Кесе йома, 31 майҙа, Башҡортостанда тәмәке һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин. Бындай тәҡдимде Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя тәмәкәһеҙ көнөндә тәмәкәселәр менән көрәшеү ҡоралдарының береһе сифатында бөтә төбәктәргә йүнәлткән.
«Тәмәке тартыу, донъяла йыл һайын 5,4 миллион кешене үлтереп, 20 процент өлкән халыҡтың үлем сәбәбе булып тора. Ул туберкулездан, ВИЧ/СПИД-тан һәм тапма ауырыуынан вафат булған дөйөм халыҡ иҫәбенән артып китә», — тип хәтергә төшөрҙөләр ведомствола.
Шулай уҡ бер көнгә тәмәке һатыуҙы тыйыуҙан тыш айырым урындарҙа, шул иҫәптән байрам көндәрендә урамда тартыуҙы тыйырға тәҡдим итәләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 майҙа насар ғәҙәтте ташларға йыйынған өфөләр өсөн консультация уҙғаралар.