-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
8 Апрель 2020, 12:00

Хыянат

Китһәң, беҙҙе үлгән тип иҫәплә.(Аҙағы)

Юл буйы һөйләшмәнеләр. Ҡайтып еткәс:
- Әйҙә, кеше көлдөрмәй генә йәшәгеҙ, балаларҙы уйлағыҙ, - тип Гөлнур ҡайтып китте.
Өйгә инеү менән Самат Әлфинурҙы йыға һуҡты.
- Кеше көлдөрөп барып алдың, мин һиңә быҙаумы эйәреп йөрөргә? Ҡайтыр инем әле.
- Быҙау булмағас, нишләп ул аҙғын бисәгә эйәреп йөрөйһең?
-Еңдем тип уйлайһыңмы?
Ярһыған ир булған нәмәне онтай емерә башланы.
- Яратмайым мин һине! Ишетәһеңме, яратмайым! Йәшәй алмайым мин һинең менән!
Ҡасан әле, ирендә ниндәй үҙгәреш булғанын белә алмаған Әлфинур, яңы аңланы ул үҙгәреште. Шул Заһиҙә сәбәпсе булған бит, тормоштарының селпәрәмә килеп ватылыуына.
Әлфинур рәнйене, бөтә йөрәге менән рәнйене, Заһиҙә тигәндәренә лә, үҙен сүпкә лә һанамаған иренә лә.
Һыйыр тулаһа аттан яман, Әлфинур ҙа тулап китте.
- Мин һине икенсегә бирмәйем Самат! Үлтереп төрмәгә ултырам, ҡул -аяҡтарыңды һындырып һалам, түшәктә ят ҡарайым, тик башҡаға бирмәйем!!!
Мейес алдын аҡларға тип ултыртҡан эзбиз биҙрәһен елгәрҙе ул иренә. Икәүләп көрмәкләшеп иҙәнгә тәгәрәп киттеләр. Самат сығып китәм, Әлфинур сығармайым тип талашты.
Эсә торғас ирҙең ҡарыуы бөткәнме, әллә яһилланған ҡатында шунса көс бар инеме, Әлфинурҙы Самат еңә алманы. Ул берҙе һуҡһа, ҡатын өстө гөмпөлдәтте. Ахырҙа ир ҡаршылашманы.
Баҫылған иренә ҡарап, яҡшыға өмөтләнгән ҡатындың өмөтө аҡланманы.
Юҡ, яйланманы тормошо Әлфинурҙың. Саматтың артабан донья көтөү уйына ла инеп сыҡманы.
Самат ғаиләһенә ҡайтҡас та күңеленә тыныслыҡ таба алманы. Аҙған күңеле Заһиҙәгә тартылды.
Уныһы ла ҡуйырҙан ҡуйманы. Һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым тип көнө-төнө шылтыратты.
Ҡасып-боҫоп осрашыуҙар дауам итте. Юғалып тороуҙар ҙа йышайҙы.
Әлфинур ирен күпме баҫтырһа ла тота алманы. Самат уның күҙенә ҡарап алдай ине. Атай тип өҙөлгән Динараһын да абайламаны Самат.
Көнө-төнө эсте, иҫереүе етһә боларҙы.
Заһиҙәлә саҡта Әлфинур тип йән атһа, хәҙер Заһиҙә тип һаташты.
Берсә китәм тип ҡаңғырҙы, берсә йәшәп ҡарайыҡ әле тип баҫылды.
Төпкө бүлмәлә тегеү машинаһы менән тегеп ултырған Әлфинур, кухняла нимәлер шартылдағанға һикереп торҙо. Саматтың тимер сүмес менән шкафтарҙы онтағанын күргән ҡатын :
- Нимә эшләйһең ул, - тип ҡысҡырҙы.
Күҙҙәре ҡот осҡос булып аларған ир, плитәлә ит ҡайнап ултырған кәстрүлде алып елгәрҙе.
Ярай әле, ялтанып өлгөрҙө, юғиһә, ҡайнар һурпаға бешер ине.
Ҡото осҡан Әлфинур, яланкүлдәк, ойоҡсан урамға атылды.
Тышта сатлама һыуыҡ ҡатынды ҡармап ҡосағына алды. Ҡайҙа барырға белмәгән Әлфинур күршеләренә йүгерҙе. Күршеһе өйҙә булмай сыҡты, ишектә ат башындай йоҙаҡ элеүле тора ине.
Башҡа сараһы булмаған ҡатынҡай, ҡапҡа төбөнә һырынып, ек аша үҙҙәре яғына күҙ һалды.
Самат ҡатынын баҫтырып сыҡты, таба алмағас, аҡыра-баҡыра йөрөнө ишек алдында. Нимәлер шауҙырлап ярылды.
Әлфинур өшөнө. Әсе ел бармаҡтарын, ҡолаҡ, сикәләрен өшөтөп кенә ҡалманы, мейеһенә тиклем үтеп ингәндәй тойолдо.
Сикәләре буйлап тәгәрәгән ҡайнар күҙ йәштәре, шул секундта уҡ боҙ тамсыларына әүерелә ине.
Бөтә тәне генә түгел, йөрәге туңды уның.
Үткәндәрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгелдер инде, башҡаса бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ икәнен аңлауҙан йәне әрнене.
Кәрәкме уға бындай тормош?
Саматы өй эсендәге булған әйберҙе онтап бөттө бит инде. Хәҙер ошолайтып һыуыҡта туңып тороға ҡалдымы ни Әлфинурға?
Ҡыш һыуығы елегенә тиклем үтеп туңған, теше - тешкә теймәй ҡалтыранған Әлфинур өйөнә ҡарай йүгерҙе.
Солан, өй иҙәне быяла ярсыҡтарына тулған. Ике ҡулы лыс ҡан Самат, иҫ белмәй хырылдап йоҡлай ине.
Әлфинур быяла ярсыҡтарын һепереп түкте, яңынан аш ултыртты. Иҙәндәрен йыуҙы. Ярай әле, был мәхшәрҙе балалары күрмәне. Белеүен белерҙәр инде ул. Инде ҙурайған балалары ла аптырай әсәләренә. Нимә тип шул иҫереккә йәбешеп яталыр.
Аталары аҙып-туҙып йөрөгән осорҙа, әллә нисә урындан һораттылар әсәләрен. Ҡыҙҙарҙың һис бер ҡаршылығы юҡ ине, әсәләренең яңы тормош башлауына.
Тик тыңламаны шул Әлфинур ҡыҙҙарын да, кешене лә.
Иренең айыҡҡанын күҙе тоноп көтөп алды ул.
- Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле, - тип һүҙ башлаған ҡатынына өндәшмәй генә буйһондо ир.
- Самат! Ниндәй генә ғәйептәр таҡһаң да, һинең алдыңда гонаһым юҡ. Һин китмәһен өсөн, ниндәй генә түбәнлектәргә төшмәнем. Бөтә кеше айырыл тип торғанда ла, кеше һүҙен тыңламаным. Һине яратам тигән булып йәшәнем. Ә балаларҙы уйламайһыңмы ни?
Шул тиклем яратаһыңмы, шул Заһиҙәңде?!
Әсенеп, үртәлеп һөйләнгән Әлфинурҙы өндәшмәй тыңланы Самат.
- Урыҫтар әйтмешләй, насильно мил не будешь. Кит, Заһиҙәңә! Кит!
Ҡасан эсеп ҡайта, тағы нимәне емерә тип ҡурҡып ултырмаҫмын, исмаһам.
Әлфинур һөйләнә-һөйләнә, ҙур сумкаға иренең кейемдәрен тултырҙы.
- Нимә кәрәк , бөтәһен дә ал. Тик беҙҙе тыныслыҡта ҡалдыр.
Әсәһенең һүҙҙәрен ишетеп ултырған өлкән ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды.
- Әсәйемә генә түгел, балаларыңа ла хыянат иттең һин атай. Китһәң, беҙҙе үлгән тип иҫәплә.
Әлфинурҙың һүҙҙәре тәьҫир иттеме, әллә ҡыҙының һүҙҙәре айныттымы?
Әллә үҙе аңланымы хатаһын?
Самат ғаиләһенән айырылырға теләмәне.
Йылдар барыһын да юялыр, күрәһең. Әлфинурҙың да, мәңге төҙәлмәҫтәй тойолған йөрәк яралары уңалды.
Ҡатыны өсөн өҙөлөп торған Самат кешеләр һоҡланырлыҡ ир һәм атай ине бөгөн.
Йөҙөндә һәр саҡ бәхетле йылмайыу балҡыған Әлфинурҙың, кем белһен, ниндәй һынауҙар аша үткәнен?
Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас: