Ҡоштар ҡайта.
Ҡанат остарында
Меңәр саҡ(ы)рым һыйған сәм, илһам.
Йыһан көсө йәнгә тулған кеүек,
Шул сәфәрҙе хатта уйлаһаң...
Ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар ауазында
Ишетелә имләү тауышы.
Улар йәшәү ғәмен алып ҡайта,
Түгел улар, беләм, яу ҡошо.
Иҫем китеп ҡарап торам бына:
Зәңгәр күктә – ҡаҙҙар тулҡыны.
Үҫеп сығыр төҫлө ҡанаттар ҙа,
Бәндәлә лә ҡоштар холҡомо?
Эйәрергә тигән һис уйым юҡ,
Яҡын миңә ҡоштар ҡаршылау.
Ҡанаттарҙа фәрештәләр ҡотон
Алып ҡайтһын ине был ылау!
Тик сәләмләп ҡаңғылдауҙан ғына
Сараһыҙҙан йөрәк йыр тапты.
Уралымда ҡаҙһыҙ йәм булмаҫтай,
Яҙҙарыма ҡошһоҙ моң ҡунмаҫтай,
Барын бөтөн итеп яраттым!..
Ғәлиә Дәүләтова видеояҙмалары.