+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
3 Декабрь 2018, 13:09

Шыршы ултыртылды

Ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инде тышта – декабрь, урамда – ҡар, Дим йылғаһы боҙ менән ҡапланған, шуға ҡаланың үҙәк майҙанында ултырған мөһабәт шыршы берәүҙә лә ғәжәпләнеү тыуҙырмай.

Ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инде тышта – декабрь, урамда – ҡар, Дим йылғаһы боҙ менән ҡапланған, шуға ҡаланың үҙәк майҙанында ултырған мөһабәт шыршы берәүҙә лә ғәжәпләнеү тыуҙырмай.
30 ноябрҙә “ГорКомСервис” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән Ҡыҙыл майанда 20 метрлыҡ урман һылыуҡайы алып килеп ултыртылды. Ул Яңы йыл байрамдарын үткәргәндә, ҡышҡы каникул көндәрендә барлыҡ сараларҙың төп биҙәгенә әүереләсәк.
“ГорКомСервис” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре уның артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып ташланы, яҡшылап, тигеҙләп ултыртты. Артабан боҙ ҡаласығы яһар өсөн майҙан ҡарҙан таҙартылды. Ошо көндәрҙә уйынсыҡтар эленеп, шарҙар менән биҙәлеп, төрлө төҫтәрҙә уттарын балҡытып, тиҙҙән Яңы йыл яҡынлашыуын белдереп торасаҡ.
Читайте нас: