+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
4 Апрель 2019, 17:17

Район тарихы - республика тарихы

Район Мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.

Район Мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.
Мәҙәниәт йорто алдында ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы импровизацияланған башҡорт ихатаһында ҡайнар сәй һәм милли ашамлыҡтар, дәртле йырҙар менән ҡаршыланылар, сәнғәт мәктәбенең ҡатнаш оркестры башҡарыуында көйҙәр яңғыраны. Был көндө тамаша залында урындағы үҙидара вәкилдәре, хеҙмәт коллективтары, педагогия берләшмәләре, ауыл хеҙмәтсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм йәш быуын вәкилдәре йыйылғайны.
Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул барыһын да тарихыбыҙҙағы мөһим дата менән ҡотланы һәм район тарихы республика менән бәйле булыуын, ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, төп байлыҡ – ул халыҡ өсөн фиҙакәр хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары булып тора. Илгиз Фәнил улы райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф. Хәбиров исеменән дәүләкәндәрҙе тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Н. М. Фазылов ҡотланы, беҙҙең район халҡының үҙҙәренең хеҙмәт ҡаҙаныштары менән республиканың үҫеше тарихына өлөш индереүен әйтеп үтте. Ул шулай уҡ төрлө өлкәләрҙә күп йылдар хеҙмәт иткән ветерандарға Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев исеменән Дәүләт Йыйылышы депутаттары корпусы депутаты А.С. Матренин сығыш яһаны. Ул республикала дәүләтселектең тергелеҙеүе хаҡында һөйләне, Дәүләкән районының данлыҡлы кешеләренең исемдәрен иҫкә алып үтте.
Ҡатнашыусылар иғтибарына райондың сәнәғәте, мәғариф, мәҙәниәт, экология өлкәләре тураһында документаль фильм күрһәтелде.
Концерт программаһында райондың талантлы коллективтары ғына түгел, республика йондоҙҙары, беҙҙең яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Владимир Белов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов сығыш яһаны. Башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә йырҙар яңғыраны.
Район Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында күргәҙмә ойошторолғайны, бындағы экспозициялар райондың һәм ҡаланың байлыҡтары менән таныштырҙы, райондың сәнәғәт предприятиелары, яуаплылығы сикләнгән «Рязань торба заводы» йәмғиәтенең 2-се айырымланған бүлексәһе, «Нефтемаш» акционерҙар йәмғиәте, Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы, эҙәрмәндәр отрядтары, “Самбо-75” мәктәбе, Балалар ижады йорто үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы.
Йәш һәләттәрҙең, Дәүләкән сәнғәт мәктәбенең «Һынлы сәнғәт» бүлегендә шөғөлләнеүселәрҙең эштәре күрһәтелде.
Тантаналы байрам ҡатнашыусыларға сағыу, ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Читайте нас: