БР Хөкүмәтенең аҙна һайын үткәрелә торған ултырышында чиновниктар күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлау буйынса республика программаһы эше тураһында отчет бирҙе.
План буйынса бер йыл эсендә төбәктә 4000-гә яҡын подъезд ремонтланасаҡ. Үткән йылда был маҡсатҡа бер миллиард һум бүленгән.
Дөйөм алғанда, 2024 йылға тиклем был программаға күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлауға 6 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был эште башҡарыусылар 15 апрелгә тиклем һайлана, төбәк операторы конкурс үткәрәсәк.
Ремонтланыу өсөн һайланған йорттарҙа инеү урындары, баҫҡыстар, иҙәндәр алмаштырыла, стеналар һәм түшәм буяла, күтәрмәләр ремонтланасаҡ, почта йәшниктәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ.
Быйыл подъездарҙы ремонтлау эштәре беренсе ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Фатир хужаларына 20 февралгә тиклем йыйылыш үткәрергә.