-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
19 Июнь 2020, 15:00

Бер күрәһе ине атайҙы...

(Хикәйә)

Бер күрәһе ине атайҙы...
Ғәлим ағайым - әсәйемдең бер туған ҡустыһы. Беҙҙең туғандар араһында абруйлы кешеләрҙең береһе. Юҡ, ул летчик та, артист та, йә булмаһа рәссам да түгел – ни бары ябай инженер. Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән слесарҙан башлап заводтың генераль директорына тиклем үрләгән кеше. Дәүләт наградалары ла бихисап. Һүҙ, юҡ бындай уңыштарға өлгәшкән кешеләр һәр ғаиләлә тиерлек бар. Туғандары уларҙы хөрмәт итә, өлгө итеп ҡуя, тап уға оҡшарға тырыша. Бөгөн минең һүҙем бөтөнләй икенсе юҫыҡта.
Ғәлим ағайым күп йылдар Өфө ҡалаһында йәшәй. Әсәйем һөйләүенсә, ул ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, ун өс йәшлек сағында уҡ ауылдан сығып киткән. Бер ваҡыт, уның тураһында һөйләшеп ултырғанда, әсәйҙән һорай ҡуйҙым:Өләсәйем үҙ балаһын шулай бәләкәй генә көйөнсә ҡалаға сығарып ебәрергә йәлләмәне микән?
Бала һәр кемгә лә ғәзиз, йәлләгәндер ҙә бит, - тине әсәй . – Тик нишләһен, олатайыңдың васыятын үтәүҙе ул үҙенең мөҡәддәс бурысы тип һананы. Ағайыңдың үҙенең дә уҡырға теләге бик ҙур ине шул. Тырышып уҡыны,мәктәпте тик «биш» билдәләренә генә тамамланы.
Ағаһы тураһында һөйләй башлаһа, әсәйҙе тиҙ генә туҡтатырмын тимә. Әле лә хәтирәләр ебен тағатты:
Мөғәллим – беҙҙең ғаиләлә дүртенсе бала. (Беҙ инде ҡыҫҡартып Ғәлим тип йөрөтәбеҙ. Авт.) Беҙ, өс ҡыҙ, ҡустыбыҙ донъяға килгәндә мәктәп уҡыусылары инек. Көтөп алынған ир бала булғас, уны барыбыҙ ҙа ныҡ яраттыҡ. Атай инде йәненән дә артыҡ күрә ине. Эштән ҡайтып ашарға ла ултырмай, башта Мөғәллимде ҡулына ала. Әммә был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы – һуғыш сығып китте. Ир-егеттәрҙе фронтҡа ала башланылар. Оҙаҡламай сират беҙҙең атайға ле етте...
Ҡыҙҙарым өсөн артыҡ борсолмайым, ҙурҙар, бирешмәҫтәр. Мөғәллимем өсөн йөрәгем һыҙлай, бигерәк сабый ғына көйө ҡала. Әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алмаһам, нисек кенә ауыр булһа ла, матур итеп үҫтер, уҡыт, кеше ит, - тине атайым хушлашҡанда әсәйемә. Мөғәллимгә ул саҡта ни бары өс кенә йәш ине.
Атайыбыҙға әйләнеп ҡайтарға насип булманы, илебеҙ өсөн барған ҡаты һуғышта һәләк булды...
Ғәлим ағайым ауылға йыш ҡайтып йөрөй. Тәүбашта өләсәйгә ҡайта, унан барлыҡ туғандарын күреп, хәл-әхүәлдәрен белешеп сыға, күстәнәстәрен тарата. Уның менән һәр осрашыу үҙе бер байрам һымаҡ.
... Ағайымдың заводта слесарь булып эшләгән сағы. Ул ваҡытта әле мин бәләкәймен, слесарҙың кем булыуын аңлап та бөтөрмәйем. Минең уйлауымса, ул ябай ғына һөнәр ҙә түгел, бәләкәй вазифанан да һаналмай. Бының шулай булыуын ағайымдың нисек кейенеүенә, үҙ-үҙен отошона, һөйләшеүенә ҡарап та самаларға мөмкин. Ул ҡаласа бөхтә кейенә: өҫтөндә, әсәйем әйтмешләй, кәүҙәһенә бик тә килешле костюм, башында - эшләпә, муйынында - галстук, аяғында ялтырап торған ботинка. Үҙен бик етди тота, тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырмай, һүгенеү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ауыл егеттәре менән сағыштырғанда, бөиөнләй икенсе кеше. Мин бала аҡылым менән ағайымды заводта начальник һымаҡ ҡабул итәм, эш хаҡы ла ярайһы булырға оҡшай. Шулай булмаһа, ҡупшы итеп кейенеп, барлыҡ туғандарға күстәнәстәр, бүләктәр тейәп ҡайта алмаҫ ине тип уйлайым.
Уның хәрби хеҙмәткә алыныуын белмәй ҙә ҡалдыҡ. Һуңынан асыҡланыуынса, әҙерләнергә ни бары бер тәүлек ваҡыт биргәндәр. Ҡайҙа инде ул ауылға ҡайтып йөрөү! Армиянан хаттары бер-бер артлы килеп торҙо. Өс йылдан ашыу Алыҫ Көнсығышта ил сиген һаҡланы. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда, мин башланғыс класта уҡый инем.
Һалдат кейемен сисеү менән ағайым заводта эшен дауам итте. Киске мәктәптә уҡып, урта белем алды. Унан авиация институтының киске бүлегенә уҡырға инде һәм уңышлы тамамлап, инженер һөнәренә эйә булды. Юғары белемле йәш белгескә бар юлдар ҙа киң асылды.
Тиҙҙән ғаилә ҡороп ебәрҙе. Еңгәбеҙ Рәйлә менән бергәләп ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Бер ваҡыт беҙҙең өйҙәге һөйләшеү мәңгелеккә күңелдәрҙә уйылып ҡалды.
Яҡын туғандар йыйылғанбыҙ. Ғәлим ағайым да ғаиләһе менән ҡайтҡан. Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙың ҡыуанысы сикһеҙ: уларға өс бүлмәле яңы фатир биргәндәр. Бөтәбеҙ ҙә бәхетле туғандарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, улар өсөн ҡыуанышабыҙ.Тырышлыҡ тау яра тиҙәр. Атайһыҙ үҫкән етем ауыл малайы булһаң да, үҙ көсөң, тырышлығың менән тормошта үҙеңә юл ярҙың. Эшеңдә абруйлыһың, ғаиләң матур. Ҡасан ғына ике бүлмәле фатир биргәйнеләр, хәҙер инде бына яңыһына күсергә тораһың, - ти әсәй ҡустыһы өсөн ҡыуанып һәм ғорурланып. – Бар уй-хыялдарың тормошҡа ашып бара, яҙмышыңа зарланырлыҡ түгел. Атайыбыҙ иҫән булһа, ҡалай шатланыр ине!.. Һин бит уның иң ҡәҙерле һәм яратҡан бер бөртөк улы инең.
Был һүҙҙәрҙән һуң Ғәлим ағайым бер аҙға тынып ҡалды. Унан көрһөнөп ҡуйҙы. Бер аҙҙан ниндәйҙер етди мәсьәлә хәл итергә йыйынға кеше һымаҡ, аҡрын ғына һүҙ башланы:Ысынлап та, шулай тиергә урын бар һымаҡ. Хоҙай ғаилә бәхете биргән, яратҡан эшем бар, донъям етеш. Әҙәм балаһына тағы ни кәрәк? Юҡ икән шул... Күңелемде бер ауыр уй өйкәй. Бала саҡтан уҡ күңелемә инеп ҡалған һорау әле лә тынғы бирмәй. Ниңә, ниндәй ғәйептәрем өсөн Хоҙай мине атайҙан мәхрүм иткән? Бына һин, апай, әле генә әгәр атай иҫән булһа тинең. Һеҙ өсөгөҙ ҙә бала саҡта булһа ла атай һөйөүен, атай наҙын күреп өлгөргәнһегеҙ, ә мин уның төҫөн дә күҙ алдына килтерә алмайым, хатта. Атай тәрбиәһен алып үҫкән кешеләр ҡалай бәхетлеләр тип уйлайым гелән...
Етемлек әсеһен татып үҫтем тип зарланыу хата булыр. Ғаиләлә лә, урам малайҙары араһында ла миңә ел-ямғыр теймәне. Улай ғына ла түгел, әсәйем, апайҙарым ирҙәр башҡара торған барлыҡ ауыр эште үҙҙәре башҡарҙы, миңә көсөм етерҙәй эште лә ҡушмай торғайнылар. Һис ҡасан ас-яланғас булманым. Башҡалар серегән картуф, кесерткән һурпаһы ашағанда минең алда һәр саҡ икмәк булды. Атайлы малайҙарҙан яҡшыраҡ кейенеп йөрөнөм. Һуғышта һәләк булған атайҙың төҫө күреп, шулай ныҡ ҡәҙерләгәндәрҙер инде мине яҡындарым. Артыҡ иркәләү баланы боҙа тиҙәр. Шөкөр Хоҙайға, насар ғәҙәттәрҙән ары торғанмын. Һәр саҡ тырышып уҡыным, тәртибемә лә зарланғандарын ишеткәнем булманы. Әсәйҙе тыңлағанмын, тимәк. Ул бит миңә һәр ваҡыт: «Һин уҡырға, кеше булырға тейешһең, атайыңдың васыяты шулай»,- тиер ине.
Барыбер етемлек үҙен һиҙҙермәй ҡалманы. Уның ауырлығы миңә икенсе яҡтан килтереп һуҡты. Атайлы балаларға ҡарата күңелемдә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ көнсөллөк тойғоһо барлыҡҡа килде. Ниңә уларҙың аталары бар ҙа, минеке юҡ? Был бит ғәҙел түгел. Нимәһе менән улар минән артыҡ? Ҡай ерем менән мин уларҙан кәм? Ошондай һорауҙар бер ҡасан да тынғы бирмәне миңә. Һуғыштан һуңғы йылдарға атайһыҙ үҫкән балалар күп булһа ла, атайлылар ҙа юҡ түгел ине бит. Үҙемдең атай булмағас, атайлыларға ҡыҙышып ҡарай торғайным. Шундай бәхетле улар! Уның көслө ҡулдарын тойоу, ауыҙ тултырып «атай» тип өндәшеүе генә лә ҙур бәхеттер инде.
Яҡын дуҫым Мирғәлиҙең атаһы типһә тимер өҙөрлөк ир. Ул колхозда тракторҙа эшләй. Йәйен, ҡышын үҙенең «тимер аты»нан төшмәй. Мирғәли йыш ҡына атаһы эргәһендә тракторҙа ултырып йөрөй. Мине лә үҙе менән саҡыра. Тик мин, бик теләһәм дә, ризалашмайым, өйҙә эш күплеккә һылтанып, бармай ҡалам – көнләшеүҙән йөрәгем шартлар кеүек...
Икенсе дуҫым Илдарҙың атаһы һуғыштан бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтты. Инвалидмын тип, Сабит ағай бер көн дә эшһеҙ ятманы, фермаға ҡарауылға йөрөнө, йорттарындағы хәстәрлек тә уның иңендә булды. Шулай бер ваҡыт ниндәйҙер йомош менән ишек алдарына барып инһәм, аталы-уллы икәүләшеп ихата йүнәтәләр. Үҙ-ара шундай ихлас итеп сөкөрҙәшеп һөйләшәләр, минең ингәнемде лә абайламанылар хатта. Атай атай инде ул. Ул сәләмәткә һәм ғәрипкә бүленмәй. Әсәй һымаҡ уҡ, ул да берәү генә. Шуға ла атайҙың ниндәйе лә яҡын һәм ҡәҙерле. Атайым һуғыштан ике аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан буһа ла, мин уны шатланып ҡабул иткән булыр инем. Ләкин Хоҙай бәхеттең ундайын да ҡыҙғанған.. Әрнеүле уйҙарыма күмелеп, йомошомдо ла йомошламайынса, ҡайтыр яҡҡа йүгерҙем...
Бындай миҫалдарҙы күп күрҙем тормошомда. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә барып, һөнәрселек мәктәбендә уҡый башланым. Минең һымаҡ аталары һуғышта үлеп ҡалған балалар өсөн асылған уҡыу йорто ине ул. Бында беҙгә, һис арттырыуһыҙ, атайҙарса хәстәрлек күрһәттеләр: уҡыттылар, көнөнә өс тапҡыр ашаттылар, кейем, дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр һәм бөтәһе лә - бушҡа. Шуға был белем усағын, уҡытыусыларыбыҙҙы мин әле лә ҙур хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә алам.
Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ошондай ҙур хәстәрлек атайҙы алыштыра алманы, әлбиттә. Етемлекте лә онотторманы. Атайҙы юҡһыныу тойғоһо бер ҡасан да ташламаны. Олоғая килһәм дә, әле лә шулай. Ятһам да, торһам да гел бер уй мейемде телә: «Эх, тик бер генә тапҡыр булһа ла күрәһе ине атайҙы». Күрәһе лә: «Атай!» - тип бер өндәшәһе ине.... Бар ғазаптарым, бәлки, иртәнге томан һымаҡ, таралыр ҙа китер ине....
Ағайымдан бындай һүҙҙәрҙе ишетеү мине ныҡ тетрәндерҙе. Мин уны бер ҡайғыһыҙ, бәхетле яҙмышлы кеше тип йөрөһәм, ул ана ниндәй тәрән йөрәк яралары менән йәшәгән һәм йәшәй икән. Кеше күңеле ҡарурман тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.
Быйыл, Еңеүҙең 75 йыллығын үткәргән көндәрҙә, ҡасандыр Ғәлим ағайым һөйләгәндәрҙе йәнә бер иҫкә төшөрҙөм. Мин күргәндәр, мин кисергәндәр бер кешенең генә түгел, ә һуғышҡа тиклем тыуған һәм аталары яу яландарынан ҡайтмаған, халыҡ телендә «һуғыш балалары» тип йөрөтөлгән тотош бер быуындың уртаҡ яҙмышы, - тигәйне һөйләгәненә нөктә ҡуйған һымаҡ..
Читайте нас: