+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
28 Февраль 2019, 16:26

Йәгеҙ әле, егеттәр!

21 февралдә 5-се гимназияла 9-11-се класс уҡыусылары араһында йыл да үткәрелеп килгән хәрби-спорт конкурсы үтте.

21 февралдә 5-се гимназияла 9-11-се класс уҡыусылары араһында йыл да үткәрелеп килгән хәрби-спорт конкурсы үтте. Гимназия өсөн был конкурс йолаға әйләнде, етенсе йыл инде ул «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Дәүләкән бүлексәһе ҡатнашлығында үткәрелә.
Гимназияның спорт залына «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсында ҡатнашыусы 9-11- се класс уҡыусылары тигеҙ аҙымдар менән сафта килеп инде.
Уҡыусыларҙы гимназия директоры Е.В. Николаев сәләмләне. Ул конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне, көйәрмәндәргә һабаҡташтарын дәртләндерергә ҡушты.
«Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Дәүләкән районы бүлексәһе исеменән Ю.Б. Балаба ҡатнашыусы командаларға изге теләктәрен еткерҙе. «Хәрби туғанлыҡ» бүлексәһе үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары, Башҡортостан Республикаһы йәштәрен хәрби- патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн Юрий Барисович гимназия директоры Е.В. Николаевҡа, йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы А.А. Казанцевҡа һәм хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәре уҡытыусыһы А.Р. Яковлевҡа почет грамотаһы тапшырҙы.
Әлшәй һәм Дәүләкән хәрби комиссариаты исеменән конкурста ҡатнашыусыларҙы Н.А. Воронов сәләмләне. Сик буйы ғәскәрҙәренең төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе М.А. Ғәитов барыһын да Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
Конкурс программаһы түбәндәге этаптарҙан торҙо: саф йыры конкурсы, пневматик винтовканан атыу, турникта күтәрелеү, противогаз һәм ОЗК кейеү, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, «хәрби листоктар» конкурсы, команда менән эстафета һәм арҡан тартышыу. Ҡатнашыусыларҙың һабаҡташтары ла ситтә ҡалманы. Көйәрмәндәрҙең сығыштары айырыуса бер дәрт бирҙе, унда ҡыҙҙар хәрби йырҙар башҡарҙы, презентация тәҡдим итте.
Команда менән эстафета һәм арҡан тартышыу конкурстарында мәктәптең спорт залы дәртләндереү ауаздарынан яңғырап торҙо.
Көсөргәнешлек ярышта ҡатнашыусыларҙы бер минутҡа ла ебәрмәне, һуңға тиклем һаҡланды.
«Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт конкурсы еңеүсеһе тип 11-се класс егеттәре танылды, икенсе урынды 10-сы класс егеттәре, почетлы өсөнсө урынды 9 А класы алды. Конкурс еңеүселәре почет грамоталары һәм приздар менән бүләкләнде. Шулай уҡ шәхси беренселектә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәргә «Хәрби туғанлыҡ» һәм сик буйы бүлексәләре тарафынан әҙерләнгән бүләктәр тапшырылды. Ю.Б. Балаба һәм М.А. Ғәитов һүҙҙәре буйынса, «Йәгеҙ әле егеттәр!» конкурсында егеттәр һәр ваҡыт яҡшы физик һәм хәрби әҙерлек күрһәтә. 5-се гимназияла ул һәр ваҡыт юғары кимәлдә үтә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсын үткәреү матур йолаға әйләнде һәм киләсәктә лә дауам итәсәк.
Читайте нас: