-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
21 Декабрь 2018, 12:06

Республика ярҙамы менән

Ҡыҙрас ауыл биләмәһенә Ҡыҙрас, Сапай, Буранғол ауылдары инә, 402 йортта 1071 кеше йәшәй. Уларҙа өс фельдшер – акушерлыҡ пункты, Ҡыҙрас ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе (илле бала уҡый), бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, китапхана, райондың Мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ҡыҙрас ауыл биләмәһенә Ҡыҙрас, Сапай, Буранғол ауылдары инә, 402 йортта 1071 кеше йәшәй. Уларҙа өс фельдшер – акушерлыҡ пункты, Ҡыҙрас ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе (илле бала уҡый), бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, китапхана, райондың Мәҙәниәт йорто филиалы бар.
Ауыл биләмәһендә хужалыҡтар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар Ф.А. Сәйетгәрәев һәм Ф.Т. Бәхтийәрова крәҫтиән - фермер хужалыҡтары бар, улар сауҙа эше менән дә шөғөлләнә.
Аҙаҡҡы өс йыл эсендә ауыл биләмәһендә социаль өлкәне үҫтереү йәһәтенән ҙур үҙгәрештәр булды. 2017 йылда «Аныҡ эштәр» партия проектын тормошҡа ашырыу буйынса Сапай ауылы клубында капиталь ремонт эшләнде. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте уға газ үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Бөгөн ул районда иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеларының береһе, артистар бында рәхәтләнеп сығыш яһай.
Яҡташыбыҙ, яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы» йәмғиәте директоры Ф.Н. Хәбиәхмәтов ярҙамында ауылдарҙа, ауыл биләмәһендә урамдарҙы яҡтыртыу өсөн автоматлаштырылған ҡорамалдар ҡуйылған.
2017 йыл аҙағында көнүҙәк мәсьәлә булған телефон элемтәһенә бәйле мәсьәлә хәл ителгән. МТС компанияһы аппаратура ҡуйған, хәҙер барлыҡ ауылдар халҡы тиҙлекле интернеттан файҙалана.
Ҡыҙрас һәм Сапай ауылдары араһында юл ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында юл билдәләре урынлаштырылған, автомобилдәр юғары тиҙлек менән хәрәкәт итмәҫ өсөн махсус арҡыры һикәлтәләр барлыҡҡа килгән. Ашығыс ярҙам, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция, почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренә эште еңеләйтеү өсөн атамалары яҙыуҙары яңыртылған.
Сапай ауылында һыу үткәреү буйынса эш бара, яңы проект төҙөлгән. Ауыл биләмәһе хакимиәтендә был проект республика инвестиция программаһына инер һәм монтаж монтажлауға аҡса бүленер тип ышаналар.
Ерҙәргә документтар тултырыла, был айырым кешеләргә йорттар төҙөү өсөн участкалар бүлгәндә ҙур ярҙам.
Урындағы халыҡ төҙөкләндереү буйынса эштәргә әүҙем ҡушылды. Улар ярҙамында Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарға ярҙам республика программаһын тормошҡа ашырыуҙа даими ҡатнаша. 2016-2017 йылдарҙа өс ауылда зыяраттың тирә-яғы кәртәләп алынған. Зыярат территориялары, бер нисә гектар ерҙе биләй, шуға ауыл халҡының үҙенең генә көсө етерлек түгел. Республика ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп мәсьәләләр хәл ителгән. 2018 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, Буранғол ауылындағы элекке мәктәпте клуб итергә ниәтләйҙәр.
Әле бер нисә йыл элек кенә хәл итеп булмаҫтай тойолған мәсьәләләр бер-бер артлы үтәлә тора. Ваҡыт алға елә, бында замананан артта ҡалмаҫҡа тырышалар.
Читайте нас: