+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
17 Ғинуар 2019, 17:52

Иң яҡшы матбуғар баҫмалары иҫәбендә

14 ғинуарҙа “Башинформ” агентлығының конференциялар залында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Залда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, журналистар, нәшерселәр һәм полиграфистар йыйылды

14 ғинуарҙа “Башинформ” агентлығының конференциялар залында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Залда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, журналистар, нәшерселәр һәм полиграфистар йыйылды
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов барыһын да һөнәри байрам менән ҡотланы, киң мәғлүмәт сараларының республика тормошон бөтә яҡлап та яҡтыртыу йәһәтенән мһөим эш башҡарыуын билдәләне. Гәзит-журналдар, телерадиокомпаниялар, республика, район, ҡала баҫмалары, мегаполиста йәшәүселәрҙән башлап ябай ауыл халҡына тикелм берҙәм мәғлүмәт яланын тәшкил итә. Был уларға республикала ғына түгел, илдә, донъяла булған хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға мөмкинлек бирә.
Сарала ғәҙәттәгесә коллеткивтарҙы һәм һөнәри эшмәкәрлегендә уңыштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләнеләр. Республикала йыл һайын хәбәрселәр һәм киң мәғлүмәт сараларын асыҡлауҙан тыш редакция коллективтарына эш йүнәлеше бирә.
Беҙҙең район гәзите һөнәри конкурстарҙа призлы урындар ала килә. Был юлы ла Дәүләкән журналистары республика жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды. Шулай итеп, “Дәүләт һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында беҙҙең район гәзитенә икенсе урын бирелде.
Район гәзите хәбәрсеһе Галина Бурдилева “Башҡортостан Республикаһының матбуғат биттәрендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында өсөнсө урын алып, диплом менән бүләкләнде.
Район гәзите туҡһан йылға яҡын донъя күргән осорҙа ауыр ҙа, данлы ла юл үткән. Үҙ уҡыусыларына тоғро ҡалып, Дәүләкән еренең йылъяҙмаһын алып барған, районда үткәрелгән төрлө иҫтәлекле саралар, бында көн иткән ерле халыҡ, һәләтле кешеләре тураһында бәйән иткән.
Әлеге коллектив та ошо эште уңышлы дауам итә, район тормошон яҡтырта.
Читайте нас: