-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
13 Апрель 2020, 19:00

Өсмөйөшлө хаттар...

Хәйерле кис төркөмдәштәр! Мин, Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы, Дәүләкән ҡалаһының 7-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.Һеҙҙең иғтибарға үҙемдең уҡыусым Исмәғилева Азалия башҡарыуында "Өсмөйөшлө хаттар" йырын һәм ошо йыр тәьҫирендә яҙылған "Өсмөйөшлө хаттар" тигән һүрәтләмәмде тәҡдим итәм.

Өсмөйөшлө хаттар...
Ҡулымда иҫке өй һүтелеп, уның башында йылдар буйына һаҡланған, инде күптән һарғайып, таушалып бөткән өсмөйөшлө хаттар.Уларҙы ваҡыт шулай һарғайтканмы ла, әллә күп тапҡырҙар ҡулға алыуҙан туҙғанмы?!..
Ошо хаттарҙың минең ҡулға эләгеүе үҙе бер тарихи мөғжизә. Был хаттар күпме һөйөү, наҙ менән һуғарылған, әйтерһең дә, һаман хаттарҙан йылылыҡ килә. Күпме өмөт, ышаныс уларҙа...
...Ауыл ерендә йәй иртәнсәк тиҙ-тиҙ генә башҡараһы эштәр ифрат күп була.Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Һыйырҙы һауып, малдарҙы –көтөүгә, ә быҙауын эсереп яланға ҡыуырға, ҡош-ҡорттарҙы ла туйҙырып, һөтөн дә айыртып алырға кәрәк...
Әсәйем тәү сираттағы эштәрен бөтөрөп, һөт айырта башлай:дығыр-дығыр килтереп, сепараторын әйләндерә.Ә мин бесәй балаһындай, юрғандан башты ғына сығарып, торорға ялҡауланып ятам.
-Тор, инде, ҡыҙым, тор. Ҡояш та юғары күтәрелә.Оҙаҡ йоҡлаһаң, башың да ауыртыр, -тип өндәшә әсәйем.
Шуны ғына көткәндәй, урынымды йыйыштырып, йыуынып та алам. Әсәйем һөт айыртып бөтә.
-Бөгөн йома көн Мәрғүбә инәйгә бер аҙ йылы ҡаймаҡ менән һөт алып инәйем, һауап булыр, -ти әсәйем.
-Әсәй,мин дә инәм,-тип әсәйҙең артынан эйәрәм.
-Эйәрмәһәң дә ярай ине, - тиһә лә, мин уның артынан ҡалмайым.
-Әйҙә, түргә уҙығыҙ, - тип ҡаршы алды Мәғүбә инәй, ултырған еренән ҡуҙғалып.
-Бына, йома көн хәйер булһын, тип йылы ҡаймаҡ менән һөт алып индем, -тине әсәйем, түргә уҙмай ғына.
-Рәхмәт,ҡыҙым,рәхмәт.Әйҙә фатиха ҡылып алайыҡ...
-Бер кергәндә, ҡана күнәктәреңде алып, шишмәгә һыуға барып киләйем,-ти әсәйем.(Мәрғүбә инәйҙең аяҡтары һыҙлай, бик йөрөй алмай ине. Мин үҙемде белгәнемдән бирле, шишмәнән һыуҙы гел әсәйем килтерә ине.Үҫә төшкәс, күршебеҙҙә ҡыҙҙар күп булһа ла, мине саҡырып алыр ҙа, йомшаҡ ҡына итеп өндәшеп, һыуға барып килеүемде һорар ине. Үҙе гел шул арала фәһемле лә, йөкмәткеле лә берәй хикмәтле хәл һөйләр ине.)
Әле мин шым ғына инәйҙең орсоғона ҡарап ултырам.Шул ике арала әсәйем һыуҙан әйләнеп тә ҡайтты.Мәрғүбә инәй яңы һыу менән сәй ҡуйып ебәрҙе.Бына сәй ҡайнап та сыға.Барлыҡ һый өҫтәлгә күсә.Өҙөлөп ҡалған һүҙ сәй янында артабан ялғана.
-Бөгөн төшөмдә, -тип башланы Мәрғүбә инәй, -Сөләймәнемде күрҙем.Оҙон дилбегә тотоп, ат егергә йөрөй, имеш, тип күрҙем.Үҙе шат, йөҙө асыҡ, өҫтөндә ап-аҡ күлдәк.Юл төшө ул.Бәлки, ҡайтып та килер әле ул...
Эйе, Мәрғүбә инәй йылдар буйы яуға оҙатҡан ире Сөләймәнен көттө. Өйләнешеп, бер нисә аҙна ғына йәшәп ҡала улар.Татлы хыялдары Германия илбаҫарҙарының ябырылыуы менән өҙөлгән.
Сөләймән Вәлиев һуғыштың тәүге көндәренән үк, фронтҡа алыуҙарын һорап, хәрби комиссариатҡа ғариза яҙа һәм һуғышҡа алына. Мәрғүбә инәй, етем бала һымаҡ, йортта бер үҙе тороп ҡала.
Еңеү өсөн, Ватан бойондороҡһоҙлоғо өсөн тылдағылар ҙа үҙҙәренең ҡулдарынан килгәнсә тырыша. Колхозда ниндәй эштәр бар, барыһы ла ҡатын-ҡыҙ, бала-саға өҫтөндә була.Кистәрен фронтҡа бейәләй, ойоҡтар бәйләп, ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашалар, көндөҙөн ҡырҙа, яланда эшләйҙәр.Ирҙәрҙе алыштырып, хатта тракторҙа эшләгән ҡыҙҙар ҙа күп була ул заманда.(Хөсниямал инәй Мәжитова төндә лә ер һөрөп йөрөгән саҡтар бар ине, тип һөйләгәне иҫемдә).Нисек тә Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан улар.
Йәйҙең шундай бер эҫе көнөндә утауҙа йөрөгәндә,(элек иген араларын да тәпке менән утағандар бит), ҡапыл күк күкрәп, ямғыр яуа башлай.Ямғыр шундай көслө яуа, ә йәшене күҙҙе астырмай.Ялт та йолт килә.Ямғырҙың туҡтарлыҡ түгел икәне төҫмөрләнә, шуға күрә бала-саға, ҡатын-ҡыҙ күмәкләп ҡайтырға сыға.Алдан - ат менән сатан Юламан ағай, ҡалғандары арттан бара.Шул саҡ донъя емереләме ни, көслө гөрһөлдәү ишетелә.Бала – саға ҡурҡышып, әсәләренә һыйына, ә ҡатын-ҡыҙ сәбәләнеп ҡысҡырыша.Тынлыҡ урынлашҡас,баштарын күтәреп ҡараһалар, һушһыҙ ятҡан Мәрхәбә апайҙы йәшен атҡанлығына төшөнәләр.Йәһәт кенә атҡа һалып, уны ауылға алып ҡайталар.Ҡайтҡас ергә күмеп ҡарайҙар, тик ул терелмәй. Йәшен атҡан ерендә үк ергә күмеп торһалар, бәлки терелгән булыр, ине тип һөйләй торғайны Мәрғүбә инәй.
Мәрхүмәнең береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙы тороп ҡала, ә аталары фронтта була. Йәшен атҡан ҡатындың бер туған һеңлеһе Мәрғүбә етем ҡалған ҡыҙҙарҙы ситкә ташламай, үҙе ҡарамағына ала. Әсәләре үлгәндә, береһенә- биш, икенсеһенә ун бер йәш булған ҡыҙҙарҙы күршемдәге мин белгән Мәрғүбә инәй, ҡарап үҫтереп, кеше итә. Ҡыҙҙарҙың аталары фронттан ҡайтмай ҡала.
...Һуғыш бөтөп, күпме йылдар үтһә лә, иренең ҡайтырына ныҡ ышанған Мәрғүбә инәй уны көттө лә көттө. Күпме кешеләр һоратып ҡараһалар ҙа, береһенә лә ризалығын бирмәй.Күрше ауылдан Сөләймәне менән бергә фронт юлдарын үткән Насир тигән кеше һоратып килә.
-Ҡатыным үлеп китте, Мәрғүбә, әйҙә, исмаһам, ҡалған йылдарыңды яңғыҙ үткәрмә, сыҡ миңә тормошҡа, бергә булайыҡ. Сөләймәнең ҡайтмаясаҡ бит.Үҙ күҙҙәрем менән уның һәләк булғанын күрҙем.
-Сөләймән батальонға ат менән кәрәк-яраҡ ташый ине. Бер саҡ юлда дошмандың һауа һөжүме аҫтында ҡалды.Янына барғанда, аты ла, үҙе лә танымаҫлыҡ булып өҙгөләнгәйне. Бына шулай һәләк булды ул, - тип аңлатып, инәлә Насир ирен көтөп, һағышланған Мәрғүбәгә.
-Мәрғүбә, көтөүҙәрең бушҡа ғына, ризалығыңды бир. Икебеҙ ҙә яңғыҙбыҙ.Ҡалған ғүмеребеҙҙе бергә үткәрәйек,-тип һуңынан да килеп йөрөй Насир.
Мәғүбә инәй Сөләймәненә тоғро булып ҡалды. Ғүмер буйы иренән килгән өсмөйөшлө хаттарҙы ла ҡулынан төшөрмәне... Йәш бала наҙы, ир наҙын күрмәһә лә, иренә хыянат итмәне.
...Ул көндәр инде күптән артта ҡалды. Мин дә хәҙер кескәй ҡыҙ түгел. Мәрғүбә инәйҙең вафатына ла күп йылдар уҙҙы.Ләкин минең бала сағымда күршемдә йәшәгән Мәрғүбә инәй тураһындағы иҫтәлектәр, һәйкәлгә лайыҡ тоғролоғо күңелемдә бер ҡасан да юйылмаҫлыҡ яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Читайте нас: