0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
14 Октябрь 2020, 23:05

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Өфө ҡалаһында Рәсимә Ураҡсина исемендәге республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда беҙҙең район ҡыҙы, Ҡоръятмаҫ мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Венария Әғәҙуллина – еңеүселәр араһында.

Башҡортостанда Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм билдәле балалар шағирәһе Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғри конкурс тамамланды. Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар конкурсҡа ирекле темаға башҡорт телендә ижад ителгән шиғырҙарын ебәрҙе.
Республиканың «Аҡбуҙат» балалар журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Дәүләкән районы хакимиәте конкурстың ойоштороусылары булып сығыш яһаны.
Жюри составына яҡташыбыҙ, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, танылған балалар шағирәһе Гүзәл Ситдиҡова, БР Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар яҙыусылары Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, яҙыусы Гөлнара Мостафина инде. Жюри рәйесе – Рәсимә Ураҡсинаның тормош иптәше Урал Ураҡсин.
Бөтә эштәрҙе лә ҡарағандан һуң, жюри ағзалары гран-при бирмәҫкә, һөҙөмтәлә конкурстың приздар фондын алты эш араһында бүлергә ҡарар итте.
Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс йомғаҡтары:
1-се урын – Зарина Ғәлиева, Туймазы районы, Серафимовка мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы;
2-се урын – Венария Әғәҙуллина (6 йәш), Дәүләкән районы, Ҡоръятмаҫ мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы;
2-се урын – Азалия Исхаҡова, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес китапханаһының «Кәрәҙ» әҙәби түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе;
3-сө урын – Дәрислам Аҙнабаев, Ейәнсура районы, Күгәрсен ауылының 3-сө класс уҡыусыһы;
3-сө урын – Мәүлет Ласынов (6 йәш), Сибай ҡалаһы;
3-сө урын – Самира Сәмиғуллина (5 йәш), Әлшәй районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.
Шулай уҡ конкурстың бер нисә ҡатнашыусыһына махсус бүләктәр тапшырылды.
Дәүләкән районы, Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 6 йәшлек 1-се класс уҡыусыһы Венария Әғәҙуллина республика кимәлендәге мәртәбәле конкурста «Мин-уҡыусы» һәм «Трактор» тигән шиғырҙары менән ҡатнашты. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
  1. Мин – уҡыусы
  2. Ҡулымда – матур Әлифба,
    Ул бит белем асҡысы!
    Иртәгә барам мәктәпкә,
    Мин бит хәҙер – уҡыусы!
    1. Трактор
    2. Йүгәнләгәс атайым,
      «Тимер ат» эшкә китә.
      Борхотоп төтөн-ялын,
      Шаярып бейеп үтә.
      Көнө-төнө эшләһә лә,
      Һис кенә лә арымай.
      Атай «ашатып» ебәрһә,
      Ҡар-ямғырға ҡарамай.
      Беҙ һәләтле ҡыҙҙы республика кимәлендәге мәртәбәле конкурста еңеүе менән ҡотлап, уға киләсәктә ижади уңыштар, яҡшы уҡыуын, киләсәктә лә районыбыҙ данын арттырыуын теләп ҡалабыҙ. Аҡ юлдар һиңә, Венария!
      Читайте нас: