Уға ҡарағанда Сәлимә әрһеҙерәк булып сыҡты ла ул. Левый аҡсаны шаулатып эшләне лә, әхирәте ҡайтыуға өҫтәл тултырып һыйын әҙерләп көтөп торҙо. Сит ят ерҙә һине хәстәрләп тороусы кешең булыуы ҡалай һәйбәт. Үҙеңдеке үҙеңдеке инде, ана бит ҡалғандар бүре шикелле, өҙгөләп йоторҙай булып ҡарай.
- Бешмәгән һин! Эшлә левый аҡса, эшлә! Бөтәһе лә шулайта.- тип бышылдаған әхирәтенә аптырап та һоҡланып та ҡарай Әлфинур. Ул ҡоро һыу эсеп, ҡайғыға батып йөрөгән арала, йүнсел әхирәте йүнен тапҡан.
- Мә, ас йөрөмә - Сәлимә биш йөҙлөктө уның кеҫәһенә тыҡты.
Башҡалар йышылып бөткәндер күрәһең, өсәр - дүртәр меңде иҫе лә китмәйенсә, үҙ кеҫәһенә һалғанда, Әлфинур ҙа ҡурҡа - ҡурҡа ике - өс йөҙ һум булһа ла эшләргә өйрәнде.
- Ике мең эшләнем бөгөн, ә һинеке күпме?
- Өс йөҙ һум - тигән Әлфинурға йәне көйөп ҡараны Сәлимә.
Юҡ, кешене алдаманы ул, сдачаны ла теүәл бирҙе. Пассажирҙарҙың кире биргән билеттарын ҡабат ҡабат һатып, әҙ мәҙ аҡса эшләне. Бошмаҫ әхирәте лә йыуата:
- Хөкүмәтте алдарға ярай. Ул беҙҙе күпме алдай? Уның арҡаһында ошолайтып йөрөйбеҙ түгелме?
Бер ҡатлы, ябай Әлфинурға әхирәте дөрөҫтө һөйләгән кеүек тойола.
Ысынлап та ауылда эш булһа, әллә ҡайҙа, йәһәннәмдә, эт күрмәгәнен күреп йөрөр инеме ни Әлфинур?
Йүгереп ҡайтып ингән Әлфинур ятаҡ коридорындағы ап -аҡ томанға сәсәне.Ҡатын - ҡыҙҙар тәмәкене паровоз һымаҡ төтәтәләр ине. Исмаһам тышҡа сыҡһалар ни була? Һүҙ әйтеү ҡайҙа уларға. Ҡайһы берҙәренең йөҙөнә, йыртҡыстыҡы кеүек аҡайған күҙҙәренә ҡарауы ҡурҡыныс. Яңылыш ҡына ҡырын ҡараһаң да бәйләнергә әҙер торған бәндәләр, сәнсеп үлтермәҫтәр тимә.
Ҡайҙан йыйылғандар икән, был ҡатын ҡыҙ рәүешен юғалтҡан ҡот осорлоҡ әҙәм заттары?!
Тәүбә-тәүбә! Улар көнөнә хоҙай ҡалдырмаһын.
Инде йоҡлап ҡына киткән Әлфинур, шау-шыу, ҡысҡырышыуға уянып китте. Ә-ә-ә, атаман Зинканы ялға оҙатыу кисәһе ойошторғандар икән. Бында шулай. Эшкә төштөңмө, эшеңде йыуҙыр. Сәлимә күптән йыуҙырҙы эшен, Әлфинур йөрөй әле, унан да көтәләр ҡасан йыуҙырғанын. Эш хаҡы алдыңмы, йыуҙыр. Тыуған көнөңме, йыуҙыр. Ялға ҡайтаһыңмы, ялыңды йыуҙыр. Ҡабат эшкә килдеңме, осрашыу хөрмәтенә бер ярты ултырт. Был традиция!
Сәлимә күптән улар араһында. Әлфинурҙы ла икенсе ҡаттан һөйрәп тигәндәй төшөрҙөләр. Эсергә ҡыҫтанылар.
- Че, неуважаешь?! Крутая что ли?
Матур, һинд ҡатындарына оҡшап торған Фая уны яҡланы.
- Эсмәгән кешене көсләмәгеҙ. Әйҙә, Алечка кил, яныма. Зинка хөрмәтенә тортлап сәй эсәйек.
Башҡорт ҡыҙы булһа ла, башҡортса белмәгән ошо ҡатын оҡшай ине Әлфинурға.
Ун биш йыл эшләйем тей бит, тимәк тамырын ныҡ йәйгән ҡарт ағастай ошонда береккән. Тәмәкеһен дә тарта, һүгенә лә башҡаларҙан эсмәүе һәм изге күңелле булыуы менән айырыла. Әлфинурҙы йыртҡыстарға өҙгөләргә бирмәй ул. Үҙен атаманмын тип йөрөһә лә, Зинка ла шөрләй әле унан.
Эштән арып ҡайтҡан Әлфинурға ауыр ине бындай тормошта йәшәүе. Көн һайын ниндәйҙер сәбәп табып, эскелек ойошторған бүлмәләштәре лә үҙәгенә үтте. Ҡайтыр көндәрен еткерә алмай күҙе тондо. Күтәрә һуғып ҡайтып китер ине, эшләгән көндәрен юҡҡа сығарғыһы килмәне. Йәшереп илап та алғыланы.
Һуңғы арала Света яҡынлашып алды уға. Эсмәһәң дә миңә иптәш булып, янымда ултыр тип саҡырып ала ла, хәбәрен һүтә.
- Бына һин бәхетле. Ирең киткән икән, китә бирһен. Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ. Иң мөһиме, балаларың бар, балаларың!
Бәй, уның хәлен ҡайҙан белә ул? Ах, Сәлимә! Һайыҫҡан, шыҡырыҡлап өлгөргән икән дә баһа.
Света ла бында арыуыҡтан эшләй икән. Балалары булмағас, ире ташлап киткән. Һөйәре бар ҙа, ғаиләле. Аһ-зарын түгеп, илап ултырған ҡатынды йәлләүҙән үҙәге өҙөлгән Әлфинур ҡуша илашты.
- Ҡайт, һин Әлфинур, ҡайт. Был һинең урының түгел. - Света уны ҡайтып китергә өгөтләне.
Әлфинур былай ҙа саҡ түҙеп йөрөй бит инде. Автобуста парлы кешеләрҙе күрһә, үҙәге өҙөлдө. Үҙенең бәхетле мәлдәрен иҫләне. Бар ине бит, уның да шундай саҡтары!
Аһ, Самат, аһ! Нимә эшләнең һин?
Нишләп емерҙең һин, бәхетле тормошто?!
Кемеһелер береһе, шылтыратып әйткәйне лә әйтеүен:
- Иреңдең кемдә йәшәп ятҡанын беләһеңме? Күрше ауылдағы ире үлгән Заһиҙәлә ята ирең.
Юҡтыр, буш хәбәрҙер, ышанманы Әлфинур.
Был хәбәрҙе ишетте лә онотто ла.
Бөгөн аҙаҡҡы көн эшләй Әлфинур. Иртәгә ялға ҡайтасаҡ. Ҡабат килмәйәсәк ул бында.
Төшкө ялға туҡтанылар. Бөгөнгө водитель башҡорт егете Даян, Әлфинурҙы күптән күҙәтә ине. Оҡшай ине уға был ҡатын. Әгәр риза булһа, оҙон оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ғаилә ҡорорға ине уйы.
Ғаиләһе бар ине уның. Ябай водитель менән йәшәргә теләмәне ҡатыны. Бай иргә әүрәп, балаһын ташлап, сит илгә сығып китте.
Хәҙер Даян ҡыҙы менән генә донья көтә. Яңы ун йәшен тултырһа ла, аҡыллы уның ҡыҙы. Атаһына иптәш кәрәк икәнен дә аңлай һәм ҡасан өйҙәренә изге күңелле, уларҙы яратҡан әсәй киләсәген дә түҙемһеҙләнеп көтә ине ҡыҙ бала.
Төшкө ялға туҡтағас, Даян башҡалар кеүек, урам уртаһында ҡалдырып китмәне Әлфинурҙы. Ашханаға эйәреп инде. Ашарға алып, өҫтәл артына ултырғас, күңелендәген әйтергә тәүәкәллек итте.
Әлфинурға уңайһыҙ ине, ике бите ут булып янған ҡатын:
- Минең ирем бар бит - тип мығырланы.
Даян уның күңелен дә уйлап тормайынса, тура бәрҙе.
- Алдашма инде. Тормошо матур ҡатындар бында килмәй. Ҡайҙа барып баш терәргә белмәгәндәр йыйылған бында.
Уға нимә тип яуап бирергә белмәгән ҡатын башын түбән эйеп, тынып ҡалды. Ирҙең һүҙҙәрендә әсе дөрөҫлөк ярылып ята.
Ысынлап та, доньяһы теүәл, ире ышығында һис бер ел - ямғырға эләкмәй йәшәгәндәр бында ни ҡараһын?
Яуап көтөп, һораулы ҡарашын төбәгән Даян да йәл ине Әлфинурға. Әсәй наҙына мохтаж булған ҡыҙ бала ла йөрәген әрнетә.
Ләкин, күңел төбөндә осҡон сатҡыһындай булһа ла, хис юҡ икән, йөрәккә бойороп булмайҙыр.
Йәшерәк сағы булһа, бәлки, дыуамалланып Даяндың тәҡдимен ҡабул итер ине.
Инде 45 йәшкә аяҡ баҫҡан ҡатын, еңел елпе генә уйлап, тормошон үҙгәртергә баҙнат итә алмай ине.
Унан һуң, ул бит Саматын ярата. Унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Юҡ, юҡ. Ирен ашаҡлап икенсе ир ҡосағына инә алмай Әлфинур.