-28 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
ЯҢЫЛЫҠТАР
21 Февраля 2019, 16:24

Почта бүлексәләре байрамда ла эшләйәсәк

Почта элемтәһе хеҙмәттәрен өҙлөкһөҙ һәм сифатлы күрһәтеү маҡсатында Башҡортостанда 70 почта бүлексәһе 23 февралдә һәм 8 мартта ла эшләйәсәк. Был бүлексәләрҙең исемлеген һәм адресын Рәсәй почтаһы сайтында белергә мөмкин.

Йома, 22 февралдә һәм 8 мартта барлыҡ почта бүлексәләре ғәмәлдәге графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
23 февралдә улар шәмбе графигы буйынса, 8 мартта йома графигы буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Ҡалған почта бүлексәләре өсөн был көндәр ял көнө була. Был көндө хаттар ебәрелмәй, матбуғат баҫмалары таратылмай.
24 февралдә һәм 9 мартта Рәсәй почтаһы бүлексәләре ғәҙәти эш режимында эшләйәсәк.
Ҡайһы бер ауыл почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы ҡаралыуы ихтимал.
Ял һәм байрам көндәрендә пенсиялар, пособиелар РФ Пенсия фондының республика бүлеге менән килешеү буйынса таратыла.
Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыусылар яҡындағы почта бүлексәһенең эш графигы менән таныша ала. Уны iOS, Android, Windows, Phone платформалары базаһында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас в