«Мин ҡайтырмын, әсәй», - тигән һүҙҙәр
Йәнкәйемде һурып алды ла,
Ҡап урталай бүлеп, һалып ҡуйҙы
Дер-дер ҡалтыраған ҡулыма.
Ҡул болғайым, поезд шәберәк саба,
Йәндең бер өлөшө: «Бер йыл», - тиһә,
Икенсеһе әйтә: «Юҡ-юҡ, илама!»
Бүлгән йәнде ҡулда тотоп торам.
Мин эйелеп, йәнгә бышылдайым:
«Ос артынан, һаҡла улымды!»
Һәм бер өлөш, ҡапыл күтәрелеп,
Икенсеһе әйтте, йылмайҙы ла:
«Беҙ көтөрбөҙ уның ҡайтыуын».
Көтәсәкбеҙ. Һис туңдыра алмаҫ,
«Ҡайттым, әсәй!» - тигән һүҙең өсөн
Мин бирермен тотош йәнемде!