-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
14 Апрель 2020, 13:00

Йырым булып ҡал...

(хикәйә)-Балаҡайым, бар, балам, һыу буйына барып ултыр. Ҡайғыңды һыуға һөйлә, һағышыңды йылға ағыҙып алып китһен! - тип өндәште әсәһе Зәлифә Миләүшәгә, балаҡайының һурылып, ябығып, ҡарайып киткән йөҙөнә йөрәге өҙөлөп ҡарап.

-Балаҡайым, бар, балам, һыу буйына барып ултыр. Ҡайғыңды һыуға һөйлә, һағышыңды йылға ағыҙып алып китһен! - тип өндәште әсәһе Зәлифә Миләүшәгә, балаҡайының һурылып, ябығып, ҡарайып киткән йөҙөнә йөрәге өҙөлөп ҡарап.
Инде бер айҙан ашыу йылмайыуҙы онотҡан ҡыҙының хәле әсәнең бәғерен өҙә: ашау хаҡында, көсләп табынға ултыртмаһаң, иҫенә лә төшмәй, ултырған саҡта ла себеш кеүек, әсәһенең күңелен уйлап ҡына, бер-ике йотом сәй эсеп, берәр ҡабым икмәкте теләр-теләмәҫ кенә йотоп ҡуя. Эргәһендә йүгерешеп уйнаған ҡусты-һеңлеләренең дә тауышын ишетмәй, ауыр уйҙарға батып, үҙ эсенә бикләнеп тик йөрөй. Аптырағас әсәһе, бер аҙ асылып китмәҫме, тип, эш ҡушып ҡарай. Ҡыҙый бөтә эште лә еренә еткереп башҡарып ҡуя ла, тағы илаулап, кеше күҙенән ҡасып, йә баҡсаға инеп китә, йә бер нөктәгә текәлеп, үҙ ҡайғыһына бата.
Әсәй кеше ике ут араһында яна: бер яҡтан ҡыҙы йәл, икенсе яҡтан атаһы Миләүшәнең торошона йәне көйөп, әрләп ташламаһын, тип өҙгөләнә.
Ана кисә ҡыҙына белдермәй генә иң яҡын әхирәте Фирүзәне иптәштәре менән төшкө сәйгә саҡырҙы. Улар килгәс, бер аҙ асылып киткән кеүек булғас, әсәй кешенең шатлығының сиге булманы. Иптәштәре һөйләгән хә­бәрҙәргә ирен ситендә йылмайыу ғәләмәте лә килеп сыҡты, тик улар ҡайтып киткәс, ҡыҙыҡайы тағы үҙ ҡа­бырсағына бикләнде, йомолдо, зәңгәр тышлы дәфтәрен алып уҡып ултырҙы ла, илаулап, картуф баҡсаһына инеп юғалды, имеш, сүп утай. Тик әсә кешене алдап буламы ни? Дәфтәр эсендә хаттар һаҡланғанын, ҡыҙының улар­ҙы әлдән-әле алып уҡығанын, илаулағанын күреп йөрөй.
Балаһының нимәләр уйлап, нимәләр кисергәнен һәр бер күҙәнәге менән тоя бит ул. Бер-бер бәлә эшләп ҡуймаһын, тип,ҡараштырып, күҙ һалып ҡына йөрөй, тик ауыл ҡатынының мәшәҡәте бөтәме? Эш, ҡырыуар бала-саға менән ыуарама килеп, онотолоп та китә, шул арала балағынаһының хата аҙым яһап ҡуйыуы бар! Хоҙайым һаҡлаһын балаҡайын! Артынан бәләкәй һеңлеһе Мәлифәне ебәрә, тик ул да апаһы эргәһендә торламай, урамда сыр-сыу итеп уйнаған күрше ҡыҙҙарына барып ҡушыла.
Ололарҙың : ”Ҡайғыны һыуға һөйләргә кәрәк, һыу бөтә аһ-зарҙы, һағышты йыуа” тигәнен ишеткәне бар Зәлифәнең, шуға күрә әле ҡыҙын һыу буйына барырға өгөтләп ултырыуы.
Әсәһенең күңелен уйлап ҡына, Миләүшә картуф баҡсаһындағы һуҡмаҡтан һыу буйына ыңғайланы. Хәҙер бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай уны, ваҡыттың да иҫәбен, көндәр һанын да юғалтты ул. Уның өсөн йәшәү бер маҡсатһыҙ, өмөтһөҙ көн менән төндөң алмашыныуына торош. Бығаса гөрләп, шаулап торған тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы. Уның бөтә йәмен, матурлығын, илаһилығын Азамат үҙе менән алып китте...
Миләүшә йәшел сирәмгә ултырҙы, күҙҙәрен сылтырап ҡына ағып ятҡан йылға һыуына төбәне лә ауыр уйҙарына сумды.
Һөйгәне иҫенә төшкәс (ҡыҙ уны хәтеренән сығарғаны ла юҡ инде), тағы илаулап, башын тубығына терәне...
Бергә саҡта ниндәй бәхетле ине бит улар! Икеһе бер класта уҡынылар. Ҡайһы саҡта бер-береһенә иғтибар иттеләр һуң? Беренсе класҡа уҡырға барғасмы? Азаматты мәктәпкә һигеҙенселә уҡыған апаһы етәкләп алып барғайны, класҡа барып ингәс, ишек ҡаршыһында беренсе партала ултырған зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай уның иғтибарын йәлеп итте. Бәлки шул саҡта уҡ һөйөү хисе бөрөләнгәндер, сөнки ун ике ҡыҙ араһынан тик Миләүшәне генә иҫендә ҡалдырҙы, тик ошо исем генә күңеленә ятты. Ә, бәлки, унан да элегерәктер? Береһе йәй башында, икенсеһе ураҡ айында тыуған ҡыҙ менән малайҙы һуғым ашына барғас, бер сәңгелдәккә һалып ҡуялар. Мәжлестең шау-шыуына ҡарамай, шым ғына йоҡлап китә сабыйҙар.
-Әйҙә ҡолаҡтарын тешләтәйек, ҡоҙа-ҡоҙағый булы­шырбыҙ, - тип мәрәкәләйҙәр бер-береһен ата-әсәләр.
-Ни булһа ла булды инде, ҡыҙ бер көн ҡунды инде! - тип шаярта ҡайһы бер ҡунаҡтар, һыйынышып ҡына йоҡлап ятҡан сабыйҙарға ҡарап.
-Һырға туйы үткәреп ҡуйыуҙың зыяны юҡ, ҡоҙалашмаҫ кешеләр түгелһегеҙ, - тип шаярта хужабикә. Бынан һуң урамда осрашҡанда ла бер-береһен шаяртып:
-Һаумы, ҡоҙа, килен үҫәме?
-Иҫәнме, ҡоҙа, минең кейәү ни хәлдә? - тип хәл белешәләр. Ни бары ун-ун биш йылдан ике йәш кеше араһында һөйөү уты тоҡаныуы ата-әсә өсөн дә көтөлмәгән хәл булмағандыр. Ә улар шул тиклем бер-береһе өсөн генә яратылған кеүек ине. Тыныс, аҡыллы, баҫалҡы Азамат, егәрле, баҫҡан ерендә ут сығарып тороу­сы Миләүшә. Бәләкәй генә көйө сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ бөтә ергә өлгөрә: өйҙә һеңле-ҡустыларын ҡарай, әсәһенең беренсе ярҙамсыһы, мәктәптә класс етәк­сеһенең уң ҡулы, оҫта ойоштороусы. Егет тә төшөп ҡал­ғандарҙан түгел, иптәштәрен үҙ артынан эйәртә, тәртибе менән дә башҡаларға өлгө булып тора.
Ҡайҙа барһалар ҙа улар икеһе бергә. Дәрестә бер парта артында ултыралар, мәктәптән дә күпергә тиклем бергә ҡайталар, унан һуң егет һулға, ҡыҙ уңға боролоп, ҡайтыу яғына ыңғайлай. Көҙ көнө мәктәп менән сөгөлдөр баҫыуында эшләһәләр, икеһенә бер өйөм сөгөлдөрҙө һә тигәнсе таҙартып ҡуялар, һоҡланып ҡарап торорлоҡ! Юлда барғанда ла, ҡайтҡанда ла Азамат икеһенә бергә урын ала. Экскурсияға сыҡһалар, уларға һоҡланмаған кеше юҡ! Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, икеһе лә уҡыуҙарын да күрше ауыл мәктәбендә дауам иттеләр.
Сығарылыш кисәһенән һуң да, етәкләшеп, йылғаның ошо яр буйына килгәйнеләр.
Июнь айының иң ҡыҫҡа төндәренең береһе ине ул. Эргәләге тал ағасында һандуғас, күңелде иләҫләтеп, елкендереп, ҡабатланмаҫ моңон түгә. Мәңге тынмаҫ йырын йырлап кескәй генә йылға таштан-ташҡа һуғылып, сылтыр-сылтыр килеп, түбән йүгерә. Йоҡо аралаш, әллә нимәнәндер өркөп, бер ҡош ҡайҙа һуғылырын да белмәй, пырылдап баш осонан осоп уҙҙы.
Төн йөҙөндә бер-береһенә һыйынып, йылға йырын тыңлап таң аттырҙы йәштәр. Илерткес ирендәр тәме йәнде күктәргә сойорғотто. Баш әйләндергес һөйөү хисенән хәмерһеҙ иҫерҙе ғашиҡтар.
-Һөйәһеңме?
-Эйе!
-Яратам! - тип әйт әле!
Азамат һикереп тороп, ҡосағын йәйеп:
-Мин һине яратам! - тип ҡысҡырҙы.
-Уй!
Миләүшә һөйгәненең ирендәрен ҡулы менән ҡапланы.
-Ҡысҡырып әйтмә! Шым ғына, ҡолағыма ғына шыбырҙа! Бәхетле булыуыбыҙҙы фаш итмәйек, яман күҙҙәр теймәһен!
-Бөтә донья ишетһен! Мин һине яратам! Һин минеке, тик минеке генә буласаҡһың!
Эх! Шулай булһын ине лә бит! Тик яҙмыш үҙ төҙәтмәләрен индерә шул тормош юлына...Ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул бәлә? Бөтәһе лә шундай матур башланғайны бит!
Икәүләп туғыҙынсы класта уҡып алып киттеләр. Матур көндәрҙә күрше ауылға Азамат мотоцикл менән алып бара, дәрестән һуң икәү бергә ҡайталар. Юл ауырлығы ла һиҙелмәй, дәрестәргә әҙерләнеүе лә еңел. Миләүшә гуманитар фәндәрҙән көслө, егет теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Дәрестәр бөткәс, өй эштәрен дә бергә әҙерләп ҡайтып китәләр, ямғырлы, ҡарлы көндәрҙә интернатта торалар.
...Яҙ етә башлаған бер мәлдә, Азамат аяғының ауыртыуына зарланды, ялдан һуң мәктәпкә бара алманы. Егетте район үҙәге дауаханаһының хирургия бүлегенә һалып ҡуйҙылар. Һөйгәне өсөн хафаланған ҡыҙ да­уаханаға ашыҡты. Ағарып, йөҙө ҡасҡан Азаматын күргәс, йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы.
Икенсе барғанында егет ҡултыҡ таяғы менән сығып һөйгәненең һушын алды. Киләһе ял етеү менән дауаханаға атлыҡҡан ҡыҙҙы шаҡ ҡатырғыс хәбәр көтә ине: Азаматты самолет менән Өфөгә ебәргәндәр. Ә иң ҡурҡынысы тағы алда булған икән: күп тә үтмәй ҡыҙ һөйгәненең уң аяғын киҫеүҙәре тураһында ҡот осорлоҡ хәбәр алды.
Йүгереп барған ерҙән тыны ҡыҫылып туҡтаған кеше кеүек тойҙо үҙен Миләүшә. Нисек һөйгәненә ярҙам итергә? Ни хәл итеп уны йыуатырға? Ниндәй урынлы ғына һүҙҙәр табып, хәлен еңеләйтергә?
Ике араны бәйләп торған хаттар ҙа килеүҙән туҡтаны, яуап ала алманы. Шул саҡта Азаматты дауахананан сығарыуҙары тураһында мәғлүм булды. Ни өсөн Азамат был турала Миләүшәгә хәбәр итмәгән? Ни йөрәге етеп һөйгәнен онотҡан? Шундай борсолоулы уйҙар биләне ҡыҙ күңелен.
...Ахылдап йүгереп килеп ингән Миләүшәне күргәс,карауатта ятҡан Азамат башын тәҙрә яғына борҙо. Егеттең әсәһе, апайҙары шым ғына ишекте ябып, йәштәрҙең үҙҙәрен ҡалдырҙы. Миләүшә егеттең ҡулдарына ҡа­ғылды:
-Азамат! Йәнем! Нишләп хаттарыма яуап яҙманың? Минең нисек борсолғанды беләһең бит!
-Миләүшә! Мине онот! Мин хәҙер һиңә тиң түгел! Ғәрип кеше һиңә нимәгә? Мин һине элеккесә күтәреп йөрөй алмаясаҡмын! Үҙем кеше көнлөмөн! Мин аяҡһыҙ, аңлайһыңмы шуны? Был грипп менән ауырыу түгел, берәй ваҡыт үтәр тип тынысланып булмай, яңы аяҡ үҫмәйәсәк! Ғәрип кеше эргәһендә йөрөргә ояласаҡһың, мине онот!
-Ә һин нишләп минең өсөн уйлайһың? Үҙеңде йәлләп ятаһың! Аяҡ булмау-йәшәүҙән төңөлөү өсөн сәбәпме ни? Ана Бөйөк Ватан һуғышында аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡайтҡандар гөрләтеп донья көтә, бала үҫтерә! Һәр береһе нимә менәндер мәшғүл. Афған һуғышында күпме егет аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалды. Хатта түшәктән тора алмағандары ла күп, ә улар йәшәргә тырыша, яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙарына ҡаршы көрәшә!
-Һиңә әйтеүе еңел дә бит! Ә мин ун ете йәштә, ғүмер юлымдың башында уҡ ғәрип! Мин нисек клубҡа сығам? Иптәштәрем менән аралашам! Минең бит әле бер һөнәрем дә юҡ!
Миңзәлә Хәлилова.
(Аҙағы бар).
Читайте нас: