+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
7 Август 2018, 11:40

Ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алдылар

“Шәхси эшҡыуар КФХ башлығы Р.Ш. Хөснөтдинов” хужалығында ужым культураларын ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алдылар

“Шәхси эшҡыуар КФХ башлығы Р.Ш. Хөснөтдинов” хужалығында ужым культураларын ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алдылар
Ужым бойҙайы 310 гектарҙа сәселгәйне. Аяҙ көндәрҙе файҙаланып, игенде туранан-тураға һуҡтырып алдылар. Гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил итә. Комбайнерҙар Рафаил Закиров, Сергей Карлов, Николай Емец етештереүсәнле хеҙмәт өлгөләре күрһәтә.
Рафаил Фрунзе улы Закиров райондың агросәнәғәт комплексында утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт һала. Водитель була, бына инде егерме йыл механизатор. Күп йылдар урып йыйыу кампанияһында ҡатнаша, бай тәжрибә туплай.
Сергей Юрьевич Карлов 1993 йылдан алып механизатор бурысын атҡара. Уларҙың төп эш урыны С.Б. Рихтер КФХ-һы, әммә күршеләрҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар, Дүртөйлө ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа уңышты йыйып биргәндәр.
Урылған игенде ташыуҙа аталы-уллы Мәүлийәровтар тырышлыҡ һала. Валериан Әхмәтйән улы ҡырҡ йылдан ашыу руль артында. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан баҫыу эштәрендә ихлас ҡатнаша. Улы Илмир йөк машинаһын үҙ ҡулдары менән көйләп алып, бына инде бишенсе йыл иген ташый. Икәүләшеп улар яңы уңышты ырҙын табағына ташып өлгөртөп тора.
Ауыл хужалығы идаралығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, 6 авгусҡа район игенселәре 5500 гектарҙа ужым культуралары сапҡан, 4500 гектарҙа һуғып алған. Тулайым йыйым 10 мең тонна. Хужалыҡтар иң беренсе сиратта ужым бойҙайын ура. Был аҙнала ужым арышы йыйыласаҡ. Быйылғы ураҡ барышында 19416 гектар майҙанда ужым культураларын йыйыу бурысы ҡуйылған. Иген культураларының дөйөм майҙаны 50395 гектар тәшкил итә. Яуаплылыҡтары сикләнгән “Аграр традициялар”, “Ҡаҙанғол ТПХ-һы”, “Канаш”, “Восход”, “Агротехнологиялар” йәмғиәттәрендә, Ғ.Б. Ғабдрахманов, И.А. Фазлыев КФХ-ларында ужым культураларын йыйыу ойошҡан рәүештә, йылдам бара.
Читайте нас: