Миңзәлә Хәлилова
Һағышланды һары һандуғас...
Төн йөҙөндә йөрәге өшөп,тертләп уянды Зәлифә.Ситлегенән сығырҙай булып типкән йөрәк һыҙҙырып ҡына әрней,күңелдә шом,ҡурҡыу хисе.Бер аҙ баш-күҙ алғас, солан тәҙрәһенә тартылған ҡорғанды асып, урамға ҡараш ташланы: тышта дөм ҡараңғы.Июнь айы тыуғас, томра эҫелеккә сыҙарлыҡ әмәл ҡалмағас , бәләкәй соландағы диванда йоҡларға ғәҙәтләнеп алғайны. Тик ире Һиҙиәт был урынды өнәмәне, шуға күрә алғы өйҙәге карауатта айырым йоҡлай. Соланда кистән ойоп киткәнсе бер аҙ бошорғоландырһа ла, таңға табан , эй,рәхәт итеп һалҡынайта. Бер семтем генә төн эсендә тән ял итә , йоҡо ла туя.
Ә бөгөн нишләп былай ваҡытһыҙ уянды әле?Бәй,өй ишеге асыҡ тора түгелме? Йоҡлар алдынан үҙе һәйбәтләп ябып ҡуйғайны ла.Сәғәт нисә һуң ?
Ҡатын тумбочкала торған будильникка күҙ һалды : ике тулып килә.Төнгө беренсе яртылар тирәһендә йоҡларға ятҡайны.Ни бары бер сәғәтләп кенә ваҡыт үткән.
...Ауылда эш бөтәме ни? Таң һарыһынан тороп,эңер төшкәнсе, телде арҡыры тешләп, тегеләй йүгерәһең,былай сабаһың.Күҙҙе тырнап асһаң,кис бөтөрөп, тамамлап ҡуйған мәшәҡәттәрең өр-яңынан алдыңда һалдаттар кеүек теҙелеп тора.Һыйыр һауып,көтөү ҡыуаһың, быҙауҙарҙы эсереп,яланға сығарып ебәрәһең.Аяҡ аҫтында бөтөрөлөп йөрөгән ялбыр көсөгө,наҙланып һырпаланған Мыраубикәһенә хәтлем иғтибар талап итә.Ә инде бройлер тауыҡтар тураһында һөйләү өсөн һүҙең етмәҫ. Уларҙан да әрһеҙ йән эйәһе юҡ!Алдарына аҙыҡ биреп ҡотолмаһаң,ҡолап китһәң,үҙеңде лә суҡып,ашап ташларға әҙерҙәр!Улар артынан баҡылдап , арт һандарын мыйҡылдатып, өйрәктәр килеп етә,ҡарһаланып-ҡарһаланып бутау һоғонорға тотоналар. Исмаһам,сәйнәп тә булашмайҙар, аҙыҡты бөтәүләй генә йота ла ҡуялар. Улар өсөн батҡаҡлы һыу менән ялғаштарында ашарға булһа-шул еткән!
Ә Зәлифәнең иң хөрмәт иткәне-ҡаҙҙар. Улар үҙҙәренең баһаһын белеп кенә килеп етәләр, тәртипле итеп ,ашыҡмай ғына тамаҡ туйҙыралар,шул арала үҙ-ара һөйләшеп,аралашып алырға ла онотмайҙар.”Аристократтар”,тип атай уларҙы хужабикә!Ысынлап та,ҡойоп ҡуйған аҡһөйәктәр. Инкубатор сығарған бәпкәләрҙе , балаларылай күреп,ҡанат аҫтына алып үҫтергән ата ҡаҙ үҙе генә ни тора! Үҙенең даирәһендә ул - генерал!Уның өсөн дәрәжәләр ҙә,йәш айырмаһы ла юҡ!Бер нимәнән дә,бер кемдән дә ҡурҡып тормай!Үтеп барған трактор,йә машина булһынмы,кеше йә мал булһынмы-барыһына ла йыландай телен сығарып ыҫылдай, хатта тимерҙе томшоғо менән суҡып –суҡып ала! Шул уҫаллығы арҡаһында үҙенә лә эләгеп тора. Трактор ,машина хужалары ата ҡаҙҙың ҡылығына көлөп үтһәләр, матайҙа елдереүселәр уға тибеп китә.Кемдер ҡанатын да имгәтеп ҡуйҙы : хәҙер ул бер туҡтауһыҙ һынған ағзаһын урынына ҡуйырға тырышып,күтәреп ҡарай,уныһы ерҙән һөйрәлеп тик йөрөй.Шул көйө көнө буйы тамағына ашауын да онотоп, төйлөгәндән, ҡоҙғондан-эт-ҡоштан бәпкәләрен ҡурсый,тирә-яҡты күҙәтә, уяулығын юғалтмай!
Зәлифәнең оҙон йәйге көнө мал-тыуарын,ҡош-ҡортон метекләп ҡарап,ашатып,эсереп йөрөп үтә.Аяҡтарҙың йәне лә ҡалмай,иртән өйрәк кеүек айпаңлап саҡ табанына баҫып китә. Уның араһында баҡса утау,өй йыйыштырыу,тамаҡ йүнәтеү- бисәләрҙең үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала,тиҙәр бит!Киске эште бөтөрөп,мунса ингәс,саҡ йоҡлар урынына барып йығыла.
Ҡатын ,өй ишеген ябып ҡуйырға ,тип ынтылды ла,алғы өйҙә йоҡлаған ире Һиҙиәттең урынына күҙ һалды.Бәй!Урыны буш түгелме ни?Әллә төпкө бүлмәгә үк инеп ятҡанмы? Ҡатын,ут алмай ғына,бүлмәгә үтте. Бындағы түшәк - ҡаралты йыйыштырылған килеш тора. Өй тып –тын! Ҡайһы саҡта иренең йоҡо аралаш һөйләнгәне,хырылдап ебәреүе ишетелеп ҡуя ине...
Ҡайҙа булырға мөмкин?Ҡана, телефонына шылтыратып ҡарайым әле,тип тәҙрәгә яҡыныраҡ килде. Өй эсе менән сағыштырғанда тәҙрә эргәһендә ай һирпкән һүрән генә яҡтылыҡ бар . Йоҡо бүлмәһендә иренең телефоны зыңлағас,тағы бер аптырап ҡалды,телефон бауы менән розеткаға тығылған.Бәлки мунса соланындағы диванға сығып ятҡандыр? Тик... мунса ишеге йоҙаҡлы ине.
Зәлифә һаҡ ҡына тимер ҡапҡаны асып ,урамға сыҡты. Ихата буйындағы эскәмйәгә сүгәләне.
...Ауыл ,ауыр мәшәҡәттәренән арып,йоҡоға талған.Тик алма баҡсаһында һандуғастар өҙҙөрөп һайрай. Улар ярыша-ярыша моңон түгә.Береһенең йырын икенсеһе эләктереп ала ла тағы ла яңы бөгөлдәр өҫтәп,йөрәк ҡылдарын сиртеп,бар доньяны моңға сорнай. Ҡайҙа тыуа был моң,был аһәң? Уңдан да,һулдан да,күктән дә ҡойолған кеүек сихри моң һине албырғатып, йәнеңде айҡай,күңелеңде айҡалдырып-сайҡалдырып,йөрәкһетеп ҡайҙалыр үҙе артынан әйҙәй,саҡыра. Ниндәй генә хисле кешеләрҙе һоҡландырмаған һандуғас моңо!Шағирҙар береһенән- береһе уҙып,ошо кескәй генә ҡошсоҡҡа һоҡланып,күпме шиғыр тыуҙырған. Быуаттар буйы ғашиҡ йәндәр,бер-береһенә һыйынып, һандуғас моңона сорналып, мөхәббәттә аңлашҡан. Уймаҡтай ғына йөрәк төбөндә тыуған аһәң моңһоҙҙо моңло,телһеҙҙе телле иткән,иң бошмаҫ әҙәмдең дә йөрәген елкендергән !Нисек кенә йөрәккәйе ярылмай был һандуғасҡайҙың шул моңдо тыуҙырғанда!
Һалҡынса...Ара-тирә сиңерткәләр сыңҡылдап ҡуя. Бына Са-а-ҡ,тигән ауаз ауыл өҫтөнә таралды,бер аҙ торғас,С-у-у-ҡ,тип яуап бирҙе икенсеһе. Мәңге бер –береһен йәүкәләүсе,саҡырыусы ҡоштарҙың тауышы күңелгә ниндәйҙер хафа орлоғо һалды. Күңел төбөндә ,төптә, яралғы ғына булып,бер тамсы хәүеф тыуҙы. Йоҡо аралаш ояһында ,әллә ҡурҡыныс төш күреп, урыҫ бейәләйе хәтлем генә ялбыр көсөк сыйнап ҡуйҙы,урамдың теге осонда үҙҙәренең бурысын үтәп,хужаларына тоғролоғон иҫбатлап,бер-ике ҡат ҡына эттәр лаулашып алды. Аҙбар алдында һыйыр-таналарҙың ауыр итеп көйшәгәне ишетелеп ҡуя.Баш осонан ғына ояһына ҡайтырға һуңлаған бер ҡош пырылдап осоп үтте : үҙе лә шөрләне,Зәлифәнең дә өнөн алды.
Сеү! Был нимә? Уның ҡолағына һөйләшкән,көлөшкән тауыштар салынып ҡалды.Ҡайһы тирәлә ишетелде һуң?Ул шым ғына урынынан ҡалҡынды ла тауыштар килгән яҡҡа ыңғайланы. Быраулыҡ аша йәшәгән күршеләр баҡса артында саған төбөнә иҫке карауат сығарып ҡуйғайнылар.Унда көнө буйы бала-саға гөр килеп уйнай , йыуан ботаҡҡа эленгән киң комбайн ҡайышынан эшләнгән бәүелсәктә бәүеләләр.Әле шунда кемдәрҙер бар.Ҡатын тағы ла яҡыныраҡ килде,хәҙер тегеләрҙең тауышы айырым-асыҡ ишетелә. Береһе-күрше өйҙә йәшәүсе Тутыя,ә икенсеһе...Һиҙиәт бит!Уның ире- Һиҙиәт...
Зәлифә, ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн, ирендәрен ауырттырғансы тешләне.
-Матурым минең, ҡара ҡарлуғасым!Ошо оҙон сәстәреңде, мамыҡ кеүек йомшаҡ,сөм-ҡара ғына сәстәреңде һағынам бит һинең.
Зәлифә үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы!Йәле,”ҡара ҡарлуғас”,имеш!Ә уны , Зәлифәне,”һары һандуғасым”,тип йөрөтә!Артыҡ күп баш ватып тормаған матур һүҙҙәр эҙләп... Йоҡлағанда ҡамасаулай, сәсеңде ҡырҡ,тип Зәлифәнең оҙон толомдарын ҡыҫҡарттырғайны.Бынағайыш,оҙон толом ярата икән бит “хәләле”!
-Ә минең үҙемде һағынмайһыңмы ни,ҡәҙерлем!
Юхалап,мыймылдап сыға теге йылан аяғы киҫкән күршеһенең тауышы.
-Ул турала былай ҙа беләһең бит,матурым!
-Был яғымлы һүҙҙәреңде миңә генә әйтәһеңме,әллә теге нишанаңа ла шулай өндәшәһеңме?
-Матурҡайым,әйҙә уны бөгөн иҫкә төшөрмәйек! Бөтә Ер йөҙөндә икебеҙ генә икән , тип хис ит. ...Оҙаҡ итеп үбешкәндәрен ишетеп,Зәлифә ыңғырашып ҡуйҙы.
-Ниндәйҙер... тауыш ишетелгән кеүек булды ,әллә берәйһе бар инде?
-Юҡ!Берәй ҡош төшәнеп алғандыр..
-Улай ныҡ һағынғас,нишләп тыуған көнөмә килмәнең?
-Мин һинең саҡырыуҙы ҡатынға нисек аңлатыр инем?!
-Бисәңдән шөрләгәс,килмә,мин һине инәлеп саҡырмайым бит!
-Үпкәләмә инде,матурым!Йә,әйт әле! Мин бүләк иткән аҡсаға нимә алдың ?
-Ҡәҙерлем ,ун меңгә йүнле бүләк киләме ни! Эҙләй торғас, ҡулыма арзан ғына йөҙөк алдым,бына... оҡшаймы?
- О-о! Алиһәм!Һин үҙең бөтә алтындарҙан,гәүһәрҙән дә ҡәҙерлерәк!
Уларҙың шырҡ-шырҡ көлөшөп, яратышыуҙарын,үбешеүҙәрен Зәлифә асыҡ ҡына күрмәһә лә йөрәге менән тойҙо.
...Ун мең!Ире бит инде нисә ай , ҡыҫҡартылыу сәбәпле, эшһеҙ ята. Аҡсаны ҡайҙан алған һуң?Яңыраҡ еңел машинаны автосервисҡа ҡуям ,тип,картуф һатҡан аҡсаны алып сығып киткәйне,әллә шуны һөйәркәһенә бүләк иткәнме? Зәлифә асыуынан тештәрен шығырҙатып ҡыҫты.
-Ҡәҙерлем,һин бит бисәңә мине яратыуың тураһында әйтермен , тигәйнең. Нишләп һаман һуҙаһың?Мин һинең менән генә,икәү генә,бер кемдән дә ҡурҡмай-өркмәй, көпә -көндөҙ урам буйлап үткем килә.Атыу,төн убырҙары кеүек ,ҡасып-боҫоп ҡына осрашабыҙ! Мин һинең ҡайнар ҡосағыңда йоҡоға талып, көслө беләктәреңә башымды һалып,ҡатының булып таңда йоҡонан уянғым килә!Һөйәркә булып түгел, аңлайһыңмы, ҡатының булып!
-Тутыям!Мин балаларға уны нисек аңлатырмын, тиҙҙән кесе улымдың туйы булырға тора...
-Тимәк,һин мине яратмайһың.Бар ҡайт,албаҫтыңды ҡосаҡлап ят!Ана Ғәли миңә әллә ҡасандан күҙ һалып йөрөй,кейәүгә сыҡтым киттем!
-Асыуланма инде,йәнем!Минең нисек һине ҡыҙғанғанды беләһең бит. Уйлап ҡарармын,берәй рәте сығыр әле.
-Улай булғас,икәүләп берәй сит илгә ял итергә барайыҡ!һин тегенеңде алда,Себергә эшкә китәм,тиң.Ә беҙ ул арала һинең менән выжт... самолетта! Йә Төркиәнең,йә Кипрҙың пляжында ҡыҙынабыҙ.Шәп булыр ине,ивет!
-Шулайын шулай ҙа,Тутыям!!Ҡатынға нисек әйтергә һуң? Сүтәки өс тиҫтә йыл бергә йәшәлгән ,балалар,ейән-ейәнсәрҙәр бар...
Зәлифә башҡаса был оятһыҙлыҡҡа ,хыянатҡа шаһит булып, тыңлап торорға көсө етмәҫлекте аңланы ла,ике ҡолағын устары менән ҡаплап ,ирекһеҙҙән бите буйлап сорлап аҡҡан күҙ йәштәрен дә һөртмәй,өйөнә ашыҡты.Ишек алдына көс-хәл менән инеп ,ҡапҡа бағанаһына һөйәлде.Ғүмер буйы ышанып йәшәгән,шатлыҡтарҙы ла,ҡайғыларҙы ла бүлешкән яҡын кешеһенең хыянаты уны шаңҡытты.Кем менән бит әле! Күршеһе,ут күршеһе! Еңгә лә еңгә!-тип, к-тен өҙгән күршеһе! Ниндәй оятһыҙлыҡ,ике йөҙлөлөк! Нишләп былай алданды әле!Ҡайһы мәлдә ирен күҙ уңынан ысҡындырҙы?
Зәлифә ауа-түнә өй тупһаһына барып ултырҙы.Бөгөн ишеткәндәрен, күргәндәрен тағы-тағы йөрәге аша үткәреп,әсе күҙ йәштәренә ирек бирҙе...
***
Яратышып өйләнешкәйне Зәлифә менән Һиҙиәт.
Икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫтеләр,бер мәктәптә уҡынылар.Тик Һиҙиәт биш йәшкә олораҡ . Зәлифәнең ағаһы Зариф менән Һиҙиәт икеһе бер йылғы , дуҫтарҙың араһынан ел дә үтерлек түгел! Ә инде йән дуҫы менән берҙән- бер яратҡан һеңлеһе өйләнешкәс , араларҙы туғанлыҡ ептәре лә нығытты.
...Егеттәрҙең һалдат хеҙмәтенә алыныуҙары ла бер көнгә тура килде. Зар илап оҙатып ҡалды өлтөкәй генә һары сәсле, сәгер күҙле,ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡыҙый ағайҙарын ил һағына. Егеттәр ике йыл йөрөп ҡайтыуға ҡыҙ буйға үҫеп, йомороланып,ир-егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итер йәшкә еткәйне. Зыулап илап , бер тотам арттарынан ҡалмай йөрөгән бәләкәй ҡыҙҙы арығанда алмаш-тилмәш елкәләренә ултыртып,әүрәтеп йөрөткәндәрен иҫкә алғанда,ҡыҙыҡай керпектәрен дә күтәреп Һиҙиәт ағаһына ҡарарға ояла башланы. Тора-бара Һиҙиәт менән Зәлифә араһында һөйөү хистәре ҡабынды,улар бер-береһен күрмәйенсә йәшәй алмауҙарын аңланы. Ул арала егет колхозға эшкә сыҡты, тәүҙә колхоз рәйесен йөрөттө,шунан йөк машинаһына күсеп ултырҙы.
Зәлифә ,һигеҙенсе класты тамамлағас, Йоматау техникумына уҡырға инде.Һиҙиәт тын алырға ла бирмәне, ҡыҙҙы ҡурсып,эште ҡыҙыулатты.Ял һайын студент ҡыҙ һөйгәнен һағынып , ауыл тарафтарына ашҡына,егет йөк машинаһы менән уны төнгө электричканан ҡаршы ала.Уның араһында егет , юл төшкәндә,үҙе лә Йоматауға йыш ҡына килеп йөрөй,ҡыҙға күҙ һалып йөрөүсе студент малай-шалайҙы һөйгәне янынан өркөтөп китә. Өс йылдан экономист-бухгалтер дипломын ҡулға алып,ауылға ҡайтып төштө Зәлифә,колхоз бухгалтерияһына эшкә урынлашты.Ул саҡтағы колхоз рәйесе йәштәрҙең ауылда ҡалыуын ныҡ хупланы, хатта яңы өйләнешеүселәргә донья тергеҙер өсөн ташламалар ҙа булдырҙы.Үҙе юллап,өйлөк ағас ҡайтарҙы,колхоздың төҙөүселәр бригадаһын ҡушып,бура буратты,нигеҙ ҡороп,өй башы яптырып бирҙе.Хатта эшселәрҙе ашатыуҙы ла колхоз иҫәбенә ашханала ойошторҙо.
Шулай ,өйләнешеп,башлы-күҙле булып, шыңғырҙап торған ҡарағайҙан һалынған,тәмле ылыҫ еҫе аңҡыған клуб хәтле ҙур өйҙә һәүетемсә генә йәшәп алып китте йәштәр.Һиҙиәт шофер булып эшләне ,күп тапҡыр колхоз һәм район хужалары ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары ,ҡиммәтле бүләктәр алды.Зәлифә лә үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылды,Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне,тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Татыу ғаиләлә өс бала үҫте.Мөхәббәт емештәре, тәүге ҡыҙҙары Лилиә табип һөнәрен үҙләштерҙе,хәҙер инде үҙе әсәй,кейәүе Тимур менән Арыҫлан исемле ул үҫтерә, Зәлифә менән Һиҙиәткә өләсәй-ҡартатай булыу бәхетен татытты.Өфөлә төпләнде йәштәр.Уртансы улдары Юлай -нефтсе,алыҫ Себер киңлектәрендә ҡара алтын ятҡылыҡтары эҙләй,килендәре Гөлиә менән ике сәскә кеүек ҡыҙ үҫтерәләр.
Бына яңыраҡ төпсөктәре Салауат атаһына кәләш алырға йыйыныуы тураһында һүҙ тишкән. Шундай ҡыуаныслы ваҡиғалар алдынан...мә һиңә –сюрприз... яратҡан иренән...
Ике ятып,бер төшөнә инмәне Зәлифәгә был хәл.
Улар бит кәңәшһеҙ эш башламанылар,һәр саҡ бер-береһенең фекеренә ҡолаҡ һалырҙар ине.
Туҡһанынсы йылдарҙа,күпләп колхоз-совхоздар бөтөрөлгәндә, эшһеҙ ултырғанда ,балаларға юғары белем биреү өсөн бик күп аҡса кәрәк булғанда икеһе бер булып, көрсөктән сығыу юлын эҙләне улар. Илап,зарланып ултырыуҙан ни файҙа,кем һиңә әҙерләп килтереп бирә? Кемдәрҙер эш йәүкәләп, ҡалаға юлланды,берәүҙәр һатыу итә башланы,йә ер алып, фермерлыҡ эшенә тотондо.
Зәлифә ,ике туған апай тейешле кешегә эйәреп,мал-тыуар һатҡан аҡсаға Төркиәнән барып,күндән тегелгән куртка-плащтар алып ҡайтып,яңы кәсепкә тотондо:баҙарҙа урын алып ,алып-һатыу эшен асып ебәрҙе. Тәүҙәрәк бик ауыр булды :юл мәшәҡәттәре йонсота,аҡса янсыҡтарын еңел генә юл менән байытыусылар тоҙағына эләгеү,күҙ йәштәре,илау-борсолоуҙар... Ләкин ул бөтә ауырлыҡты еңеп сыҡты,сөнки эргәһендә ышаныслы терәге- Һиҙиәте бар ине. Ул тауар артынан киткәндә донья көткән:һыйыр һауған,мал ҡараған да ире булды. Тора-бара сепрәк-сапраҡты Свердловск ҡалаһынан барып ала башланылар,ул саҡта инде машина руле артына Һиҙиәт ултырҙы. Бер –ике ҡатын берләшеп ,тауар артынан сыҡһалар,юл хаҡын түләүе лә еңелерәккә тура килә. Тик был кәсепте лә ташларға тура килде,сөнки ауыр-ауыр әйбер тултырылған тоҡтар күтәреп ташыу эҙһеҙ үтмәне,аяғының ҡан тамырҙары шешек һымаҡ һыҙлап,бүртеп сыҡты. Диагнозы-тамырҙар елһенеүе, варикоз,хәҙер ауыр күтәреү түгел, оҙағыраҡ бер урында баҫып торһаң да аяҡтар йөрәккә төшөп һыҙлай.
Йыш ҡына дауахана юлын тапаны Зәлифә,врачтар операция тәҡдим итте,ул риза булды.Тик ике аяғына бер юлы яһатырға кәрәкмәгәндер,бәлки, операцияны. Ә ул тиҙерәк аяҡҡа баҫыу хыялы менән ике аяғына бер юлы операция яһауҙы һораны. Уң аяғының яралары тиҙ төҙәлде,бына... һул яғы бәләлерәк булды.
Бик оҙаҡ дауаханала ятырға тура килде уға,шунан ял йортона юллама алып бирҙе ҡыҙы.Әллә шул саҡта уҡ эҫенеп киттеме икән Һиҙиәт күршеһе Тутыяға?
***
...Әле Тутыя йәшәгән өйҙә Сәлих бабай менән Мәрйәм әбей көн итте.Уларҙың балалары булманы, үҙҙәре баҡса тултырып умарта тотто. Тәүге айыртҡан балды табаҡҡа һалып,ишек алдындағы һикегә сығарып ултыртырҙар ине,мәрхүмкәйҙәр.Мәрйәм әбей тап шул көндө усаҡлыҡ мейесендә күпертеп тороп икмәк һала,шунан бабай урамдан бөтә ыбыр-сыбыр баланы йыйып алып килеп һыйлай. Яңы мейестән сыҡҡан икмәккә бал яғып йыпыралар ғына! Эй, яраталар ине үҙҙәрен дә балалар!Береһен Бал бабай, икенсеһен Бал әбей ,тип кенә йөрөттөләр.
Ошо Бал әбей менән Бал бабайҙың үлеме лә бик ғәжәп булды,бөтә ауыл халҡы хайран ҡалды. Яҙ башында бабай,һалҡын тейҙереп,ауырып йығылды.Ауыл фельдшеры килеп,дауаханаға йүнәлтмә яҙғас,бабай аяҡ тибеп,бармаҫҡа ҡыр талашты. Ауылдаштар берәмләп тә,күмәкләп тә өгөтләп ҡаранылар,тик юҡҡа ғына,ул бер нисек тә ыҡҡа килмәне .Өс көн ауырып ятып,алһыу ғына булып ал таң атып килгәндә яҡты доньяларҙан үтеп китте бабай.Ике яҡ үпкәһе лә ҡабарып менгәйне -пневмония тигән сир алып китте ир аҫылын.Бөтә ауыл аһ итте.Дауаханаға ваҡытында барған булһа, дауаларлыҡ булған бит ауырыуы!Тик эш үткәйне шул.Хәҙер бөтәһенең иғтибары әбейгә йүнәлде,ни генә эшләр инде? Бал әбей ҡартының өсөн,етеһен уҡытты , тик бер көндө... урамда күренмәне.Күршеләре эҙләп ингәндә ишеге эстән бикле ине.Тәҙрәгә ҡоролған ҡорған ситенән өй эсенә күҙ һалһалар-урын-ере йыйылмаған,әбей йоҡлап ята. Үҙ ғүмерендә уның төшкә хәтлем йоҡлап ятмағанын белгән күрше-күлән ишек келәһен таяҡ менән асып өйгә инһә,әбей ... һыуынып бөткән. Шулайтып, бер аҙна эсендә икеһе лә баҡыйлыҡҡа күсте.Бәхетле үлем,тине берәүҙәр,кемдәрҙер уларҙы ихлас йәлләне.
...Сәлих бабай менән Мәрйәм әбейҙең мөлкәтенә хужа ла табылды, әбейҙең сыбыҡ осо ғына туғаны Латифаның Үзбәкстанда йәшәгән ҡыҙы Тутыя ҡайтып төштө.Тиҫтә йыл элек бер туған апаһының ире – еҙнәһе менән ҡасып , ауылдан сығып киткәйне аҙғындар. Тик уртаҡ балалары булманы.Ун алты йәшендә үк ситтән колхозға ярҙамға килгән шоферҙан йөгөн төшөртөп, балаға уҙыу мөмкинселегенән яҙғайны.
Еҙнәһен заман сире-фалиж һуҡҡас, йәһәт кенә ҡарттар йортона урынлаштырып,тыуған ауылына ҡайтып төштө Тутыя ,тик ата йортонда йәшәгән бер туған ҡустыһы апаһын тупһаһынан да үткәрмәне. Нисә йылдар буйы Тутыяның аҙғынлығы арҡаһында атаһы әсәһенең ҡанын эсте, береһенән береһе бәләкәй өс балаһын ҡосаҡлап ултырып ҡалған апаһы йөрәк ауырыуына дусар булды.
Тутыя буш торған өйҙө йыуып,таҙартып,баш –күҙ алды ла ,анһат кәсепкә тотондо. Тәүҙәрәк сәмәй ҡойоп һатып, эскән ир-егеттәрҙе үҙенә ылыҡтырҙы.Шунан аҡса табыуҙың тағы ла еңелерәк юлын тапты. Сифатһыҙ араҡыны тейәп алып ҡайта ла,һыу өҫтәп,илерткес дарыуҙар ҡушып, көн тимәй,төн тимәй, һатыу итә,уның һуҡмағына эскеселәр саң төшөрмәй. Ирҙәренең көн дә һалмыш йөрөүенән туйған ҡатындар килеп, янъял ҡуптарып та китә,милицияға күмәкләп ялыу ҙа яҙып ҡарай. Тутыя нисек ярай белә хөкүмәт вәкилдәренә?Гел генә һыуҙан ҡоро сыға.
***
Ауыр уйҙарға батып,өй тупһаһында ултырған Зәлифә , Һиҙиәттең хыянатын уйлап,мирҙан ҡалған Тутыя ишеген ҡағып йөрөүенә бигерәк ныҡ ғәрләнде. Бәлки ул,үҙенең бер ҡатлылығына барып, ире ҡосағына сит бисәгә юлды үҙе асҡандыр?
...Зәлифә ,бер аҙ аяғына баҫҡас,Һиҙиәт район үҙәгенә тимер торбалар эшләүсе ойошмаға эшкә урынлашты.Графигы ла бик уңайлы: ике көн эшләй,бер көн ял итә. Хәҙер инде бөтә ауыл халҡы район үҙәгенә йомоштары төшһә,ул эште Һиҙиәттең эш көнөнә тура килтерергә тырышты,сөнки ауылға автобус ял көндәрендә генә килә.Ә Һиҙиәткә ултырып барһаң,уның эш көнө бөткәнсе бар йомоштарыңды йомошлап,тыныс күңел менән магазиндар ҡарап , баҙар ҡыҙырып йөрөргә мөмкин.Унан Һиҙиәткә лә файҙа: юл хаҡын уртаҡ түләйҙәр.Һарыҡ та иҫән,бүре лә туҡ.
Тутыя ла бер-нисә тапҡыр:
-Зәлифә еңгә!Һиҙиәт ағайым иртәгә район үҙәгенә барамы?Йомоштарым күбәйеп китте,-тип килгәйне.
Зәлифәгә йәлме ни? Әйҙә ултырып барһын яңғыҙ ҡатын, ярҙамы тейгәндән бер ере лә кәмемәҫ!Бына һиңә... кәмемәҫ! Шау сәскәгә төрөнгән алмағас баҡсаһына кәзә мәлғүнде индереп ебәргән кеүек булды .Сәскә кеүек матур ғаиләһен боҙоусы табылды.Ауыҙыңды асып йөрөһәң , сәйнәгән ризығыңды ла тартып алырҙар...
Офоҡ ситенән ҡыҙарып,таң ата башланы.Төн дә һыуынды,оҙаҡ тупһала ултырғанғалыр,арҡа һабағынан һыуыҡ йүгерҙе.Бына ҡапыл аяҡ аҫтына килеп ятҡан көсөк ,башын ҡалҡытып,ҡойроғон болғарға тотондо. Шып-шым ғына ҡапҡа асылды,аяҡ остарына ғына баҫып,Һиҙиәт өй тупһаһына ҡарай атланы. Алдында ап-аҡ йоҡо күлдәге кейгән килеш ултырған ҡатынын абайлап алғас,албаҫты күргән кеүек, тертләп китте.
-Нишләп ултыраң... тупһала...һары һандуғасҡай?Һинең дә йоҡо ҡасты мәллә?Мин бәҙрәфкә... сыҡҡайным.Һандуғастарҙың һайрағанын бер аҙ тыңлайым,тип, урамдағы эскәмйәгә сығып ултырҙым.Һин дә минең эргәгә сығып етәләр аны,үҙәк өҙөп, шашып-ярһып ,ҡыуанып,шатланып һайрай бит һандуғастар...
Һиҙиәт бер нәмә лә һиҙҙермәҫкә тырыша,ә хафаланыуы һиҙелә , тауышы ҡалтырай...
Ғүмер буйы бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешене алдау мөмкинме ни?
Улар бит бер бөтөн,береһе икенсеһен бер һүҙҙән аңлайҙар...
Зәлифәнең илауҙан ҡарлыҡҡан тауышы ирҙе тағы ла нығыраҡ шаңҡытты:
-Һандуғастар бөгөн һағышҡа батты,уларҙың йыры рәнйеш, әрнеү ,күҙ йәштәре булып түгелә!
Зәлифә , ишек яңағына тотоноп, ауыртҡан аяғына көс-хәл менән баҫты ла,ҡырт боролоп, өйөнә атланы.