡан ҡояштай балҡыны балҡыуын. Барыбер ҙә, ире һымаҡ бөтә доньяһын онотоп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә алманы.
Әлфинур тиҙ арала эш табырбыҙ тип өмөтләнгәйне лә, тик өмөтө аҡланманы. Улай уҡ анһат ҡына түгел икән дә эш табыуҙары.
Инде өсөнсө көн ҡуна ҡалыуҙарын күргәс, килен, тунының тиҫкәре яғын кейҙе. Йоҡо бүлмәһенә саҡырып индереп, иренең тетмәһен теткәнен ишеткәс, Әлфинур кире ҡайтып китергә лә уйлап ҡуйғайны.Сәлимә яҡын да юламаны.
- Иртәгә мотлаҡ эш табасаҡбыҙ!
Ҡайҙарға ғына инеп ҡараманылар, анкета тултырталар ҙа, өс йәки биш көндән шылтыратырбыҙ тип матур ғына оҙатып ҡуялар.
Автобус туҡталышында торғанда Әлфинур:
- Әйҙә, дворник булып барайыҡ, йәшәргә урын да бирәләр ти - тип тәҡдим итте.
Тағы ла әхирәте риза булманы. Лом менән боҙ ҡутарып йөрөгән ҡатынға ымлап:
-Бынау һыуыҡта ошолар кеүек, өшөп туңып йөрөгөң киләме? Лучше мин кондуктор булып барам. Йылы автобуста билет һатып ҡына йөрөүе пүстәк бит ул - тип көлдө.
Әлфинурға Сәлимәгә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ҡуш ҡуллап алдылар уларҙы эшкә. Ятаҡтан урын да бирҙеләр.
Ятаҡ тигәндәренә барып ингәс, Әлфинурҙың арҡаһы буйлап һалҡын тир аҡты. Үҙен төрмәгә килеп ингәндәй, хис итте. Атылырға торған күҙ йәштәрен тыйып, үҙен ҡулға алды.
Төрмәнең ҡалай икәнен кинонан күргәне бар инде. Ике ҡатлы карауаттар теҙелгән бүлмә, ысынлап та, шул кинола күргән төрмәне хәтерләтә. Егермеләп ҡатын ҡыҙ йәшәй икән бында.
Ҡуш ҡуллап, ҡолас йәйеп ҡаршы алманылар яңы килеүселәрҙе. Әлфинурҙың:
- Һаумыһығыҙ! - тиеүенә яуап ҡайтарыусы булманы. Береһенән береһе ҡурҡынысыраҡ, бандиттарға оҡшап торған, ирһүрәттәргә әйләнеп бөткән ҡатындарға ытырғанып ҡараған Әлфинур, үҙен бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәселәй тойҙо. Үҙен :
- Зинаида Петровна - тип таныштырған ҡатындың атамандары икәнен аңланы Әлфинур.
- Бер ниндәй ҙә Зинаида Петровна түгел ул, тыңлама һин уны. Беҙ уны Зинка тип йөрөтәбеҙ. Ә мин Света булам- кәүҙәгә йыуан, асыҡ йөҙлө ҡатын Әлфинурға ҡулын һуҙҙы.
Иң төптәге карауаттан ҡарлыҡҡан һүгенеүле тауыш яңғырағайны ла, ике атаман уны тыйып ҡуйҙы.
Аҙағыраҡ уның шестерка икәнен кемдер Әлфинурҙың ҡолағына шыбырланы.
- Һаҡ бул, ауыҙыңды үлсәп ас - тип иҫкәрттеләр.
Нимәһе менән төрмә түгел?
Ысын төрмә ине был ятаҡ, матур тормошҡа күнеккән Әлфинур өсөн.
Ярар, килеүен килгәс, вахтаны срогын тултырайым да, эш хаҡы алғас, ҡайтып китермен тип үҙен йыуатты.
Ауыҙын да үлсәп кенә түгел, бөтөнләй асманы ул. Арыуыраҡ күренгән бер нисә ҡатын менән генә һөйләште, ҡалғандарына күтәрелеп тә ҡараманы, үҙ яйына йөрөй бирҙе. Хәбәрсел Сәлимә тиҙ арала үҙ кешеләренә әүерелде. Өндәшмәҫ Әлфинур оҡшамай ине уларға. Уға ҡырын - мырын ҡараусылар, аҙым һайын аяҡ салырға әҙер тороусылар күп ине.
Таңғы сәғәт дүрттән торор кәрәк. Йоҡо туймай, зомби һымаҡ йөрөнө ҡатын.
Иң тәүҙә медпунктҡа йүгерәһең,эшкә сығыу өсөн табиптан рөхсәт кәрәк. Эскәндәрҙе сығармайҙар ине. Анау бер өрҙөргөсенән дөрөҫ итеп өрә белмәй эй, ҡаңғырҙы ҡатын. Табип әрләй, сиратта тороусы кондуктор һәм водительдәр һуҡрана:
- Йә инде, нисә сәғәт тораһың?! Эшкә һуңлайбыҙ.
- Белгегеҙ килһә, мин эсмәйем! Бында һеҙгә алкаш бармы, өрә белергә?! - йәне көйгән Әлфинур трубканы өҫтәлгә быраҡтырҙы.
Табип ҡатын да ярһып китте.
- Нормально өрә белмәһәң, эшкә допуск юҡ һиңә, әйҙә гуляй!
Ярһыуын баҫып, көс хәл менән өйрәнде ул шул нәмәләренә өрөргә. Табиптан печать һуҡтырғас, кассаға йүгерҙе. Йә, хоҙай! Бындағы мәхшәр медпункттағыға ҡарағанда хәтәрерәк ине.Иреш - талаш, кемдер илай кемдер көлә, бөтөнләй тыныс һәм битарафтар бар.
Водителдәр ҙә, кондукторҙар ҙа, кассала ултырыусылар ҙа доньялағы иң әшәке һүҙҙәр менән һүгенеп һөйләшәләр ине. Юҡ, бындайҙы бер ерҙә лә ишетмәгән Әлфинурға бигерәк ауыр ине.
Кассанан сумкаһын, аппаратты һәм ниндәй автобусҡа рейсҡа сығасаҡ номеры яҙылған талондарҙы алғанда Әлфинур түҙмәне:
- Һүгенмәйенсә генә булмаймы? -тип өндәште. Кассалағы ҡыҙ ҡысҡырып көлдө генә.
-Оҡшамаһа эшләмә! Поезжай свою деревню- тип аҡырҙы.
Автобусҡа инеп, эш сәғәте башланһа еңел тын алып ҡала Әлфинур.
Пассажирҙар араһында ла төрлөһө бар.Ҡаты бәрелгәндәр, яҡшы күңеллеләр, һөйләшергә яратҡандар. Билет алырға яратмағандар. Инәләр ҙә йәһәт кенә ултыра һалып, йоҡлап та китәләр. Бушлай йөрөргә күптәр ярата ла ул, Әлфинурҙың эш хаҡы ла күпме аҡса алып килеүгә бәйле бит. Йүгереп йөрөп берәүҙе лә билетһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша ул. Кеше күбәйеп киткән саҡта, билет алмай төшөп ҡалыусылар ҙа була. Өлгөрөп булмай шул ҡайһы бер саҡта. Донья булғас алаһы ла ҡолаһы ла булалыр инде. Ҡайһы берәүҙәр төшкәндә, билетын биреп ҡалдыра ла ҡолағына шыбырлай:
- Һатырһың, үҙеңә аҡса булыр.
Үҙҙәренсә яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан кешеләргә рәхмәтле ҡатын. Аяуһыҙ ҡаты доньяла изге күңелле кешеләрҙең дә барлығынан, күңеленә йылы йүгерә.
Аҡсаһы юҡ инде Әлфинурҙың, ҡайҙан булһын. Көнө буйы ашамай, ураҙа тотҡан көндәре лә бар.Төш етһә туҡтай торған пунктҡа төшөрөп ҡалдыра ла водитель, үҙ юлы менән китә. Ҡаланың үҙендә йәшәһә өйөнә ҡайталыр инде.
Ҡатын бәләкәй генә бүлмәгә инеп ултыра, йоҡо баҫа, эстә бүреләр олой. Ләкин, ултырған килеш йоҡлап буламы ни.
Кемдәрҙер өйөнән ашарға килтерә, кемеһелер ашханала тамаҡ ялғай. Әлфинур ҙа бешереп алып йөрөр ине лә, ауылдан алып киленгән продуктыларын килене, былар эш эҙләгән арала урынлаштырып бөткән ине. Сәлимә әхирәте ызғышырға уҡталғайны ла, Әлфинур тыйҙы.
- Ҡуй, тауыш сығарма. Өс көн йоҡланыҡ, индермәһә ҡайҙа барыр инек?
- Киленең оятһыҙ! Үҙенә күстәнәс алып килмәһәк ней асыу?! Үҙебеҙгә тигән тамаҡты ла ҡутарып алған, город мәсекәйе! - Сәлимә ярһыһа ла, Әлфинур өндәшмәгәс баҫылды.
Аслыҡҡа сыҙамай, ҡайһы бер ҡатындар, сумкалағы аҡсаны алып булһа ла ашханаға йөрөнөләр.
Әлфинур ҡурҡты. Уйламаған ерҙә контролерҙар инә торған. Аҡсаң тулмаһа ла штраф, артыҡ сыҡһа ла ярамай. Бәләһенән баш - аяҡ, ас тамағым, тыныс ҡолағым тип уйлаған ҡатын крандан һыу ағыҙып эсте лә, тағы эшкә сыҡты.
Уның ҡарауы, кис эш аҙағында, ҡайһы берәүҙәр недостачаны нисек көпләргә тип илаулағанда, ул тыныс күңел менән аҡсаһын кассаға тапшырып, барыһынан алда ятаҡҡа йүгерә ине.
Тиҙерәк душ төшөргә лә йоҡларға!