-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
26 Ноябрь 2020, 22:15

Әсәйемә арнап шиғыр яҙҙым

29 ноябрҙә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан өлкәндәр ҙә, балалар ҙа донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләренә бүләктәр әҙерләй, йөрәктәренең иң түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙгә әсәй кәрәк. Уның йылы ҡарашы, сәсебеҙҙән иркәләгән йомшаҡ ҡулдары, күҫел йылыһы донъялағы бар байлыҡтарҙан да ҡәҙерлерәк. Шуға әсәйҙәребеҙгә наҙлы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ, тип әйтке килә.Уларға дан йырлауҙан туҡтамайыҡ, дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы Минзәлә Хәлилованың әсәһенең яҡты рухына арнап яҙған шиғыр юлдарын тәҡдим итәбеҙ.

Көнбағыштай ҡояшҡа табынам

Көнбағыштай ҡояшҡа табынам,
Ниҙҽр сырамытам тыуыр көндә!
Бәхҽт остоғона өмөт итҽп,
Күкшҽлләнҽп атыр таңды көтәм!
Офоҡ алһыулана. Ауыл өҫтөн
Наҙлап,һыйпап ҡояш күтәрҽлә.
Шәлкҽм-шәлкҽм гҽнә йылы нуры
Биттәрҽмдҽ үбә иркә гҽнә.
Көнбағыштай көнгә табынамын,
Ҡулым һонам ҡояш нурҙарына.
Әсәй минҽ таң ҡыйылған мәлдә
Тыуҙырған да ,алған ҡулдарына.
Төн пәрҙәһҽн йыртып тыуып килгән
Ҡояш нурҙарына табынам.
Әсәм йөҙөн сырамытам унда,
Әсәйҽмдҽ шулай һағынам.
Көнбағыштай ҡояшҡа табынам...
Их,әсәйҽм иҫән булһа инҽ...
Их,әсәйҽм иҫән булһа инҽ...
(Әсәйлҽләр бигҽрәк бәхҽтлҽләр)
Дауылдарға ҡаршы күкрәк кирҽп,
Ауырлыҡтарына ҡарамайса,
Эргәһҽнә осоп ҡайтыр инҽм!
Их,әсәйҽм иҫән булһа инҽ...
(Ҡыҫыр хыялдарға сумам ҡабат)
Йырсы самауыры урындыҡта,
Уртаҡ сҽрҙҽ ҽҙ батмусҡа һалып,
Сәйҙәр эсһәк ҽңҽл булыр һымаҡ!
Их,әсәйҽм иҫән булһа инҽ...
(Йөрәгҽмә ҡандар һауа шулай )
Башҡынамды алдарына ҡуйғас,
Тилбҽр бармаҡтары иркәләһә,
Йәшкәҙәп тә алыр инҽм буғай.
Их,әсәйҽм иҫән булһа... "Әсәй! "-
Балаҡайым илап ҡайтып индҽ!
Ҡыҫыр хыялдарым таралышты!
Улдарымды ҡурсып һикҽрҽп торам!
Үҙҽм-ышаныслы ҡалҡан индҽ...
Минзәлә Хәлилова.
Фото: авторҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: