+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
11 Ғинуар 2019, 11:38

Сайтта ла беҙҙе күп уҡыйҙар

Интернет көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Бөтә донъя селтәренән файҙаланыусылар көндән-көн арта. Популярлығын арттырыу өсөн бөтә донъя киңлегенә сығыусыларҙың артҡандан арта барыуы бөгөн берәүгә лә ғәжәп түгел. Был яңылыҡ матбуғат баҫмаларын да урап үтмәне.

“Асылыкүл” һәм “Балҡантау” гәзиттәренең үҙҙәренең сайты бар...... Сайт аша инеп уҡыған дуҫтарыбыҙ күбәйә барыуы беҙҙе бик ҡыуандыра.
2018 йылдың декабрь аҙағында редакцияға ҡыуаныслы яңылыҡ килде: сайтҡа инеп уҡыусылар һаны буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Көньяҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәһе конкурсында беҙҙең “Асылыкүл” һәм “Балҡантау” гәзиттәре икенсе урын яуланы.
Инженер-версткалаусылар Светлана Юрьевна Ғәниева һәм Альвера Талха ҡыҙы Муллабаеваны лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, яңы подписчиктар, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: