-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
4 Апрель 2019, 17:04

Ауыл пенсионерҙарына иғтибар менән

Рәсәй Пенсия фондының Дәүләкән ҡалаһы һәм районындағы идаралығы белгестәре урындарға барып граждандарҙы ҡабул итәБындай осрашыуҙар ауыл халҡына пенсия законы буйынса

Рәсәй Пенсия фондының Дәүләкән ҡалаһы һәм районындағы идаралығы белгестәре урындарға барып граждандарҙы ҡабул итә
Бындай осрашыуҙар ауыл халҡына пенсия законы буйынса аңлатмалар биреү маҡсатында үткәрелә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығында эшләгән өсөн пенсияға өҫтәмә алыу мөмкинлеге ауыл халҡын борсоған төп һорауҙарҙың береһе. Страховка пенсияһы суммаһынан 25 процент күләмендә түләү бөтә пенсионерҙарға ла ҡағылмай. Ул ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алған һәм билдәле тәғәйен исемлектәге һөнәрҙәр буйынса ауыл ерендә 30 йыл эш стажы булған кешеләргә генә түләнә. Ауыл халҡына ошо хаҡта аңлатыу маҡсатында белгестәр улар менән осрашыуҙарға сыға ла инде.
Хәҙерге ваҡытта Рассвет, Сергиополь, Алға, Ҡоръятмаҫ ауылдарында халыҡ менән ошондай осрашыуҙар үтте. Пенсия фонды идаралығының клиенттар менән эшләү хеҙмәте етәксеһе Р.И. Мостафина, баш белгес-эксперт Р.Р. Харисова килеүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ страховка булмаған осоро буйынса ҡайтанан иҫәпләүҙәр, социаль хеҙмәттәр алыуҙан баш тартыу йәки тергеҙеү һәм башҡа һорауҙар буйынса аңлатмалар бирелде.
Урындарға барып ҡабул итеү көндәрендә 30-ға яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың барыһы ла белгестәрҙән консультация алған.
Бындай ҡабул итеүҙәрҙән халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалған.
Читайте нас: