-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
17 Ғинуар 2019, 18:10

Төбәк операторы менән килешеү тураһында

Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында ҡалдыҡтарҙы түгеүгә хеҙмәттәр күрһәтеүгә төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ошо хаҡта белдерҙеләр.

Бындай килешеү төҙөү Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Килешеү формаһы һәм тултырыу тәртибе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында бирелгән.
Белешмә өсөн: Дәүләкән районы муниципаль районы яуаплылығы сикләнгән “Экология –Т” йәмғиәте хеҙмәтләндергән зонаға инә. Тел. 8-(800)250-01-85, http://eko-tko.ru.
Сүп-сар йыйыу һәм түгеүҙең яңы системаһына күсеүгә бәйле бөтә һорауҙар менән 8(347) 218-03-90 телефоны буйынса төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, бөтә ил кеүек үк, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, түгеү, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк. Ә халыҡ билдәләнгән тарифтарға ярашлы түләүҙәр индерәсәк.
Был эш, иң элек, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең экологик таҙа системаһын формалаштырыуға, законһыҙ сүп түгеү урындарын бөтөрөүгә, сүпте сорттарға айырыу һәм эшкәртеү буйынса инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: