+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
4 Февраль 2019, 17:28

Мәктәптәрҙә үҙгәрештәр көтөлә

Февралдә Өфөлә мәктәп мәғарифы форумы үтте. Биш көнлөк уҡыуға күсеү, ауыл уҡытыусыларына ярҙам һәм республикала иң яҡшы мәктәптәргә ҙур суммала гранттар биреү төп темалар булды.

Февралдә Өфөлә мәктәп мәғарифы форумы үтте. Биш көнлөк уҡыуға күсеү, ауыл уҡытыусыларына ярҙам һәм республикала иң яҡшы мәктәптәргә ҙур суммала гранттар биреү төп темалар булды. Ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр үтте. Унда 700-ҙән ашыу кеше йыйылды, уларҙың күпселеге мәктәп директорҙары ине. Сарала Дәүләкән районынан делегация ла ҡатнашты.
Форумды үткәреү инициативаһын республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күтәреп сыҡты, ул мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыуға күсеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, балалар былай ҙа арыған һәм ата-әсәләре менән бергәләп ике көн ял итергә тейеш. Буш булған 32 аҙнаның һигеҙен Радий Хәбиров дөйөм мәктәп спартакиадаһы, хеҙмәт ветерандарын, башҡа данлыҡлы яҡташтарҙы саҡырып, тыуған яҡҡа арналған һәм башҡа саралар үткәрергә тәҡдим итте.
Дөйөм мәктәп программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, конкуренцияға һәләтлелек өҫтөнлөктәре планлаштырылған, улар киләсәктә мәктәпте тамамлаусыларға кәрәк буласаҡ. Уҡыусылар мәктәптә водитель таныҡлығы алырға тейеш. Республика күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларға, уҡыу алдынғыларына водитель таныҡлығына уҡытҡанда матди ярҙам күрһәтергә әҙер. Төбәк етәксеһе шулай уҡ инглиз телендә һөйләшергә, вальс бейергә өйрәтергә тәҡдим итә.
Форумда олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди дәртләндереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар етешмәү, балаларҙы автобуста йөрөтөү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һүҙ ҡуҙғатылды.
Читайте нас: