Ауылына яҡынлашҡан һайын, йөрәге күкрәген тишеп сығырҙай булып дөпөлдәне. Ире ҡайтҡандыр тигән өмөт менән ҡайтҡайны Әлфинур. Әммә уны һыуыҡ, ишеге йоҙаҡлы өйө моңһоу ғына ҡаршы алды.
Әлфинур мейесенә ут яғып ебәрҙе лә, ишек алдына сығып ҡар көрәргә тотондо.
Өйөн йылытып, доньяһына йән өрҙө. Икмәк һалып алды. Бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән мәж килгән ҡатын, өмөтөн өҙмәне, Саматы бына бына ҡайтып инер тип көттө. Ә ире ҡайтманы ла, ҡайтманы.
Урамға сығып, йөрәген ярған хәбәрҙе ишетеп ҡайтып, хәлһеҙләнеп тәгәрәне. Өфөлә саҡта ишеткән хәбәре дөрөҫ булып сыҡты.
Үҙенең аңралығына ла йәне көйҙө, ир бирмәк йән бирмәк, Саматтың хыянаты аяҡтан йыҡты уны.
Тәгәрәп илаған әсәләренә ҡыҙҙары ҡушылды. Әле уҡырға ла бармаған бәләкәс Динараһы, бигерәк үҙәкте өҙҙө.
Сәсрәп ауырып киткән баланың температураһы төшмәй ҡаҡшатты. Әлфинур ҡыҙының тәнен, уксусҡа һыу ҡушып ыуып та ҡараны, дарыуҙар ҙа тәҫьир итмәне. Сабый оҙаҡ ауырыны. Туҡтауһыҙ атаһын таптырҙы.
- Ҡайтһын атайым ! Атайым кәрәк. - тип илаған балаһына йәне көйөп киткән Әлфинур:
- Ҡайҙан ҡайтһын, икенсе бисә алған атайың, - тип ҡысҡырҙы.
Динараһы уның һайын ярһыбыраҡ иланы:
- Алмаһын икенсе бисә, алмаһын...
Донья түңкәрелгән кеүек тойолдо Әлфинурға. Һыр бирмәҫкә тырышһа ла эстән ут йотто. Етмәһә, бынау балаһы үҙәген өҙә. Күҙҙәренә һағыш һарыһы ҡунған, етемһерәгән, бер нәмәгә лә әүрәмәгән балаһын ҡосаҡлап иланы ҡатын.
Динара хатта ашауҙан яҙып, көнө төнө атаһын таптырҙы.
Заһиҙә менән интернет аша танышты Самат.
Әлфинур ғына бер нәмә лә һиҙмәне, арыуыҡтан бирле осрашалар ине. Нимәһе менән арбағандыр, Самат әүрәп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ та. Һәпрәрәк тә, эсергә лә бик ярата үҙе. Эсеп алһа ирҙәрҙең муйынына үҙе аҫылынырға әҙер тора.
Саматтың алдында икенсе ирҙәр менән ҡаңғырып ҡыялған ҡатынды, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташлағаны ла булды.
Әлфинурының тырнағына ла тормағанын да аңлай, әммә йырылып китә алмай ғына.
Заһиҙәнең ауынан ысҡына алмаған ир үҙен, үрмәкес ауына эләккән себен кеүек тойҙо. Ә үрмәкес уны торған һайын үҙенең ауҙары менән нығыраҡ сырманы. Себен күпме сәбәләнһә лә ысҡыныр әмәл юҡ ине.
Иртәнсәк уянып күҙҙәрен асһа, йөрәген әсе һыҡраныу биләп ала.
Күңеленә яҡын бер нәмә лә юҡ бында. Сит донья, ят ҡатын, ашарға бешерергә эшкинмәһә лә, Самат тороуға бер яртыны өҫтәлгә тыпылдатып ултыртырға онотмай.
- Эй, әйҙә баш төҙәтергә.
Эсе өҙөлгән ир башын ситкә бора.Ошо минутта Әлфинуры нимә эшләгән була икән? Моғайын тәмле генә берәй нәмә бешерәлер инде тип уйлаған ирҙең, асығыуҙан эсе ҡоторланы.
Бәләкәсен, Динараһын һағынды.
Үҙ йортондағы бөхтәлеккә, тыныслыҡҡа өйрәнгән Самат, Заһиҙәлә күңел тыныслығы таба алмай ҡаңғырҙы. Йөрәге бер туҡтауһыҙ һыҙланы. Үҙенең ғаиләһен ташлап сығып китеүенә терһәген тешләрҙәй ине ул.
Ҡара таңдан ҡара кискәсә, балаларын еңә алмай, аҡырып - баҡырып йөрөүсе Заһиҙәгә йәне көйә ине Саматтың. Улары ла тыңлауһыҙ, ҡушҡан эште эшләмәйҙәр, әсәләренең ҡысҡырыуын ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр ине. Эсеп алып сарылдатып туҡмаһа ла, Заһиҙә иргә сат йәбеште. Үҙендә ҡалмаҫын, ҡасан булһа ла ташлап китерен дә һиҙә ине.
Эскелек менән генә тота аласағын аңлаған ҡатын, бер айыҡтырмай эсерҙе Саматты. Эсерҙе лә, үҙе уйлап тапҡан ғәйбәт менән ирҙең күңеленә ойотҡо һалды. Бисәң шуның менән сыуалған, бының менән йөрөгән тигән кеүегерәк ғәйбәтте ишеткән Самат ҡатынынан нығыраҡ һыуынды.
Әлфинурҙың уға хыянат итмәҫен йөрәге менән аңлаһа ла, Заһиҙәнең һүҙенә төштө ул.
Уның шулай өҙгөләнеп бәргеләнеп йәшәүе күпмегә һуҙылыр ине икән?
Заһиҙәнең тоҙағынан ысҡына алмаған Саматты, һаҙлыҡҡа батып барған еренән Әлфинуры тартып алды.
Әллә ҡабат Өфөгә сығып китергә лә барырғамы, ире уны алыштыра алғас, Әлфинур нишләп илап ултырырға тейеш әле тип ярһыған ҡатынды, апаһы тыйҙы.
- Ҡоторма. Үҙ иреңде кешегә биреп, ир эҙләп йөрөмәҫһең инде.
Гөлнур апаһы дыуамал уның. Апалы - һеңлеле икәү күрше ауылға юлланды.
Заһиҙә тигәндәренең өйөн кешенән һорашып таптылар. Юл буйы ҡыйыуланып килһә лә, ишек төбөнә еткәс Әлфинурҙың теҙ быуындары ҡалтыраны, йөрәге нығыраҡ дөпөлдәне.
Төшкө сәй мәленә тап килделәр. Ҡара ҡаршы сәй, янында мәйе лә бар, эсеп ултырыусылар, көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күреүгә, әллә телдәрен ҡуша йоттолармы, был икәүгә ҡарап өнһөҙ ҡалдылар.
Уларҙың ҡаушап ҡалыуы Әлфинурға көс бирҙе.
Тауышын күтәрмәй, тыныс булырға тырышып әммә уҫал ғына иренә һүҙ ҡушты.
- Бында нимә ҡарап йөрөйһөң? Әйҙә ҡайтайыҡ.
- Ҡайтмайым - булды яуап.
Әлфинур өҫтәлдәге һауыт-һабаны иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә Заһиҙәгә ябырылды.
- Ирҙәр ней, алйот була инде. Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй. Нимә уйлап кеше ирен индереп ултыраһың?
- Ир кәрәк булғас индерҙем.
- Нишләп мин һиңә иремде биреп ҡуяйым?! Бына һиңә ир! - Әлфинур уҫал көлөмһөрәп, ҡуҡышын Заһиҙәнең танау төбөнә килтерҙе.
Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан Заһиҙә ҡабат ауыҙ асып өндәшә алманы, нисек шаҡ ҡатып ултырһа, шулай ултырҙы.
Тыштан йыуаш ҡына күренгән Әлфинурҙы ул тиклем уҫал тип уйламағайны ул. Ысынлап ҡурҡты ул унан. Кеше әйткәйне лә, ҡатыны белеп ҡалһа, сәсеңде бөртөкләр әле тип. Һанға һуҡмағайны шул. Самат Себерҙә саҡта булған аҡсаһын Заһиҙәгә ебәреп торҙо, аҡсаһыҙлыҡтан тегенеһе Өфө сығып киткән тип һөйләнеләр. Самат Заһиҙәне әсәһенә лә алып барҙы. Тыуғандары менән таныштырып бөттө, Әлфинурҙы айырам, һине генә яратам тип һүҙ бирҙе. Ҡәйнәһе лә киленен яманлап тик ултырғас, Заһиҙә үҙен уларҙың араһына индем тип уйлағайны.
Ул ҡайҙан белһен инде, Саматтың әсәһенең улын аулаҡҡа саҡырып алып бешкәнен?
- Битһеҙ! Ҡартайғанда тыртайған. Илле йәшкә еткәндә ниндәй бисә алмаштырыу ул? Йөрөмә был юнһеҙ бисә менән ҡаңғырып, ҡайт киленгә!
Әсәһенә ҡаршы бер һүҙҙә өндәшә алманы Самат.
Гөлнур ҙа ипле генә кейәүен ҡайтырға өгөтләй ине.
- Кеше доньяһында, сит бисә ҡуйынында, үҙ балаларыңды ташлап, кеше балаларын үҫтерергә йыйындыңмы? Кем инде һин был йортта?! - ҡайынбикәһенең әсе һүҙҙәрен ишеткәс, ир йыйынып сыҡты.
Ишек ябылғас, Заһиҙәнең баулап илаған тауышы ишетелде.