+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
25 Февраль 2019, 17:40

“Сүп-сар реформаһы” тураһында

Быйылғы йылдың ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының 69 төбәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһы индерелде.

Быйылғы йылдың ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының 69 төбәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһы индерелде. “Сүп-сар реформаһы” сиктәрендә илдә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм яндырыу буйынса эре предприятиелар төҙөү планлаштырыла. 2030 йылға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ҡалдыҡтарҙың 15 проценты ғына түгелергә тейеш. Был сүп-сар түгеү урындарының йылдан-йыл ҙур территорияларҙы биләүенә бәйле. Улар тирә-яҡ мөхиткә, илдең иҡтисадына кире йоғонто яһай.
“Сүп-сар реформаһы”ның төп положениеларының береһе – артабан эшкәртеү өсөн сүп-сарҙы категориялар буйынса йыйыу, был ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары күләмен кәметеүҙән тыш ресурстарҙы экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Ҡалдыҡтар һәр йорттан, һәр фатирҙан йыйылырға тейеш.
Реформаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда эшкәртеүҙең кластер схемаһы төҙөлгән, унда беҙҙең төбәк дүрт эре кластерға бүленгән. Һәр ҡайһыһының территорияһында үҙенең төбәк операторы бар, уларҙың төп бурысы – ҡалдыҡтарҙы йыйыу, түгеү һәм утилләштереүҙең яңы схемаһын үҫтереү.
Беҙҙең ҡала һәм район яуаплылығы сикләнгән “Экология Т” йәмғиәте төбәк операторы эшләгән зонаға инә. Һәр яңылыҡ кеүек үк, реформа күп һорауҙар тыуҙыра, айырыуса эшҡыуарлыҡ өлкәһендә. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә ошо йәһәттән кәңәшмә үтте, унда Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Мансур улы Фазылов, яуаплылығы сикләнгән “Экология Т” йәмғиәте төбәк операторы етәксеһе Илнур Йәмил улы Шакиров, район хакимиәте башлығының сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм элемтә буйынса беренсе урынбаҫары А.Ә. Шәйҙуллин, иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Н.А. Юлкова, Дәүләкән ҡалаһының Эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе С.Ю. Фролова, ҡала һәм райондың бизнес өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
“Сүп-сар реформаһы”ның әһәмиәте, уның бурыстары, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Н.М. Фазылов һөйләне. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү йәһәтенән экология закондарының талаптары көсәйтелеүен билдәләне.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған бөтә субъекттар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға төбәк операторы менән килешеү төҙөргә, шулай уҡ түгелгән ҡалдыҡтарға отчет алып барырға тейеш. Экология законы положениелары шулай талап итә, кире осраҡта штраф һалынасаҡ. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға тарифтар буйынса аңлатма бирҙе, нормативтарҙы һәм лимиттарҙы иҫәпләү өсөн белгестәрҙе саҡырыу мөмкинлеге ҡаралыуын әйтте.
Яуаплылығы сикләнгән “Экология Т” йәмғиәте төбәк операторы етәксеһе И.Й. Шакиров үҙенең сығышында түгелгән ҡалдыҡтар һанын кәметергә, сүп-сарҙы айырым йыйыу системаһын йәйелдерергә кәрәклегенә туҡталды. “Әлеге ваҡытта Дәүләкән районы хакимиәте менән сүп-сарҙы эшкәртеү һәм сорттарға айырыу өсөн майҙан бүлеү мәсьәләһе хәл ителде. Эштәр яҙғы-йәйге осорҙа башланасаҡ”, - тине ул. Илнур Йәмил улы төрлө тармаҡтарҙа эшләгән эшҡыуарҙар, халыҡ менән килешеү төҙөү тураһында һөйләне. Ҡалдыҡтарҙы йыйыуға тарифтар, уларҙы иҫәпләү варианттары ҡаралды.
Аралашыу йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы, ҡала һәм район эшҡыуарҙары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе һәм уларға төплө яуаптар алды.
Читайте нас: